"Нур" Өфө дәүләт татар театры

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Театр
Театр-нур.jpg
"Нур" Өфө дәүләт татар театры
Урынлашҡан урыны Өфө ҡалаһы
Нигеҙләнгән ваҡыты 1912 йыл
Бина төҙөлгән 1986 йыл

«Нур» Өфө дәүләт татар театрыӨфө ҡалаһында эшләп килгән татар театры. Өфөлә татар театрын 1912 йылда Ҡазанда «Сәйәр» театры актрисаһы Сәхипьямал Ғиззәтуллина-Волжская ойоштора. Труппа 1918 йылға тиклем эшләй.

1989 йылда бер төркөм активистар татар театрын тергеҙә. Театр баштараҡ театр-студия булараҡ эшләй. 1991 йылда театрға дәүләт статусы бирелә.

Театр төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша. 1996 йылда Ҡазанда К. Тинчурин исемендәге театр фестивалендә «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» призына Мөнирә Сәйетова лайыҡ була. 1997 йылда Стәрлетамаҡта үткән «Театр яҙы-97» фестивалендә «Иң яҡшы актёр дуэты» призын Башҡортостандың халыҡ артистары Сәүиә Сираева менән Дәриға Фәйзуллина ала. 1998 йылда Ҡазанда К. Тинчурин исемендәге театр фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» призы Фахруллина Резидаға бирелә. 2001 йылда Өфөлә III Республика балалар спектаклдәре фестивалендә Салауат Нурисламовҡа «Иң яҡшы ирҙәр роле» призы бирелә.

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә