«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы
Нигеҙләү датаһы 9 июнь 1945
Рәсем
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә «Белградты азат иткән өсөн» миҙалы
Түбәнерәк дәрәжә "Праганы азат иткән өсөн" миҙалы
Нигеҙендәге текст Указ Президиума ВС СССР от 9.06.1945 об учреждении медалей „За освобождение ...“[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән баҡыр иретмәһе[d]
Изображение орденской планки
Һаны 701 700
Лауреаттар категорияһы Категория:«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
 «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы Викимилектә

«Варшава ҡалаһын азат итеү өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 9 июнендәге Указына ярашлы булдырыла. Миҙал проекты авторы — рәссам Курицына.

1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән яҡынса 700 701 кеше бүләкләнгән.

Миҙал тураһындағы Положение[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән 1945 йылдың 14-17 ғинуары осорында туранан-тура Варшаваның героик штурмында һәм азат итеүендә ҡатнашҡан Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ Флоты хәрбиҙәре һәм НКВД ғәскәрҙәре, шулай уҡ ҡаланы азат иткәндә хәрби операцияларҙың етәкселәре һәм ойоштороусылары бүләкләнә.

Миҙал СССР Юғары Советы Президиумы исеменән частар командирҙары һәм хәрби-дауалау учреждениеларының начальниктары Варшаваны азат итеүҙә ҡатнашыуын раҫлаған документтар нигеҙендә башҡарыла.

Миҙалдар бирелә:

  • Ҡыҙыл Армия һәм Хәрби-Диңгеҙ Флоты частарындағы яугирҙарға ғәскәри частар командирҙары тарафынан;
  • Армия һәм флот составы исемлегенән төшөрөлгән кешеләргә бүләкләнеүселәрҙең йәшәү урыны буйынса өлкә, ҡала һәм район хәрби комиссарҙары тарафынан.

«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡааСССР ордендары һәм миҙалдары булған осраҡта «Белградты азат иткән өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.

Миҙалдың тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы баҡыр иретмәһенән эшләнә һәм 32 мм диаметрлы теүәл түңәрәк формала була.

Миҙалдың алғы яғында өҫтә түңәрәк буйлап — «ЗА ОСВОБОЖДЕНИЕ» тигән яҙыу, уртала, таҫмала — «ВАРШАВЫ» һүҙе, аҫта биш осло бәләкәй йондоҙ, уның остарынан нурҙар сәселә. Миҙалдың алғы яғы ситтәренән күтәрмә менән ҡаймаланған.

Миҙалдың кире яғында Варшаваны азат итеү датаһы — «17 января 1945», дата өҫтөндә биш осло йондоҙ.

Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.

Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалыпҡа тоташтырыла. Ҡалып киңлеге 24 мм булған зәңгәр ебәк муар таҫма менән уратылған. Таҫманың уртаһынан 8 мм-лыҡ ҡыҙыл буй үтә. Таҫманың ситтәре тар ғына һары төҫтәге буйҙар менән ҡаймалана.

Иллюстрациялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 126—127. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 87—88.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]