Аббасов Азат Зиннәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аббасов, Азат Зиннәт улы битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Азат Зиннәт улы Аббасов
Азат Аббасов.jpg
Төп мәғлүмәттәр
Тыуыу датаһы

19 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуыу урыны

Алабуға ҡалаһы, Татар АССР-ы, СССР

Вафат булыу датаһы

11 октябрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (81 йәш)

Вафат булыу урыны

Ҡаҙан, Татарстан

Ил

Советтар Союзы СССР
Россия Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

опера йырсыһы

Йырлау тауышы

лирик тенор

Коллективтары

Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театры

Наградалары
СССР-ҙың халыҡ артисы— 1977 РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1966 РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1957
Ғабдулла Туҡай премияһы

Азат Зиннәт улы Аббасов (19.1.1925 — 11.10.2006) — Татарстандың күренекле опера йырсыһы, СССР-ҙың (1977), РСФСР-ҙың (1966) һәм Татар АССР-ының халыҡ артисы, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Азат Аббасов 1925 йылда Татар АССР-ы (хәҙер Татарстан Республикаһы) Алабуға ҡалаһында тыуған. Ҡазан авиация техникумын тамамлап, вертолет заводында конструктор булып эшләй. 1944 йылда Сәлих Сәйдәшев кәңәше буйынса Мәскәү консерваторияһының татар милли опера студияһына уҡырға керә. Уны тамамлағас, 1950 йылда Ҡазанға ҡайта һәм 1950—1990 йылдарҙа Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Белгестәр билдәләүенсә, йырсының тауышы лирик-драматик тенор. Театрҙа эшләү дәүерендә төрлө билдәле операларҙа 100-ҙән ашыу партия башҡара. Шуларҙан айырыуса Самат («Самат», Хөснулла Вәлиуллин), Alfredo Gérmont («La traviata», Джузеппе Верди), Сергей («Катерина Измайлова», Дмитрий Шостакович) бигерәк тә уңышлыларҙан һанала.

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Татар АССР-ының халыҡ артисы
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1966)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1977)
  • Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты


Актёр Был актёр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.