Абдразаҡов Илдар Әмир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Илдар Абдразаҡов
Абдразаҡов Илдар Әмир улы
Портрет
Эшмәкәрлек төрө:

опера йырсыһы

Тыуған ваҡыты:

26 сентябрь 1976(1976-09-26)

Тыуған урыны:

Өфө

Награда һәм премиялары:

Башҡортостандың халыҡ артисы (2011)

Абдразаҡов Илдар Әмир улы — йырсы (бас). Башҡортостандың атҡаҙанған (2000), халыҡ (2011) артисы.

1976 йылдың 26 сентәбрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Әмир Абдразаҡовтың улы. ӨДСИ‑не тамамлаған (2000; М.Ғ. Мортазина класы). 1994 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, 2000 йылдан — Мариин театры (Санкт-Петербург) солисты. Бәрхәт тембрлы һәм киң диапазонлы, төрлө регистрҙарҙа тигеҙ яңғырашлы, матур, көслө тауышҡа эйә. Башҡарыу үҙенсәлеге сағыу артистизм, хислелек, бөтә тасуирлау сараларының теүәллеге менән айырыла.

Төп партиялары[үҙгәртергә]

Сураман («Салауат Юлаев»; дебют, БДОБТ, 1995), Сурин («Пики дамаһы» — «Пиковая дама», П.И.Чайковский), Дон Базилио («Севилья цирюльнигы» — «Севильский цирюльник», Дж.Россини), Фигаро («Фигароның туйы» — «Свадьба Фигаро», В.А.Моцарт), Руслан («Руслан һәм Людмила» — «Руслан и Людмила», М.И.Глинка), Оровезо («Норма», В.Беллини), Аттила (Дж.Вердиҙың ш. уҡ исемле операһы) һ.б. Россиниҙың «Наполеон III һәм уның ҡыйыу халҡына гимн» («Гимн Наполеону III и его доблестному народу») гимнын тәүге башҡарыусы («Ла Скала», Милан ҡ., Италия, 2000). Концерт репертуарында — Чайковский, С.В.Рахманиновтың вокаль әҫ., урыҫ һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар. «Ковент‑Гарден» (Лондон), «Метрополитен‑опера» театрҙарында һәм «Карнеги‑холл» залында (Нью-Йорк ҡ., АҠШ) һ.б. сығыш яһай. Рәсәй һәм сит илдәр (Англия, Аргентина, Испания, Франция, Япония һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була.

Бүләктәре[үҙгәртергә]

М.И.Глинка ис. (Ярославль ҡ., 1997), Н.А.Римский‑Корсаков ис. (С.‑Петербург, 1998; Гран‑при) халыҡ‑ара конкурстар, Е.В.Образцова ис. йәш опера йырсылары конкурсы (С.‑Петербург, 1999; Гран‑при), “Верди тауыштары” (“Вердиевские голоса”) конкурсы (Буссето ҡ., Италия, 2000; Гран‑при), И.К.Архипованың “Мәскәүҙең оло бүләге” (“Большой приз Москвы”) Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы (1997) лауреаты.