Абдуллин Айҙар Риват улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллин Айҙар Риват улы
Тыуған көнө

26 июль 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны

Кесе Учалы ҡсб, Учалы районы, БАССР

Ил

СССР, Рәсәй

Ғилми даирәһе

философ

Альма-матер

Киев граждандар авиацияһы инженерҙары институты

Ғилми дәрәжәһе

философия фәндәре докторы (2002)

Ғилми исеме

профессор (2009)

Абдуллин Айҙар Риват улы (26 июль 1962 йыл) — философ, философия фәндәре докторы (2002), профессор (2009).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айҙар Риват улы Абдуллин 1962 йылдың 26 июлендә Башҡорт АССР‑ыныңУчалы районы Кесе Учалы ҡасабаһында (хәҙер Учалы ҡалаһына керә) тыуған.

1984 йылда Киевтағы граждандар авиацияһы инженерҙары институтын тамамлағандан һуң, Өфө аэропорты инженеры.

1986 йылдан — ВЛКСМ‑дың Өфө район комитеты секретары.

1988 йылдан — Өфө авиация техникумы лабораторияһы мөдире.

1991—92 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты хеҙмәткәре.

1995—99 йылдарҙа Башҡортостан Фәндәр Академияһының социаль фәндәр бүлеге ғилми секретары.

2002 йылдан башлап Өфө дәүләт авиация техник университетында, 2003 йылда — Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһында уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте, тел философияһы, феноменологик герменевтика һәм экзистенциаль анализ проблемаларына арналған. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Культура и символ. Уфа, 1999;
  • Онтологическое мышление. Уфа, 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдуллин Айҙар Риват улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.