Абсурд драмаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Абсурд драмаһыXX быуаттың 2-се яртыһында Көнбайыш Европа драматургияһы һәм театрындағы ағым.

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә]

Абсурд драмаһы өсөн мөһим булған «абсурд» төшөнсәһе экзистенциализм философияһына барып тоташа һәм ысынбарлыҡты фажиғәле ҡапма‑ҡаршылыҡлы, алогизмлы, иррациональ итеп интерпретациялауҙы күҙ уңында тота (А. Камюҙың «Сит кеше» — «Посторонний» һәм «Сизиф тураһында миф» — «Миф о Сизифе», 1942; Ж.П. Сартрҙың «Ысынбарлыҡ һәм бер нәмәлә түгел» — «Бытие и ничто», 1943). Абсурд драмаһы «антидрама», йәғни дөйөм ҡабул ителгән сәхнә ситуациялары, сюжеты, интригалары, характерҙары булмаған пьеса ижад итеү м‑н характерлана, унда аралашыуҙың диалог формаһы персонаждарҙың донъяның иррациональ аяуһыҙлығы алдында тынғыһыҙлыҡ кисергән аңын сағылдырған принципиаль «һаҡаулыҡ» м‑н алмаштырыла. А.д. ярҙамында өлгәшелгән театр сәнғәтенең яңырыуы трагикомедия һәм трагифарс жанрҙарының үҫешенән, драматургияның шартлылыҡ һәм йәшерен мәғәнә принциптарын, гротеск, пародия, парадокс, шарж, фарс кеүек эксцентрик алымдар ҡулланылыуынан ғибәрәт. Абсурд драмаһы тыуыуы Э.Ионесконың «Пеләш йырсы» («Лысая певица»; 1950) һәм С.Беккеттың «Годоны көткәндә» («В ожидании Годо»; 1952) пьесалары м‑н билдәләнә.

Башҡорт драматургияһында[үҙгәртергә]

Абсурд драмаһы айырым элементтары Ф.М. Бүләков ижадында сағылыш таба. Респ. театрҙары репертуарында абсурд драмаһы Камюҙың «Недоразумение» пьесаһы буйынса «Яңылышыу» (1990, Милли Йәштәр театры; режиссеры О.З.Ханов, Л.М.Әхмәтвәлиев, рәссамы О.Р. Ғималетдинова) һәм «Яҙҙың бер көнөндә...» (1996, Башҡорт драма театры; реж. И.Ғ. Исламғолов, рәссамы В.Н. Байрамғолов); С. Мрожектың «Бәхетле мажара» («Счастливое происшествие»; 1992, Урыҫ драма театры; реж. М.И. Рабинович, рәссамы Ф. Хәмиҙуллина), Сартрҙың «Ябыҡ ишектәр артында» («За закрытыми дверями»; 2002, Милли Йәштәр театры; реж. А.В. Шрайнер, рәссамы А.В. Нестеров) спектаклдәрендә күҙәтелә. Ж. Ануй әҫәрҙәре б‑са бер нисә спектакль ҡуйыла: Башҡортостандың Респ. урыҫ драма театры — «Антигона» (1994, реж. Б. Тоша, рәссамы М. Браун) һәм «Ромео һәм Жанетта» («Ромео и Жанетта»; 2003, реж. В.Ф. Богомазов, рәссамы Н.М. Бахвалова); Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры — «Һабан турғайы» («Жаворонок»; 1994, реж. К.Д. Хотяновский, рәссамы Т. Дидишвили) һәм «Медея» (1995, реж. Н.А. Черкасов, рәссамы В.П. Хлыбов); Милли Йәштәр театры — «Ҡошсоҡтар» («Птички») пьесаһы б‑са «Тауис ҡысҡырыуы ишетелә» («Слышен крик павлина...»; 2003, реж. В.Н.Ярюхин, рәссамы Р.М.Арыҫланов).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Как всегда — об авангарде: антология французского театрального авангарда. М., 1992.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]