Абыҙбаев Ибраһим Хафиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ибраһим Абыҙбаев
Тыуған көнө

10 октябрь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Сермән ауылы, Үрге Урал өйәҙе, Ырымбур губернаһы[1]

Вафат булған көнө

8 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (36 йәш)

Вафат булған урыны

Өфө

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

Халыҡ комиссары

Абыҙбаев Ибраһим Хафиз улы (10 октябрь 1901 йыл8 декабрь 1937 йыл) — Башҡортостанда мәғариф менән етәкселек итеүгә, уны камиллаштырыуға, педагогик кадрҙар әҙерләүгә үҙ өлөшөн индергән халыҡ комиссарҙарының береһе. Совет партия-дәүләт эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибраһим Хафиз улы Абыҙбаев 1901 йылдың 10 октябрендә хәҙерге Белорет районының Сермән ауылында урмансы ғаиләһендә тыуған. Бик йәшләй ул ауыл байҙарына ялланып эшләй, Аҡкөсөк (Сермән) башҡорт-рус башланғыс мәктәбен тамамлай. Тамъян-Ҡатай кантонының Аҡкөсөк улусон аҡ гвардиясылар баҫып алғас, Ибраһим Абыҙбаев ҡыҙыл партизандарға ярҙамлаша, бәхетле тормош өсөн көрәшселәрҙе Колчак ғәскәрҙәренән йәшерә.

1919 йылдан һуң Башҡортостанда яңы тормош төҙөлә башлағас, И. Х. Абыҙбаев крәҫтиән депутаттарының Сермән улус Советы башҡарма комитеты сәркәтибе итеп һайлана. Тиҙҙән ул үҙе теләп Ҡыҙыл Армия сафына яҙыла, 5-се армияның 13-сө атлы дивизияһында хеҙмәт итә. Артабан Өфөлә һәм Ҡазанда хәрби-сәйәси мәктәптәрҙә уҡыта.

1921 йылда Ибраһим Абыҙбаев Мәскәүҙә Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетын тамамлай, шунан һуң партия Үҙәк Комитеты эргәһендәге Ҡыҙыл профессура тарих-партия институтында уҡый.

И. Х. Абыҙбаев Ватанын, халҡын яратҡан йәштәрҙе тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. Шуға күрә һәр ерҙә улар араһында күп эш алып бара. Ул йәштәрҙең тормош-көнкүрешен яҡшы белә, Мәскәүҙә үҙе уҡыған Коммунистик университетта йәштәр ячейкаһы сәркәтибе була, уларҙың һәр береһенә ярҙам итергә, мохтажлыҡтарын кәметергә, тормош ауырлыҡтарын еңеләйтергә тырыша. Украинала комсомолдың округ комитеты инструкторы, Кесе Башҡортостандың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта комсомол әлкә комитетының йәштәр менән эшләү бүлеге етәксеһе була.

1924—1926 йылдарҙа И. Х. Абыҙбаев Өфөлә В. И. Ленин исемендәге махсус уҡыу йорто — етем балалар өсөн асылған интернатлы туғыҙ йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәп директоры була. Бында ул үҙен йәш балаларҙы тәрбиәләүсе ысын педагог, уҡытыусылар коллективының эшен оҫта ойоштороусы, талантлы етәксе итеп таныта, алдынғы уҡытыусыларҙы һайлап алып, ижади хеҙмәткә илһамландыра. Заманында шул мәктәптә эшләгән, аҙаҡ Башҡортостандың күренекле рәссамы булып киткән Александр Эрастович Тюлькин иҫән сағында беҙҙең менән әңгәмәләрҙә мәктәп директоры Ибраһим Хафиз улының айырыуса йәштәрҙе төрлө яҡлап үҫтереү сараларын күреүе, һәр кемде хеҙмәткә дәртләндереүе хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашыр ине. И. Х. Абыҙбаевтың уҡытыусыларға ла, етем балаларға ла йоғонтоһо көслө була.

Артабан И. Х. Абыҙбаев партия эшенә күсерелә. Тәүҙә ул партияның Тамъян-Ҡатай, шунан Йылайыр кантон комитеттарының агитация-пропаганда бүлектәре мөдире булып эшләй, хеҙмәтсәндәр араһында мәҙәни-ағартыу эштәрен киң йәйелдереп ебәрә.

Ауыл хужалығын коллективлаштырыу йылдарында И. Х. Абыҙбаев тәүҙә партияның Арғаяш кантон комитеты, 1930 йылдан район комитеты сәркәтибе була, халыҡ араһында партия сәйәсәтен дөрөҫ тормошҡа ашыра, наҙанлыҡты бөтөрөү өсөн көрәшә. Ул райондың «Еңербеҙ!» гәзитен ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнаша.

1931 йылда Ибраһим Абыҙбаев ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты аппаратына етәксе эшкә үрләтелә. Тәүҙә ул сәнәғәт бүлеге мөдире, шунан һуң кадрҙар бүлеге мөдире була.

һәләтле ойоштороусы, теоретик яҡтан яҡшы әҙерлекле, халыҡ мәғарифы эшен яҡшы белгән, педагогик хеҙмәтте аңлаған Ибраһим Хафиз улы Абыҙбаев 1937 йылдың июлендә Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Был ҙур вазифаны ул ең һыҙғанып башҡарырға тотона. Республикала йәштәрҙе дөйөм уҡытыу, тәрбиә эшен яҡшыртыу, халыҡ мәғарифын юғары кимәлдә ойоштороу өсөн һөҙөмтәле саралар күрелә. Бының өсөн иң тәүҙә уҡытыусылар кадрҙары әҙерләүгә, мәктәптәрҙе һәм башҡа халыҡ мәғарифы ойошмаларын белемле кешеләр менән тәьмин итеүгә, һәләтле йәштәрҙән һәм уҡытыусыларҙан етәкселәр һайлап алыуға һәм үҫтереүгә йүнәлеш алына. Мәғариф халыҡ комиссары эшкә ижади ҡарарға өйрәтеүсе етәксе булып әүерелә. Ул үҙенең барлыҡ белемен, бай тәжрибәһен һәм ойоштороу талантын Башҡортостанда халыҡ мәғарифын үҫтереүгә бағышлай.

Башҡортостандың яуаплы һәм ҡатмарлы эштәрендә үҙен һәләтле етәксе, оҫта ойоштороусы итеп күрһәткән Ибраһим Хафиз улы Абыҙбаев хеҙмәтсәндәрҙең һәм юғары даирәләрҙең оло абруйын ҡаҙана, халыҡ һөйөүен яулай. Ул күп тапҡыр партияның әлкә комитеты ағзаһы, бюро ағзаһы итеп һайлана, үҙенә күрһәтелгән яуаплылыҡты намыҫлы аҡлай.

Ибраһим Хафиз улы Абыҙбаев һоҡланғыс кешелеклелек сифаттары менән айырылып тора. Уның эргәһендә һәр ваҡыт кешеләр йыйылып китә торған булған. Ул оҫта әңгәмәсе булыуы, шаянлығы, күпте белеүе менән хөрмәт ҡаҙанған. Мәғариф халыҡ комиссары булып И. Х. Абыҙбаевҡа оҙаҡ эшләргә насип булмай — 1937 йылдың октябрендә нахаҡ бәләләр яғылып, ул уйлаған эштәренең осона сыға алмай, Сталин репрессияһына эләгә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Белорет районы.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яйыҡбаев К. Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]