Австрия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Австрийская Республикаһы
нем. Republik Österreich
Ҡалып:Lang-hr
венг. Osztrák Köztársaság
Ҡалып:Lang-sl
Австрия гербы Австрия
Австрия флагы Австрия гербы
EU-Austria.svg
Гимн: «Land der Berge, Land am Strome»
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы Австро-Венгрия тарҡалыуы (17 октябрь 1918 йыл иленән)
Рәсми телдәр немец
Башҡала Вена
Иң ҙур ҡалалары Вена, Грац, Линц, Зальцбург, Инсбрук
Идара итеү формаһы Федератив республикаһы
Федераль Президенты
Федераль Канцлер
Хайнц Фишер
Вернер Файман
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
112-се/сө/сы урын
83 871 км²
1,7%
Халыҡ
  • Барыһы (2013)
  • Тығыҙлыҡ
94- се/сө/сы урын
8 420 010
100,2 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2013)
  • Кеше башына
35- се/сө/сы урын
380,5 млрд $
42 082 $
Валюта евро
Интернет-домен .at, .eu
Телефон коды +43
Ваҡыт бүлкәте UTC +1


А́встрия (нем. Österreich), рәсми исеме А́встрия Республика́һы (нем. Republik Österreich) — Үҙәк Европала урынлашҡан ил, идара итеү формаһы буйынса парламентар һәм демократик республика. Австрия 9 федераль штаттан тора.

1955 йылдан башлап Австрия Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы, 1995 йылдан — Европа Берләшмәһе ағзаһы.

Дәүләт төньяҡтан Германия һәм Чехия менән, көньяҡтан Словения һәм Италия менән, көнбайыштан Швейцария һәм Лихтенштейн менән, көнсығыштан Словакия һәм Венгрия менән сиктәш.

Дәүләт төҙөлөшө[үҙгәртергә]

1920 йылда ҡабул ителгән Конституция буйынса Австрия — федератив һәм парламентар демократик дәүләт. Шул Конституция буйынса Австрия 9 федераль штаттан (нем. Bundesländer) тора. Дәүләт башлығы — Федераль Президент, хөкүмәт башығы — Федераль Канцлер.

Австрияның административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә]

Австрияның федераль штаттары (Bundesländer)
Федераль штаты Башҡалаһы
(1) Бургенланд Айзенштадт
(2) Каринтия (Kärnten) Клагенфурт (Klagenfurt)
(3) Түбәнге Австрия (Niederösterreich) St. Pölten
(4) Үрге Австрия (Oberösterreich) Линц
(5) Зальцбург (Salzburg) Зальцбург
(6) Штирия (Steiermark) Грац
(7) Тироль (Tirol) Иннсбрук
(8) Форарльберг Брегенц
(9) Вена (Wien) Вена
The States of Austria Numbered.png

Халҡы[үҙгәртергә]

Халҡы — 8,4 млн кеше (2010), 98% — австрийҙар. Рәсми тел — немец теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар.

Башҡортостан менән бәйләнеш[үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Австрия менән бәйләнештәре РФ менән Австрия араһындағы мөнәсәбәттәр нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

БР Сауҙа‑сәнәғәт палатаһы менән Австрия Федераль Иҡтисади палатаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындада (1992), Австрия Иҡтисади һәм хеҙмәт министрлығы менән Башҡортостан Республикаһы Иҡтисад министрлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында (1999) килешеүҙәргә, Башҡортостан менән Австрия араһында тышҡы иҡт. мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү тураһында протоколға (1994), БР‑ҙа целлюлоза һәм ҡағыҙ етештереүҙе ойоштороу тураһында меморандумға һәм БР‑ҙа йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын модернизациялау буйынса килешеүгә (2002) ҡул ҡуйылған.

БР Президенты М.Ғ.Рәхимов РФ Хөкүмәте делегацияһы составында Австрия рәсми визит менән була (2002).

1993 йылда Австрияла БР‑ҙың Сауҙа миссияһы асыла.

1995 йылда Венала БР‑ҙың Тышҡы бәйләнештәр министрлығы вәкиллеге ойошторола,

1997 йылда — Австрия БР вәкиллеге, ул бер үк ваҡытта БР‑ҙың Европа Союзы илдәрендәге вәкиллеге лә булып тора.

Австрия делегаттары 2‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшендә ҡатнаша.

БР‑ҙың БДБ‑нан башҡа илдәр менән тышҡы сауҙаның дөйөм күләмендә Австрияның өлөшөнә 0,2% тура килә (2002).

БР менән Австрия тышҡы сауҙа әйләнеше 6,2 млн АҠШ доллары тәшкил итә (1998 й. ҡарағанда 1,7 тапҡырға күберәк).

БР‑ҙың Аастрия экспорты 2,3 млн доллар (1998 йыл — 0,6 млн доллар); тауар структураһында металдар һәм металл изделиелар, ағас һәм ҡағыҙ изделиелар, химия продукттары, каучуктар өҫтөнлөк итә.

Австрия машиналар, ҡорамалдар, транспорт, металдар һәм металл изделиелар, фармоцевтик продукция һ.б. импорты 3,9 млн доллар тәшкил итә (1998 йыл — 3 млн доллар). БР‑ҙың төп экспортлаусы предприятиелары — Белорет металлургия комбинаты, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы; импортлаусы — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, “Сода”, “Уфаоргсинтез”, “Уфанефтехим”, “Газпром нефтехим Салауат” ААЙ‑лары һ.б. 1998 йылға ҡарата БР терреторияяһында Австрия капитал йәлеп итеп, 7 берлектәге предприятие эшләгән. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙеңүҫеүен көйләгестәр институты “Singenta”, “Dau” Австрия компаниялары менән хеҙмәттәшлек итә. Зальцбург ҡалаһы

Халыҡ‑ара йәрминкәлә (1992) БР менән таныштырыу күргәҙмәһе үтә, уның эшендә Башҡортостандың 60‑ҡа яҡын предприятиеһы ҡатнаша, “Халыҡ‑ара эшлекле осрашыуҙар: Өфө — 1997” конференцияһы ойошторола.

Тарих[үҙгәртергә]

Беренсе донъя һуғышы йылдарында Башҡортостанда Австро‑Венгрия империяһынан хәрби әсирҙәр була. Икенсе донъя һуғышы осоронда Башҡортостан яугирҙары, шул иҫәптән П.И.Анпилогов, М.И.Белов, В.М.Варфоломеев, А.С.Горин, Г.М.Подденежный, Ә.Ә.Фәтҡуллин, И.М.Цыбин, А. территорияһында Германия ҡораллы көстәрен тар‑мар итеүҙә ҡатнаша. 1989 й. Әшә—Оло Теләк тимер юлындағы транспорт һәләкәтенән һуң ҡайһы бер Австрия фирмалары ҡаза күргәндәргә медикаменттар һәм медицина ҡорамалдары менән ярҙам итә. Австрия тикшеренеүселәре Й.Вастл, Р.Лах, А.Каппелер һ.б. башҡорттар тураһында хеҙмәттәр яҙған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]