Автономия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Автономия, этностың ойошоп йәшәгән тарихи тыуған ерендә үҙ аллы идара итеүе.

Автономиялы берәмектәр үҙәк власть билдәләгән сиктәрҙә дәүләт власын һәм идара итеүҙе үҙ аллы тормошҡа ашырыу хоҡуғына эйә. СССР-ҙа автономиялар милли-территроиаль принцип буйынса төҙөлдө. Уға дәүләттең тормош-көнкүреше һәм милли составы менән айырылып торған, биләдәле кимәлдә иҡтдисади бөтөн булған төбәктәр эйә булды. Тәүге мәлдә совет автономиялары сәйәси һәм административ автономиялар рәүешендә барлыҡҡа килә. Юғары, сәйәси автономияларға – автономиялы совет социалистик республикалары, ә административ автономияларға – автономиялы өлкә, милли округтар, хеҙмәт коммуналары инә.

Дәүләт булараҡ, БАССР-ҙың үҙ Конституцияһы, дәүләт власының юғары органдары (Юғары Советы, Юғары Советы Президумы), хөкүмәте (Министрҙар Советы), идара итеүҙең үҙәк органдары (министырлыҡтар һәм ведомствалар), хөкөм эшмәкәрлегенең юғары органы (Юғары суды), закондар сығарыуға, гражданлыҡҡа, территорияның тейелмәҫлегенә хоҡуғы, дәүләт символдары (гербы, флагы, баш ҡалаһы) һәм башҡа дәүләт атрибуттары булдырылғайны. (ҡара: «Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүе»)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Народы России: Энциклопедия. М., 1994