Агротехника

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Агротехника(агро... һәм техника), ауыл хужалығы культураларын үҫтереү ысулдары системаһы, үҫемлекселек технологияһы. Агротехникаға ер эшкәртеү, ашлама ҡулланыу, сәсеү алдынан орлоҡ әҙерләү, сәсеү һәм ултыртыу, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү, урыу һәм уңышты урып алғандан һуңғы эшкәртеү инә.

Ысулдары[үҙгәртергә]

Ысулдарҙың һәр береһе бер нисә технологик операциянан тора. Мәҫәлән, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү ерҙе йомшартыуҙы, үҫемлектәрҙе күмеүҙе, һыу һибеүҙе һәм өҫтәмә ашлауҙы, ҡый үләндәренә, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙарына һәм ҡоротҡостарына ҡаршы көрәшеүҙе, үҫемлектәрҙең үҫеүен һәм үҫешен көйләүҙе (һабаҡ осон, артыҡ япраҡтарҙы өҙөү) һ.б. күҙ уңында тота. Агротехника ауыл хужалығы культураларының биологик үҙенсәлектәрен, хужалыҡтарҙың тупраҡ-климат һәм матди ресурстарын иҫәпкә алып, үҫемлекселектең юғары сифатлы продукцияһын килемле етештереүгә, тупраҡты эрозиянан һаҡлауға йүнәлтелгән.


Башҡортостандағы агротехника[үҙгәртергә]

Башҡортостанда 20 быуат башында үҫемлекселектә иң ябай эш ҡоралдарын һәм ҡул хеҙмәтен ҡулланыуға нигеҙләнгән 3—5 технологик ысул файҙаланылған. 60‑сы йылдарҙан алып республика хужалыҡтарында заманса техника, электр энергияһы, юғары уңдырышлы сорттар, сифатлы орлоҡтар, пестицидтар һәм ашламалар ҡулланылған интенсив технологиялар файҙаланыла. Ауыл хужалығы культураларының агротехника технологик операцияларҙың, орлоҡ, ашлама, пестицидтар һ.б. сарыф итеүҙең исемлеге килтерелгән технологик карталар рәүешендә йыл һайын аныҡлана һәм һүрәтләнә.

Фәнни тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә]

Борсаҡ, ҡарабойҙай, бойҙай, ужым арышы, картуф, кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө, виноград, сейә, ҡарағат, алмағас һ.б. ауыл хужалығы культураларының зональ агротехникаһы буйынса фәнни тикшеренеүҙәр Ауыл хужалығы институтында һәм Аграр университетта алып барыла. Камиллаштырылған технологиялар үҫемлекселектең уңдырышлылығын тәьмин итә (ц/га): иген культураларының — 30—60; картуф, шәкәр сөгөлдөрөнөң — 300—350; күп йыллыҡ үләндәрҙең (бесән) — 30—80.

Республикабыҙҙың агротехника буйынса эшләгән ғалимдары[үҙгәртергә]

Республика үҫемлекселек технологияһының үҫеше Н.Р.Бәхтизин, В.К.Ғирфанов, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Р.Р.Исмәғилев, Э.М.Кузеев, С.Н.Надежкин, Л.Н.Стреляева, М.Ғ.Әбдеева, И.П.Юхин һ.б. эшмәкәрлеге менән бәйле.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Научно обоснованные системы земледелия по зонам Башкирской АССР. Уфа, 1990.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Плуг Был Ауыл хужалығы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.