Адвокатура

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Лондондағы Линкольнс-Инн адвокат палатаһының иҫке бинаһы.

Адвокатура (лат. advoco — саҡырам) — адвокаттарҙың профессиональ берләшмәһе.

Тарих[үҙгәртергә]

Рәсәй[үҙгәртергә]

Гражданлыҡ йәмғиәте институты булып тора һәм дәүләт власы менән урындағы үҙидаралыҡ органдары системаһына инмәй. Суд реформаһына (1864) ярашлы Өфө, Троицк һәм Ырымбур округ судтарында 1898 йыл суд эштәре буйынса присяжныйҙар вәкилдәре институты, башҡа судтарҙа һәм административ органдарҙа — хосуси вәкилдәр институты ойошторола. 1910 ййыл Өфө губернаһында 12, 1916 йыл — 10 хосуси вәкил була. Присяжныйҙар вәкилдәре үҙидаралыҡлы корпорациялар төҙөй, уларҙың эшмәкәрлеген присяжныйҙар вәкилдәре советы һәм округ судтары күҙәтә. 1917 й. 22 нояб. Суд тураһындағы 1-се декрет м‑н хосуси һәм присяжный А. институттары бөтөрөлә. 1918 й. 15 февр. Суд тураһында 2-се Бөтә Рәсәй ҮБК декреты нигеҙендә эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттары советтары эргәһендә судта йәмәғәт яҡлауын һәм ғәйепләүен булдырыусы хоҡуҡ яҡлаусылар коллегиялары булдырыла.

Башҡортостан[үҙгәртергә]

1922 й. 26 майында раҫланған Адвокатура тураһындағы положение нигеҙендә 1922 й. 12 авг. БашҮБК декреты м‑н Башҡ-н яҡлаусылар коллегияһы ойошторола (1939 й. — Башҡ-н респ. адвокаттар коллегияһы). Коллегия 1922 й. 1 сент. эш башлай, 18 ағза иҫәпләнә. А. ойоштороу, уның эшмәкәрлеге БАССР яҡлаусылар коллективы положениеһы (1936), СССР адвокатураһы тураһында положение (1939), “СССР адвокатураһы тураһында” (1979) закон, РСФСР адвокатураһы тураһында положениелар (1962, 1980), БР‑ҙың “Адвокатура тураһында” (1992 й., 2003 й. ғәмәлдән сыға) законы м‑н көйләнә. 2002 й. 31 майындағы “Рәсәй Федерацияһында адвокат эшмәкәрлеге һәм адвокатура тураһында” Федераль законға ярашлы 2002 й. 22 нояб. респ. бөтә терр. халыҡҡа квалификациялы юридик (ш. иҫ. бушлай) ярҙам күрһәтергә, дәүләт власында, урындағы үҙидаралыҡ органдарында, йәмәғәт берекмәләрендә һ.б. вәкиллек булдырырға һәм адвокаттарҙың мәнфәғәтен яҡларға, адвокаттарҙы проф. әҙерләүҙе һәм проф. этика кодексын һаҡлауҙы контролдә тоторға тейешле БР Адвокат палатаһы ойошторола. Мотлаҡ ағзалыҡ принцибына нигеҙләнә (1 меңдән ашыу кешене берләштерә) һәм РФ адвокаттарының Федераль палатаһына инә. БР Адвокат палатаһының юғары органы булып адвокаттар конф. тора, коллегиаль башҡарма орган — палата президенты етәкселегендә Палата советы. БР Адвокат палатаһы системаһында төрлө адвокат берекмәләре эшләй: 10 коллегия, 8 бюро, 127 адвокат кабинеты (2004), ш. уҡ юридик консультациялар. Иң ҙур берекмә булып БР ҡалалары һәм райондарында 90-дан ашыу структур бүлектәрҙе берләштергән Башҡ-н респ. адвокаттар коллегияһы һанала (750-нән ашыу ағза).

Башҡортостанн республика адвокаттар (яҡлаусылар) коллегияһы Президиумы рәйестәре[үҙгәртергә]

  • С.П.Кастров (1922 й. алып)
  • П.В.Змеевский (1929 й. алып)
  • И.Г.Әхмәров (1930 й. февр.— окт.)
  • П.Н.Стариков (1933 й. алып)
  • И.И.Супонин (1937 й. алып)
  • М.П.Дмитриев (1940 й. алып)
  • Л.С.Аблеев (1941 й. алып)
  • Н.Н.Атнакаев (1947 й. алып)
  • И.В.Хрулёв (1954 й. алып)
  • Д.Б.Мурзин (1969 й. алып)
  • Ш.Ә.Мәхмүтов (1985 й. алып)
  • Б.Ғ.Йомаҙилов (2003 й. алып)

БР Адвокат палатаһы президенты[үҙгәртергә]

  • Мәхмүтов (2002 й. алып)
  • Йомаҙилов (2009 й. алып)

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә]

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • П.Д. Баренбойм, Роль московской адвокатуры в формулировании понятий правового государства и гражданского общества, журнал "Адвокат", № 9, 2010