Адольф Гитлер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Адольф Гитлер
нем. Adolf Hitler
Адольф Гитлер
Өсөнсө Рейх рейхсканцлеры Германия
30 ғинуар 1933 — 30 апрель 1945
Алдан килеүсе: Курт фон Шлейхер
Дауамсыһы: Пауль Йозеф Геббельс
Флаг
Өсөнсө Рейх фюреры
8 август 1934 — 30 апрель 1945
(1934 йылдың 2 августынан вазифа башҡарыусы )
Алдан килеүсе: вазифа раҫланған
Пауль фон Гинденбург (Рейхспрезидент)
Дауамсыһы: вазифа бөтөрөлгән
Карл Дёниц (Рейхспрезидент)
Флаг
Рейхсштатгальтер Пруссия
30 ғинуар 1933 — 30 ғинуар 1935
Хөкүмәт башлығы: Франц фон Папен
Герман Геринг
Алдан килеүсе: вазифа раҫланған
Дауамсыһы: Герман Геринг
Флаг
НСДАП-ың 3-сө рейесе (Фюреры)
29 июль 1921 — 30 апрель 1945
Алдан килеүсе: Антон Дрекслер
Дауамсыһы: вазифа бөтөрөлә
Мартин Борман (фирҡә эштәре буйынса министр булараҡ)
 
Партия: Parteiadler der Nationalsozialistische Deutsche Arbeiterpartei (1933–1945) (andere).svg НСДАП
Тыуған: 20 апрель 1889(1889-04-20)
Рансхофен, Браунау-на-Инне Верхняя Австрия, Австро-Венгрия,
Вафат: 30 апрель 1945(1945-04-30)
Берлин, Өсөнсө рейх
Ерләнгән: Магдебургта НКВД базаһы территорияһында йәшеоен ерләнгән , 1970 йылда мәйете яндырылып Эльбой өҫтөнән һибелгән
Атаһы: Алоис Гитлер
Әсәһе: Клара Гитлер
Ҡатыны: Ева Браун
Балалары: Жан-Мари Лоре (предположительно)
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: 19141918
Принадлежность: Флаг Германии (1871-1918, 1933-1935) Германия империяһы
Ғәскәр төрө: пехота
Хәрби звание: ефрейтор
Хәрби бәрелештәр: Беренсе бөтә донъя һүғышы
 
Автограф: Автограф
 
Наградалары:
1-се класлы Тимер крест
2-се класлы Тимер Тәре
За ранение в чёрном
НСДАП фирҡәһенең алтын билдәһе
Ҡан ордены
Һуғыш ветеранының почёлы тәреһе

Адо́льф Һи́тлер (нем. Adolf Hitler [ˈaːdɔlf ˈhɪtlɐ]; (20 апрель, 1889, Рансһофен ауылы[1] (хәҙер — Иннелағы Браунау ҡалаһы өлөшө), Австро-Венгрия — 30 апрель, 1945, Берлин, Германия) — милли-социализмға нигеҙ һалыусы һәм уның төп фигураһы, Өсөнсө Рейхта тоталитар диктатураны башлаусы, Милли-социалистик немец эшселәр фирҡәһе юлбашсыһы (фюреры), (1921—1945)[2], Германия рейхсканцлеры (1933—1945), Германия фюреры (1934—1945), Икенсе бөтә донъя һуғышында Германия ҡораллы көстәренең (1941, 19 декабрҙән) юғарғы башлығы.

Һитлер Икенсе донъя һуғышын төп ойоштороусы булып һанала, нацистик режимдың Германия һәм баҫып алынған территорияларҙа, Холокосты ла ҡушып, бик күп вәхшилектәре уның исеме менән бәйле.

Биографияһы[үҙгәртергә]

Фамилияһының этимологияһы[үҙгәртергә]

Билдәле немец филологы, ономастика буйынса белгес Макс Готтшальд (1882—1952) фекеренсә, «Һитлер» фамилияһы (Hittlaer, Hiedler) Hütler («ҡарауылсы», ихтимал, «урман ҡарауылсыһы»лыр, Waldhütter)[3] тигәнгә тап килә.

Нәҫеле (шәжәрәһе)[үҙгәртергә]

Атаһы — Алоис Һитлер (1837—1903). Әсәй — Клара Һитлер (1860—1907), ҡыҙ саҡта — Пёльцль.

Алоис, тыума булараҡ, 1876 йылға тиклем әсәһе Мария Анна Шикльгрубер (нем. Schicklgruber) фамилияһында йөрөй Алоисҡа биш тулғанда Мария Шикльгрубер тирмәнсе Йоһанн Георга Һидлерға (Hiedler) кейәүгә сыға. Үҙ йорто ла булмаған бер фәҡир була ул. 1876 йылда 3 шаһит 1857 йылда үлеп ҡалған Гидлер Алоистың атаһы ине тип шәһәҙәтлек бирәләр, шулай итеп фамилиялы була. Фамилияның «Һитлер» тип яҙыла башлауы «Тыуыусыларҙы теркәү кенәгәһендә» яҙған кешенең хата ебәреүе арҡаһындалыр тип фараз итәләр . Хәҙерге тикшеренеүселәр Алоистың атаһы Гидлер түгел, ә уның малайҙы өйөнә алып тәрбиләгән ағаһы Йоһанн Непомук Һюттлер тигән фекер белдерәләр[4][5].

Адольф Һитлер иһә 1920-се йылдарҙан таралып, хатта ҘСЭ-ның[6] 3-сө баҫмаһына инеп киткән Шикльгрубер[7][8] фамилияһын бер ваҡытта ла йөрөтмәгән.

1885 йылдың 7 ғинуарында Алоис үҙенең ҡәрендәше Клара Пёльцлгә өйләнә (Йоһанн Непомук Һюттлерҙың ейәнсәренә) . Был уның 3-сө никахы була. Клараға туғанлыҡ арҡаһында Алоисҡа уға өйләнеү өсөн Ватикандан рөхсәт алырға тура килә[4][9]. Клара Алоистан 6 бала таба, Адольф өсөнсө була.

Һитлер ғаиләһендәге был хәлдәрҙе белгән, шуға ла ата-әсәһе тураһында бик әҙ генә мәғлүмәт бирә торған булған, ә башҡаларҙан нәҫелен документтар менән раҫлауҙы талап иткән. 1921 йылдан сығышын һәр саҡ йәшереберәк торған. Әсәһен генә йыш телгә алған. Атаһы яғынан нәҫелен күрһәтергә яратмауы арҡаһында австрия тарихсыһы Рудольф Коппенштайнером австрия шағиры Роберт Һамерлиң[4] менән туған булыуын бер кемгә лә әйтмәгән (улар Йоһанн Непомуктан туралай киткән нәҫел).

Адольфтың олаталары Шикльгруберҙар яғынан да, Һитлерҙар яғынан да крәҫтиән булған. Атаһы ғына дәүләт чиновнигы булып киткән.

Бала саҡ ерҙәренән Һитлер ата-әсәһе ерләнгән Леондиңда, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Шпиталдә һәм Линца ғына булырға яратҡан. Бында ул юлбашсы булғас та килеп торған[4].

Бала сағы[үҙгәртергә]

Гитлер бала сағында. (1889/1890)
А. Гитле 1889 йылда тыуған йорт. Буласаҡ диктатор өс йәшенә тиклем йәшәгән. Браунау-на-Инне (Австрия). Фотография, 1934 г. Йорт хәҙерге көнгә тиклем һаҡланған.

Адольф Һитлер Австрияла, Инналағы Браунау ҡалаһында, 1889 йылдың 20 апрелендә 18 сәғәт 30 минутта «Померанец янында» тигән ҡунаҡханала тыуа. Ике көндән Адольф тип исем бирәләр. Һитлер әсәһенә бик оҡшаған булған. 29 йәшлек әсәһе уға тиклем 3 балаһын юғалтҡан була, улын бик ярата.

1892 йылға тиклем Бранауҙағы шул уҡ ҡунаҡханала йәшәйҙәр. Адольфтан башҡа атаһының икенсе ҡатынынан балалары Алоиз менән Ангела ла улар менән бергә йәшәгән. 1892 йылдаң авгусында атаһы юғарыраҡ дәрәжәгә күсерелә, улар Пассауҙа йәшәй башлай.

1895 йылдың апрелендә ғаилә Линцҡа күсенә. 1 майҙа Адольф Фишльһамдағы бер йыллыҡ халыҡ мәктәбенә һабаҡҡа төшә. 25 июндә атаһы көтмәгәндәсәләмәтлеге арҡаһында ваҡытынан алда пенсияға сыға. 1895 йылдың июлендә ғаилә Һафельд тигән урынға күсенә, бында 38 мең кв.м.ере булған йорт һатып алалар.

Башланғыс синыфтарҙа Адольф яҡшы уҡый. 1939 йылда Һитлер Фишльһамдағы үҙе уҡып-яҙырға өйрәнгән мәктәпте һатып ала һәм янында яңы мәктәп төҙөргә бойороҡ бирә[4].

1896 йылдың 21 ғинуарында һеңлеһе Паула тыуа. Уны бик ярата һәм һәр саҡ ярҙам күрһәтеп тора[4].

1896 йылда Һитлер Ламбахтағы иҫке католик монастыренең икенсе синыфынауҡырға бара, 1898 йылға тиклем шунда уҡый Тик яҡшы баһаға ғына өлгәшә[4]. Хорҙа йырлай һәм месса ваҡытында руханиға ярҙамсы була. Шунда ул тәүге тапҡыр гербта свастика күрә Үҙ канцелярияһында ул аҙаҡтан ағастан шундай уҡ свастика эшләтеп ала[4].

Үҙе менән һыйышмай, Алоиз өйҙән сығып киткәс, атаһы Адольфты туҡтауһыҙ контролдә тота, сөнки ул да ағаһына оҡшап эшлекһеҙ булып үҫер тип ҡурҡа[4].

1897 йылдың ноябрендә Леондиңда өй һатып алып, 1898 йылда шунда күсенәләр[10].

Адольф өсөнсө тапҡыр мәктәбен алмаштырып, дүртенсе синыфҡа уҡырға бара. Бында 1900 йылдың сентябренә тиклем уҡый.

1900 йылда Эдмунд ҡустыһы үлгәс, Адольф Клара Һитлерҙың берҙән-бер улы булып ҡала.

Тап бына Леондиңда атаһының йоғонтоһонда Һитлер сиркәүгә өнәмәй ҡарай башлай[4].

1900 йылдың сентябрендә Адольф Линцтағы дәүләт реаль мәктәбенең реальной школы беренсе синыфына бара. Ауыл мәктәбенән һуң малайға бында оҡшамай. Ему лишь нравилось проходить расстояние от дома до школы длиной в 6 км[4]. Саҡырым үтеп мәктәпкә йөрөү генә оҡшай уға.

Шул ваҡыттан Адольф үҙенә оҡшаған фәндәрҙе — тарихты, географияны һәм бигерәк тә рәсемде генә өйрәнә. Ҡалғандарын һанламай. Һөҙөмтәлә күсмәй ултырып ҡала[4][11].

Үҫмерлек һәм йәшлек йылдары[үҙгәртергә]

Гитлер (уртала) синыфташтары менән. 1900 йыл.

13 йәшендә, Адольф реаль мәктәптең икенсе синыфында уҡығанда, кинәт атаһы үлә. Атаһы менән мөнәсәбәттәре яҡшынан булмаһа ла, Адольф уны бик яратҡан була, табут янында тыйылмай илай[4].

Әсәһе үтенгәнгә генә мәктәпкә йөрөй, әммә атаһы ҡушҡанса чиновник түгел, ә рәссам булырға ҡарар итә[4]. 1903 йылдың яҙында Линцтағы ятаҡҡа күсеп йәшәй башлай. Дәрестәргә йүнләп йөрөмәй.

15 йәшендә өсөнсө синыфты тамамлағанда, 1904 йылдың 22 майында Линцта уныңконфирмацияһы була. Был ваҡытҡа ул пьеса, шиғырҙар һәм новелла, шулай уҡ Вагнерҙың операһына либретто, увертюра[4] яҙған була.

1904 йылдың көҙөндә француз теле буйынса имтиханын ике тапҡыр барып саҡ тапшыра, унан икенсе мәктәпкә барып уҡырға вәғәҙә алалар, сөнки йүнләп өлгәшмәй[4]. Ул ҡыҙыу, үҙ һүҙле, тыңлауһыҙ була. Күптәрҙең әйтеүенсә, йәш сағынан уҡ психопатик һыҙаттары күренеп тора[4].

1904 йылдың сентябрендә Һитлер Штейрҙағы дәүләт реаль мәктәбенә дүртенсегә бара һәм унда 1905 йылға тиклем уҡый. Ул йәшәгән фатир урамын аҙаҡ Адольф Гитлерплац[4] тип атайҙар.

1905 год йылдың февралендә Адольф реаль мәктәптең дүртенсе синыфын тамалау тураһында танытма ала, унда баһалары бик хөрт була.

1905 йылдың сентябрендә Адольф әсәһенең үтенесе буйынса дүртенсе синыфты бөткән танытмаһындағы насар баһаларҙы төҙәтеп, яңыны алыр өсөн ҡабаттан дүртенсегә бара[4].

Әммә шул мәлдә үпкәһе шешеп ауырып китә һәм табибтар уҡыуын ташлап торорға кәңәш итәләр. Әсәһе Адольфты Шпиталгә туғандарына алып барып ҡуя.

Әсәһендә яман шеш табалар һәм операция эшләйҙәр. Уның хәле бер аҙ яҡшырғас, 18 йәшендә Һитлер Венаға дөйөм художество академияһына уҡырға инергә бара, әммә икенсе турҙан уҙа алмай. Шулай ҙа ректор менән осрашыуға өлгәшә, һәм тегеһе уға архитектура менән шөғөлләнергә кәңәш итә[12].

1907 ноябрендә һитлер Линцҡа ҡайтып, ауырыу әсәһен ҡарай. 1907 йылдың 21 декабрендә әсәһе үлә, 23 декабрҙә Адольф уны атаһы янында ерләй.

1908 йылдың февралендә туғандарына мираҫ мәсьәләләрен хәл итеп, Венаға юллана.

1908 йылда Һитлер шул уҡ художество академияһына имтихан биреп ҡарай, был юлы өсөнсө турҙа үтмәй. Бынан һуң ул адресын йәшереп төрлө урындарҙа йәшәй, армияла "чехтар һәм йәһүдтәр" менән бергә хеҙмәт иткеһе килмәй, әммә герман рейхы[4] өсөн йәнен бирергә әҙер була. Рәссам булып эшкә урынлаша, 1909 йылда яҙыусылыҡҡа инә.

1909 йылда Рейнгольд Ганиш тигән кеше менән таныша. Ул Адольфтың картиналарын һата. 1910 йылдың авгусында Һитлер полиция комиссариатына Ганиш өҫтөнән ялыу яҙа - бер картинамды урланы, аҡсамды биреп еткермәне, тип яҙа. Ганишты ете көнгә ултыртып ҡуялар. Картиналарын үҙе һата башлай. Табыш күп килә һәм ул етем булараҡ пенсияһынан һеңлеһе Паула файҙаһына баш тарта. Бынан тыш туған апаһы Йоһанна Пельц[4] уға мираҫ ҡалдыра.

Ниһайәт, Һитлерҙа белем алырға теләк уяна, күп уҡый. Артабан ул французса ла, инглизсә лә тәржемәсеһеҙ фильмдар ҡарай, гәзит-китаптар уҡый. Тарих, төрлө армияларҙың ҡоралдары һ.б. мәғлүмәттәрҙе бик яҡшы белә[4].

1913 йылда, 24 йәшендә Мюнхенға китәһәм шунда фатирға турынлаша. Беренсе донъя һуғышы башланғанға тиклем шунда рәссам булып эшләй.

1913 йылдың 29 декабрендә австрия полицияһы Мюнхенға Һитлерҙы табып биреүҙе һорап мөрәжәғәт итә. . 1914 йылдың 19 ғинуарында мюнхен полицияһы уны австрия консуллығына килтерә. Зальцбургта комиссия үткәндә уны хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип таныйҙар.

Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашлығы[үҙгәртергә]

1914 йылдың 1 авгусында Беренсе бөтә донъя һуғышы башлана. Һитлер шатланып, тиҙ генә Людвиг III Бавария армияһында хеҙмәт итергә рөхсәт һорап яҙа. Рөхсәт алғас, Ул 16-сы резерв полкын һайлай.

1914 йылдың октябрендә Көнбайыш фронтҡа ебәрелә, тиҙ үк Изер, Ипр буйында һуғышта ҡатнаша.

1914 йылдың 1 ноябрендә ефрейтор званиеһы бирелә.Фландриялағы алыштан һуң 1914 йылдың 2 декабрендә икенсе дәрәжә Тимер тәре менән бүләкләнә.

Һуғыштарҙа туранан-тура даими ҡатнаша. Беелицала лазаретҡа эләгә. Госпиталдән сыҡҡас, (март, 1917 йыл) 1-се резерв батальонының 2-се ротаһына ҡайта.

1917 йылда — Аррас,Артуа, Фландрия, Юғары Эльзас. 1917 йылдың 17 сентябрендә III дәрәжә хәнйәрле Тәре менән бүләкләнә[4].

1918 - Францияла бөйөк һуғыш, Эвр, Мондидье. 9 май,1918 йыл - Фонтане янындағы батырлығы өсөн полк дипломы. 18 майҙа - яралылар отличиеһы билдәһе бирелә(ҡара төҫлө). Суассон, Реймс, Уаза, Марна, Эна. Бик ауыр шарттарҙа доненсение килтереп еткереп, пехотаны ҡотҡарған өсөн беренсе дәрәжә Тимер тәре менән наградланған[4].

21—23 август, 1918 йыл — Монси-Бап яуында һуғыш.

25 август, 1918 йыл — хеҙмәт өсөн III дәрәжә награда[4].

15 октябрь, 1918 йыл — Ла Монтень янында химик снаряд төшөп ярылып, газ менән ағыулана. Бер аҙға күреү һәләтен юғалта. Госпиталдә дауаланғанда Германияның еңелеүен, кайзерҙың ҡолатылыуын ишетеп, быны бик ауыр кисерә.

НСДАП төҙөү[үҙгәртергә]

1919 йылда Мюнхенға ҡайтҡас, Һитлерҙы агитаторҙар курсына ебәрәләр (Vertrauensmann ). Фронттан ҡайтҡан һалдаттарҙы большевиктарға ҡаршы өгөтләргә өйрәтәләр. Лекторҙар күпселектә ультрауң ҡарашлы була. Улар араһында НСДАП-тың буласаҡ иҡтисади теоретигы Готфрид Федер ҙә була[13].

Бер дискуссия ваҡытында Һитлер ялҡынлы антисемит монологы менән рейхсверҙың 4-се Бавария командованиеһы агитация бүлеге етәксеһенә оҡшап төшә, уға армия масштабында сәйәси функция тәҡдим итә[4]. блиотека была явно антисемитского содержания, что наложило глубокий след на убеждения Гитлера[4].

1919 йылдың 12 сентябрендә Адольф Һитлер Немец эшсе фирҡәһе ултырышына килә(ДАП)  Һитлер пангерманистик ҡараштан бик оҫта сығыш яһап, фирҡәгә инергә тәҡдим ала[14]. Һитлер тиҙ үк тотош фирҡәнең бар эшмәкәрлегенә йоғонто яһай башлай[15].

1920 йылдың 1 апреленә тиклем Һитлер рейхсверҙа хеҙмәт итә. 1920 24 февралендә фирҡә ултырышында Дрекслер, Федер менән берлектә 25 пункттан торған программа тәҡдим итә, ул нацистик фирҡәнең программаһына әйләнә[16].

Һитлерҙың тәҡдиме буйынса фирҡә Немец милли-социалистик эшсе фирҡә (немец транскрипцияһында НСДАП) тип атала башлай. Сәйәси публицистикала На́ци тип атай башлайҙар[17]. Фирҡә эсендә конфликттар була. Һитлер хатта ултырып та сыға. 1923 йылдың 27 ғинуарында Һитлер НСДАП-тың тәүге съезын үткәрә; 5000 штурмовик Мюнхен буйлап марш менән үтә.

«Һыра фетнәһе»[үҙгәртергә]

Гитлер 20-се йылдарҙа

1920-се йылдар башына НСДАП Баварияла танылыу ала. Штурм отрядтары (немецса ҡыҙҡаса — СА) башында Эрнст Рём тора. Һитлер тиҙ үк бик йоғонтоло кешегә әүерелә.

1923 йылда Германияла Рурҙы француздар баҫып алыуы менән бәйле кризис башлана. Нацистар Бавария етәкселегендә торған уң консерватор-сепаратистар менән берләшеп, Берлиндағы социал-демократик хөкүмәткә ҡаршы сығырға өндәй. Әммә Берлиндағы Генераль штабтың ҡаты ҡаршы тора, һәм Бавария лидерҙары (Кар, Лоссов и Сейсер) ҡаушап ҡала, һитлерға әле Берлинға ҡаршы сыҡмаясаҡтарын белдерә.

1923 йылдың 8 ноябрендә 9 сәғәттә Һитлер һәм Эрих Людендорф штурмовиктарын эйәртеп, Карр, Лоссов һәм Сейсер үткәргән митингыға килеп инәләр (Мюнхенда, «Бюргербройкеллер» һыраханаһында). Эскә ингәс, һитлер «Берлиндағы хыянатсылар хөкүмәтен ҡолатыу" тураһында хәбәр һала. Мәгәр бавар лидерҙары сығып китә, шунан һуң Карр НСДАП-ты һәм штурм отрядтарын ябыу тураһында прокломация сығара.

9 ноябрь иртәһендә Гитлер һәм Людендорф 3 меңләп штурмовик менән оборона министерлығына юллана, әммә Резиденцштрассе урамында полиция туҡтатып, ут аса. Нацистар һәм улар яҡлылар мәйеттәрҙе һәм яралыларҙы алып, ҡасырға мәжбүр була. Германия тарихына эпизод «һыра фетнәһе» булып инеп ҡалған.

1924 йылдың февраль — мартында фетнә башлыҡтарын хөкөм итәләр. Суд Һитлерға дәүләткә хыянаты өсөн 5 йыл төрмә бирә һәм 200 алтын марка штраф һала. Әммә 9 айҙан уны иреккә сығаралар[82].

Власҡа үрләүе[үҙгәртергә]

Гитлер — оратор, 30-сы йылдар башы

Лидер юҡта фирҡә тарҡала, Һитлерға эште өр-яңынан башларға тура килә. НСДАП-ты тиҙ үк Баварияла ғына түгел, дөйөм милләт сәйәси көсөнә әйләндереүгә өлгәшә.

1925 йылда Һитлер Австрия гражданлығынан баш тарта һәм 1932 йылдың февраленә тиклем гражданлыҡһыҙ була.

1930—1945 — СА-ның иң юғарғы фюреры.

1932 йылда Һитлер Германияның рейхспрезиденты булып һайланырға ҡарар итә. 25 февралдә эске эштәр министры Брауншвейг уны Берлинда үҙенең вәкиллегендә атташе итеп тәғәйенләй. Һитлерға был үҙлегенән немец гражданлығы бирә һәм һайлауҙа ҡатнашырға мөмкинлек тыуа[18]. Һитлер һайлауҙа үтә алмай, әммә пропагандала яңы алымдар уйлап сығара, тәжрибә туплай[19].

4 июнь, 1932 йыл — Рейхстаг таратыла. Киләһе айҙағы һайлауҙа НСДАП ышаныслы еңә, (37,8 % тауыш) Икенсе урында — социал-демократы — 21,9 %.

6 ноябрь, 1932 — рейхстагҡа һайлау яңынан үткәрелә. НСДАП-тан рейхстагҡа тәүге 230 урынына 196 депутат үтә .

3 декабрь, 1932 — Рейхсканцлер итеп Курт фон Шлейхер тәғәйенләнә.

Рейхсканцлер һәм дәүләт башлығы[үҙгәртергә]

Эске сәйәсәте[үҙгәртергә]

Һитлер 1933 йылда

1933 йылдың 30 ғинуарында президент Һинденбург Һитлерҙы рейхсканцлер (хөкүмәт башлығы) итеп тәғәйенләй[20] 27 февралдә парламентта — Рейхстагта ут сыға. Коммунист Маринус ван дер Люббены ғәйепләйҙәр. Әлеге көндә быны нацистар әҙерләгәне иҫбатланған, Карла Эрнст — башҡарыусы[21][22]. Һитлер Коммунистик фирҡәне власты тартып алырға ынтылыуҙа ғәйепләй һәм конституцияның ете статьяһын туҡтатып, хөкәмәткә ғәҙәттән тыш вәкәләттәр алыуға өлгәшә.

Парламент яныуын сәбәп итеп нацистар дәүләтте ҡаты контролгә ала. Коммунистик, унан социал-демократик фирҡәләр тыйыла. Ҡайһы бер фирҡәләр үҙҙәре тарала. Профсоюздар бөтөрөлә, мөлкәте нацистик эшсе фронтҡа бирелә. Яңы власҡа ҡаршылар судһыҙ-ниһеҙ концентрацион лагерҙарға оҙатыла.

1934 йылдың 2 августында президент Гинденбург үлә. Плебесцит һөҙөмтәһендә президентлыҡ бөтөрөлә, вәкәләттәре «Фюрер һәм Рейхсканцлер» булараҡ, Һитлерға тапшырыла (Führer und Reichskanzler ). Эти действия получили одобрение 84,6 % электората[23]. Һитлер Иң юғарғы баш командующий булып китә, ғәскәриҙәр уға ант эсә[24].

Һитлер етәкселегендә эшһеҙлек бөтә. Халыҡҡа социаль ярҙам арта. Мәҙәни һәм спорт саралары күпләп үткәрелә. Беренсе донъя һуғышында еңелгән өсөн реванш рухында сәнәғәт аяҡҡа баҫтырыла, халыҡ араһында эш алып барыла.

Һитлер антисемитизмды алға һөрә. Йәһүдтәрҙе һәм сиғандарҙы эҙәрлекләй башлайҙар[25].

Территорияларға экспансия башланыу[үҙгәртергә]

Өсөнсө рейх - 1939 йылда. Күк төҫ н. «Элекке рейх»; зәңгәр — земли, присоединённые в 1938 йылда ҡушылған ерҙәр г.; аҡһыл-зәңгәр — Богемия һәм Моравия Протектораты

Һитлер тиҙ үк Германияның Версаль килешеүенән сығыуын белдерә, сөнки ул Германияның һуғыш алып барыу мөмкинлектәрен сикләй. Йөҙ меңлек рейхсвер миллионлы вермахтҡа әйләнә,танк ғәскәрҙәре булдырыла һәм хәрби авиация тергеҙелә. Ғәскәрһеҙ Рейн зонаһы бөтөрөлә.

1936—1939 Германия франкистарға Испаниялағы граждандар һуғышында ярҙам итә.

1938 Австрия аннексиялана.

1938 йылдың көҙө — Мюнхен килешеүе буйынса Чехословакияның бер өлөшө аннексиялана — (Судет өлкәһе рейхсгау).

Time журналы 1939 йылдың 2 ғинуар һанында Һитлера «1938 йыл кешеһе» тип атай[26].

1939 йылдың мартында Чехословакияның ҡалған өлөшө баҫып алына, шулай уҡ Литваның бер өлөшө аннексиялана (Мемель өлкәһе). Шунан Һитлер Польшаға яҫҡана башлай. Польшаның срюздаштары — Бөйөк Британия һәм Францияға был оҡшамай — конфликтҡа нигеҙ һалына

Икенсе донъя һуғышы[үҙгәртергә]

Баҫып алынған Польшаға килеүе, 1939

Был яҫҡаныуҙарға ҡаты яуап алғас, 1939 йылдың 3 апрелендә Һитлер Польшаға һөжүм планын раҫлай («Вайс» операцияһы).

1939 йылдың 23 авгусында Һитлер Советтар Союзы менән Һөжүм итмәү тураһында килешеү төҙөй. 1 сентябрҙә Глейвицта инцидент килеп сыға, шуны сәбәп итеп Польшаға һуғыш башлана. Икенсе бөтә донъя һуғышы тоҡана. Сентябрҙә Польшаны тар-мар итеп, Германия апрель-майҙа 1940 Норвегияны, Данияны, Һолландияны, Люксембургты һәм Бельгияны баҫып ала, Францияла фронт аса. Июндә Парижды алалар, Франция баш һала. 1941 йылдың яҙында Германия Грецияны һәм Югославияны яулай, ә 22 июндә СССР-ға һуғыш аса. Башта совет ғәскәрҙәре сигенә, еңелә.

Әммә 1942 йылдың ҡышынан немец армияһы СССР-ҙа ла (Сталинград), Мысырҙа ла (Әл-Аләм) еңелә башлай. Икенсе йылына Ҡыҙыл армия ныҡлы һөжүм башлай. инглиз-американ ғәскәрҙәр Италияла хәрәкәт башлап, көстө үҙҙәренә лә йәлеп итә. 1944 йылда советтерритория ерҙәре азат ителә, Ҡыҙыл Армия Польшаға һәм Балканға йүнәлә; инглиз-американ ғәскәрҙәр Францияның күп өлөшөн азат итә. 1945 йылдан һуғыш Рейх ерҙәрендә дауам итә.

Һитлерға һөжүм[үҙгәртергә]

8 ноябрь, 1939 йыл — «Бюргерброй» һыраханаһында сығыш яһағанда һөжүм яһайҙар. Трибуна аҫтындағы шартлатҡыстан 8 кеше үлә, 63 яралана. Һитлер шунан алда ғына сығыш яһап бөтөп, Берлинға юлға сыҡҡан була.

Быны эшләгән Эльзер тигән столяр тотола һәм ғәйебен таный. 1945 йылдың 9 апрелендә, ул ултырған концлагерға союздаштар яҡынлашҡас, Һиммлерҙың бойороғо буйынса Эльзерҙы аталар[27].

1944 йылдың 20 июлендә лә уны үлтереп, солох төҙөү маҡсаты менән үлтерергә йыйыналр. Шартлауҙа 4 кеше һәләк була, һитлер тере ҡала.Еңел яралар ала һәм ваҡытлыса ишетеү һәләтен юғалта.

Заговорҙа ҡатнашыусыларҙы Һитлерҙың бойороғо буйынса бик яфалап үлтерәләр, фотоға һәм фильмға төшөрәләр. Аҙаҡ ул шул фильмды гел ҡарай торған булған.

Һитлерҙың үлеме[үҙгәртергә]

«Һитлер үлек». Америка гәзите мәҡәләһенең башы

Совет контрразведкаһы һәм союзниктар разведкаһы йыйған мәғлүмәттәр буйынса, 30 апрель, 1945 Берлинда Һитлер ҡатыны Ева Браун менән атылып үләләр. Ағыуланған тигән һүҙҙәр ҙә була. Ауыҙына ампула ҡабып атылған тигән фараздар ҙа бар. Әммә шаһиттар уның атылып үлеүен раҫлай.

Хеҙмәтселәре әйтеүенсә, Һитлер кәнистер менән бензин әҙерләп, үҙе тирәһендәгеләр менән бәхилләшеп, бүлмәгә инеп атыла. Мәйеттәрҙе бункер эргәһенә сығарып һалып, бензин һибеп яндыралар.

5 майҙа ерҙән сығып торған юрған мөйөшөн күреп ҡалып, мәйеттәрҙе табып алалар. Донъяла әммә бункерҙа Гитлерҙың һәм ҡатынының «игеҙәктәре» атылған, ә фюрер ҡатыны менән Аргентинаға ҡасып китеп, үлгәнсә шунда йәшәгән тигән легендалар таралған[28]. Әммә фәнни ойошмалар быны кире ҡаға.

Инаныстары һәм ғәҙәттәре[үҙгәртергә]

Һитлер 1931 йылдан үлгәнсә вегетариан булған.Һитлер ит ашауҙан ғына тыйылған тигән мәғлүмәттәр бар. Тәмәке тартыуҙы ла яратмай, нацистик Германияла быға ҡаршы көрәш бара.

Һитлер бик таҙалыҡ яратҡан. Тымаулы кешеләрҙән бик ҡурҡҡан. Фамильярлыҡты яратмаған[4] .

Кеше менән әҙ аралашҡан. Кәрәк кешеләр менән, тыңлаусандар менән генә эш алып барған. Хаттарында кешенең хәлен һорашмаған. Сит телдәрҙән һүҙҙәр ҡыҫтырырға яратҡан. Хатта һуғыш ваҡытында ла күп уҡыған[4] .

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә]

  • Бер мәл Һитлер көтмәгәндә килеп ингәс, кәрт уйнап ултырған Ева Браундың һеңлеһе һүндереп өлгөрмәгән төпсөгөн тәмәке һауытына һалған да өҫтөнә менгән дә ултырған. Һитлер юрый эргәһенә килеп тороп, оҙаҡ итеп кәрт уйнау оҫталығына өйрәткән. Ҡайытп шуны һөйләгәндер, сөнки апаһы иртәгәһенә «осаңдағы күберсектәр нисек» икәнен белешкән[4].
  • Һитлер сығыштарын машинисткаға тураран-тура әйтеп тороп яҙҙырған. Ул сығыш яһағандағы кеүек хискә бирелеп, ялҡынлы телмәр тотҡанда ике машинистка саҡ яҙып өлгөргән. Шунан бер нисә сәғәт ултырып төҙәтә торған булған[4].
  • 2012 йылдың ғинуарында фюрерҙың «Тҡнгҡ диңгеҙ» картинаһын аукционда 32 мең евроға һаталар[29].
  • «Катакомбная церковь истинных православных христиан» тигән ойошма вәкилдәре Һитлерҙы «Атаульф Мюнхенский, великомученик Берлинский» тигән исем менән изгеләштерергә маташа[30].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Город в Австрии лишил Гитлера почетного гражданства
  2. 29 июля 1921 года был избран 1-м председателем НСДАП, фюрер с ноября 1921 года [1], Новая медицина тысячелетия, 4/2008).
  3. Deutsche Namenkunde: Unsere Familiennamen nach ihrer Entstehung und Bedeutung. München-Berlin, 1942. S. 276.
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 4,12 4,13 4,14 4,15 4,16 4,17 4,18 4,19 4,20 4,21 4,22 4,23 4,24 4,25 4,26 4,27 4,28 4,29 4,30 Вернер Мазер . Адольф Гитлер. Ростов н/Д: Феникс, 1998. — 608 с. — (След в истории). 
  5. Alan Bullock Hitler: a Study in Tyranny — New York: Harper & Raw. (инг.)
  6. Гитлер Адольф — статья из Большой советской энциклопедии
  7. Davin, Eric Leif Hitler Never Really Was Schicklgruber. The New York Times (6 мая 1990). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 август 2011. 25 апрель 2010 тикшерелгән. (инг.)
  8. Ширер, У. Взлёт и падение Третьего рейха. — Т. 1. — С. 16.
  9. Ширер, У. Взлёт и падение Третьего рейха. — Т. 1. — С. 18.
  10. Эрих Фромм, «Анатомия человеческой деструктивности», Глава 13.
  11. Фест И. Том 1. — Глава I. — С. 30.
  12. Mein Kampf, Глава 2
  13. Davidson, Eugene. The making of Adolf Hitler: the birth and rise of Nazism — University of Missouri Press, 1997. — P. 124. — 419 p. — ISBN 978-0-8262-1117-0.(инг.)
  14. Davidson, Eugene. The making of Adolf Hitler: the birth and rise of Nazism — University of Missouri Press, 1997. — P. 126. — 419 p. — ISBN 978-0-8262-1117-0.(инг.)
  15. Heiden, Konrad. A history of national socialism. P. 12. (инг.)
  16. (инг.) Heiden, K. A history of national socialism. P. 20.
  17. Ширер, У. Взлёт и падение Третьего рейха. Т. 1. С. 71—73.
  18. Ширер, У. Взлёт и падение Третьего рейха. Т. 1. С. 228—229.
  19. Ширер, У. Взлёт и падение Третьего рейха. Т. 1. С. 230—231.
  20. Kershaw, Ian. Hitler, 1936-45: nemesis , 2001. (инг.)
  21. Ширер, У. Взлёт и падение Третьего рейха. Т. 1. С. 280—281.
  22. Paterson, T. Historians find 'proof' that Nazis burnt Reichstag (en). The Daily Telegraph (15 апреля 2001). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 август 2011. 19 июнь 2010 тикшерелгән.
  23. (инг.) Fest Joachim. Hitler . New York: Harcourt Brace Jovanovich, 1974, стр. 476
  24. (инг.) Alan Bullock. A. Hitler. A Study in Tyranny, стр. 309
  25. Завадский М. Молодой Гитлер решил «еврейский вопрос». Jewish.ru. ФЕОР (6 июня 2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 август 2011. 16 июль 2011 тикшерелгән.
  26. (инг.) Man of the Year Time.com Monday, Jan. 02, 1939
  27. Энциклопедия для детей Аванта+. — Т. 1. Всемирная история. — 4-е издание, испр. и перераб. / Ред. коллегия: М. Аксёнова, Д. Володихин, О. Елисеева и др. — М., 2007. — С. 582—583. — ISBN 5-98986-050-1.
  28. Историки настаивают: Гитлер на девять лет пережил Сталина?. Комсомольская правда (16 января 2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012. 13 август 2010 тикшерелгән.
  29. һитлера картинаһы 32 мең евроға китте
  30. Дмитрий Стешин. Неканонические иконы: Можно ли молиться Ленину // «Комсомольская правда» от 5 ноября 2009

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Алдан килеүсе:
Курт фон Шлейхер
Германия Рейхсканцлеры
(Өсөнсө рейх)

19331945
Һуңынан килеүсе:
Йозеф Геббельс
Алдан килеүсе:
Пауль фон Гинденбург
(президент буларыҡ)
Германия фюреры*
(Өсөнсө рейх)

19341945
Һуңынан килеүсе:
Карл Дёниц
(президент булараҡ)
* В 1934—1945 пост рейхспрезидента Германии был объединён с постом рейхсканцлера. По закону от 2 августа 1934 года объединённый пост стал называться «фюрер и рейхсканцлер» («Der Führer und Reichskanzler» ). Титул «фюрер и рейхсканцлер Германской империи» он носил до конца 1938 года, а начиная с января 1939 года Гитлер именовался только как «фюрер». Тем не менее, в своём «Политическом завещании» от 29 апреля 1945 года он разделил этот пост и назначил на посты рейхспрезидента и рейхсканцлера разных лиц (Карла Дёница и Йозефа Геббельса).