Азатлыҡ радиоһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Файл:RFERL.PNG
Азатлыҡ радиоһының логотибы

Азатлыҡ радиоhы (тулы исеме: ингл. Radio Free Europe/Radio Liberty "Азат Европа/Азатлыҡ радиоhы") – элекке Советтар Союзы, Көнсығыш Европа һәм Яҡын Көнсығыш илдәренең телдәрендә хәбәр иткән радио. Ошо илдәрҙең халыҡтарына ирекле мәғлүмәт еткереү өсөн ойошторолған тип һанала. Америка Ҡушма Штаттарының Конгресы тарафынан финанслана. Тапшырыуҙарын Чехияның башҡалаһы Праганан алып бара.

Тарихы[үҙгәртергә]

1953 йылда Америка Ҡушма Штаттары тарафынан "Азат итеү радиоhы" ойошторола; ул Советтар Союзының бар 15 милли республикаhының телдәрендә, шул иҫәптән татарса һәм башҡортса һөйләй башлай. Уның төп маҡсаты "Ватанды коммунистар диктатураhынан азат итеү" һәм "большевиктарға ҡаршы көрәш алып барыу" тип ҡуйыла. Радионы АҠШ-ның Үҙәк Разведка Идараhы (ЦРУ) етәкләй hәм финанслай. Азатлыҡ радиоhы Көнбайыш Германияның Мюнхен ҡалаһындағы студиянан һөйләй; тапшырғысы Лампертхайм ҡалаhында урынлаша.

1955 йылда Советтар Союзында был радионың тапшырыуҙарын һүндереү өсөн махсус тапшырғыстар селтәре ойошторола һәм киңәйтелә бара.

1959 йылда уға "Азатлыҡ радиоhы" тигән яңы исем бирелә.

1976 йылда "Азат Европа радиоhы" менән берләшә. "Азат Европа радиоhы" оҡшаш идеологик маҡсаттар менән ойошторолған була hәм бығаса Көнсығыш Европаның социалистик илдәренә тапшырыуҙар алып бара.

1991 йылда Рәсәйҙең беренсе Президенты Борис Ельцин Азатлыҡ радиоhына тапшырыуҙарын Рәсәйҙә алып барырға рәсми рәүештә рөхсәт итә.

1995- йылда Азатлыҡ радиоhы Чехияның башҡалаhы Прагаға күсә.

Радионың татар-башҡорт хеҙмәте[үҙгәртергә]

Азатлыҡ радиоhының татар һәм башҡорт телдәрендә һөйләгән хеҙмәте бар — уның тапшырыуҙары 1953-сө йылдан эфирға сығып килә. Бөгөн радионың был хеҙмәте көнөнә бер сәғәтлек программа әҙерләй, ул эфирға тәүлегенә бер нисә тапҡыр ҡат-ҡат тапшырыла. Радионы ҡыҫҡа тулҡындарҙа һәм Интернет аша тыңлап була.

Азатлыҡ радиоhының Башҡортостанда үҙ хәбәр үҙәге юҡ; ультра-ҡыҫҡа тулҡындарҙа тапшырғыстары ла юҡ. Өфөләге ике-өс штаттан тыш корреспонденты хәбәрҙәрен телефон аша ебәреп тора.

Тәнҡит[үҙгәртергә]

Азатлыҡ радиоһының "татар-башҡорт" хеҙмәте ошолай аталһа ла, дөйөм эфир ваҡытының төп өлөшөн татар телендә һөйләй. Аҙнаһына башҡорт телендә һөйләгән ваҡыты ни бары биш-ун минут ҡына тәшкил итә.

Үҙен-үҙе "объектив рәүештә" хәбәр итә тип әйтә килһә лә, Башҡортостан, башҡорт халҡы һәм теленә ҡағылған күпселек хәбәрҙәрен бер яҡлы һәм тар күҙлектән бирә. Мәҫәлән, бер айырым алынған тапшырыуында ғына: "Башкорттарҙың милләт булып ойошоуҙары Башҡортостан республикаһы төҙөлгәс генә башланған", "Салауат Юлаевтың яҙмалары татарса яҙылған", "башҡорт теле – ул татар теле", "татарҙан килеп сыҡҡан башҡорт"[1] тигән фекер-фараз ишетеп була. Радионың татар-башҡорт хеҙмәтенең Интернеттағы сайтының форумында ла милләтсел һүҙҙәр йыш ҡына яңғырай; фекерләшкән ҡатнашыусылары араhында башҡортса яҙғандары бик һирәк күренә[2].

Тапшырыу телдәре[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

  1. http://www.azatliq.org/content/article/2052987.html Милләт кайчан өлгерә?. Азатлыҡ радиоhының сайтында тапшырыуҙың яҙмаhы. 25 май 2010
  2. http://www.azatliq.org/archive/bashkortostan/latest/572/572.html Мәҫәлән, сайтының "Башҡортостан" тигән битен ҡара.