Айрауыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Айрауыҡ
Dactylis glomerata
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Dactylis L., 1753

Синонимдар
Төр өлгөһө
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   193445
NCBI   4508
EOL   108058
GRIN   g:3351
IPNI   17848-1

Айрауыҡ (лат. Daćtylis, урыҫ. Ежа [2]) — Бөртөклөләр (Poaceae) ғаиләһендәге күп йыллыҡ үләнсел үҫемлек, Евразия һәм Төньяҡ Америкала таралған. Йомшаҡ уңдарышлы тупраҡта үҫә, артыҡ дымлы ерҙе яратмай. Йылға буйҙарында, болондарҙа, юл буйҙарында күләгәле урындарҙа үҫә.

Айрауыҡ (Dactylis glomerata). К. А. М. Линдман «Bilder ur Nordens Flora», 1917—1926 китабынан ботаник иллюстрация

Һабаҡтары бейек (150 см-ға тиклем), күп япраҡлы, тамыр яны япраҡтары оҙон һәм бик күп. Сәскә ойошмаһы - өс ҡырлы үҙәге һәм ботаҡтары ике яҡлап айырылған, киң ябалдашлы һеперткебаш. Башаҡтары ян-яҡтан ҡыҫылған, тығыҙ усмаға йыйылған 3-5 сәскәле, ә ботаҡтары осонда һепертке урынлаша. Ҡоролоҡҡа сыҙам, оҙаҡҡа һуҙылған дымлылыҡты яратмай. Ҡиммәтле мал аҙығы. Яҙ көнө әселеге аҙ реакциялы һәм дымлылығы етәрлек булған уңдырышлы тупраҡҡа бесәнлек һәм көтөүлектәр өсөн сәселә, шулай уҡ баҫыу сәсеү әйләнешендә (люцерна менән) һәм орлоҡ өсөн сәсеүлектәрҙә лә игелә. Айрауыҡ яҙ көнө ужым арышы менән бергә үҫә. Йәшел массаның уңышы май ахырына 1 гектарҙан 70-80 центнерға етә. Башҡа күп йыллыҡ ҡуҙаҡлы үләндәр менән сағыштырғанда айрауыҡтың йәшел массаһында ике тапҡыр күберәк ҡоро матдә һәм 25-30% ка күберәк эшкәртелә торған протеин була. Ике тапҡыр сабып алыуға 1 гектарҙан 100 центнер бесән алына. Өс йылда үҫеп етә һәм үлән булып 6 йыл һәм унан да күберәк тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  2. Языковая справка — Всё о слове «Ежа». Яндекс.Словари. Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 апрель 2012. 21 ноябрь 2010 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Кормовые Үҫемлектәр сенокосов и пастбищ. М., 1950. Т. 1; Минина И.П. Луговые травосмеси. М., 1972; Шумакова Г.А., Георгиади Н.И. Продуктивность ежи сборной // Химия в сельском хозяйстве. 1986. № 2; Шайтанов О.Л., Сафиуллин Ф.Н. Больше кормов высокого качества // Кормопроизводство. 1987. № 4; Рогов М.С. Многолетние злаковые травы. М., 1989.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]