Айыт Сәйетов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Айыт Сәйетов (? — 1774, Ҡазан) — 1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачев полковнигы. Уҫы даруғаһы Уран улусы Ҡома ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы) башҡорттарынан. 1773 йылдың аҙағында — 1774 йылдың тәүге яртыһында Айыт Сәйетов отряды Өфө провинцияһы Ҡаракүл улусында һәм Ҡазан губернаһы Сарапул улусында, Бөрө янында хәрәкәт итә. 1774 йылдың июнендә Пугачевтың төп ғәскәре составында Уҫы янындағы яуҙарҙа һәм ҡамап алыуҙа ҡатнаша, Салауат Юлаев менән берлектә Кама буйында баш күтәреүселәр отрядтары ойоштора. Августа Айыт Сәйетов отряды Ҡазан даруғаһы Мүзәк ауылы янында И. Г. Штерич етәкселегендәге хөкүмәт командаһы менән алышта ҡатнаша. Әсирлеккә алына, Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү барышында вафат була (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, өйөнә ҡайтарыла).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]