| Айыу йыуаһы |

Сәскә атҡан үҫемлектең дөйөм күренеше |
| Фәнни классификация |
|
|
| Халыҡ-ара фәнни исеме |
|
Allium ursinum L.
|
|
|
|
Айыу йыуаһы, Урман йыуаһы (урыҫ. Черемша́, Лук медве́жий, Ди́кий чесно́к, Калба́, лат. Állium ursínum) — Һуғандар (Allium) ырыуы Һуғандар (Alliaceae) ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 60 см-ға етә. Май-июль айҙарында сәскә ата, емеше июль-августа өлгөрә.
Айыу йыуаһы Үҙәк Европала (Австрия, Бельгия, Чехия, Словакия, Германия, Венгрия, Нидерландтар, Польша, Швейцария), Төньяҡ Европла (Дания, Финляндия, Ирландия, Норвегия, Швеция, Бөйөк Британия), Көньяҡ Европла (Румыния, Болгария, Югославия, Греция, Италия, Франция, Испания, Украина, Кавказда һәм Төркиәлә таралған. Ҡырағай хәлдә тундра занаһында осратырға мөмкин. [2]. үләгәле урманда, йылға буйҙарында үҫә, баҡса культураһы булараҡ та үҫтерелә. 12–17°С-та үҫкән йыуа тәмле була, 20°С һәм ҡоро һауа шарттарында үҫкән йыуаның һәм башҡа һуған күльтураларының сифаты түбәнерәк була [3].
|
|
|
|
|
|
Һулдан уңға: йәш үҫентеһе, сәскәлеге, сәскә бөрөһө, сәскәһә
|
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 340. Allium ursinum L. — Лук медвежий, или Черемша // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2002. — Т. 1. Папоротники, хвощи, плауны, голосеменные, покрытосеменные (однодольные). — С. 450. — ISBN 8-87317-091-6.
- Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1
- ↑ Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
- ↑ . |А. Краснопевцева, В. Краснопевцева. Ещё один кандидат в Красную книгу? Черемша на Хамар-Дабане http://www.baikalwave.eu.org/Volna/38/cheremsha.html
- ↑ Черемша на сайте kuking.net