Акция (финанстар)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Акция миҫалы, 1913 йыл

Акция (нем. Aktie, нидерл. Actie, лат. actio) — ҡиммәтле ҡағыҙҙар төрө.

Акционерҙар йәмғиәттәре тарафынан сикләнмәгән әйләнеш ваҡыты менән сығарыла; хужаларының (акционерҙарҙың) акционерҙар йәмғиәте килеменең өлөшөн дивидендтар рәүешендә алыу, акционерҙар йәмғиәте менән идара итеүҙә ҡатнашыу һәм акционерҙар йәмғиәте бөтөрөлгәндә уның милкенең бер өлөшөнә хоҡуғын нығыта. Акция исемле ҡиммәтле ҡағыҙ булып тора.

Акция категориялары[үҙгәртергә]

Акцияның 2 төп төрө бар: ябай һәм өҫтөнлөклө:

  1. Ябай Акция предприятиеның бер йыллыҡ хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә дивидендтар алыу мөмкинлеге, акционерҙар йыйылышында тауыш биреү һәм АЙ бөтөрөлгән осраҡта ҡалдыҡ хоҡуғы (бөтә бурыстарҙы һәм өҫтөнлөклө акция буйынса өлөштәрҙе түләгәндән һуң) менән активтарҙа ҡатнашыу хоҡуғы бирә.
  2. Өҫтөнлөклө акция акционерҙар йәмғиәтеэшмәкәрлегенең финанс һөҙөмтәләренә ҡарамайынса билдәләнгән күләмдәге дивидендтар алыу хоҡуғы, акционерҙар йәмғиәте бөтөрөлгән осраҡта милектең өлөшөн алыуҙа өҫтөнлөк бирә, ләкин идара итеүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге бирмәй. Дәүләт ихтыяждарын тәьмин итеү өсөн махсус хоҡуҡ — «алтын акция» индерелгән. Алтын акциялар ябай акцияның бөтә хоҡуҡтарына эйә, дәүләт милке булып ҡала һәм йәмғиәттең уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереүгә, уны үҙгәртеп ҡороуға һәм бөтөрөүгә, башҡа предприятиеларҙа ҡатнашыуға, залогҡа йәки ҡуртымға биреүгә, һатыуға йәки милекте тартып алыуға ҡағылышлы мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә вето хоҡуғы бирә. Улар ярҙамында хосусилаштырылған предприятиелар эшмәкәрлегенә дәүләт контроле башҡарыла. Акция номиналь, эмиссион һәм баҙар (курс) хаҡы бар.

Башҡортостан акциялары[үҙгәртергә]

Башҡортостанда тәүге акциялары 19 быуатта тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәттәре сығара. Яңы иҡтисади сәйәсәт бөтөрөлгәс акциялар әйләнеше туҡтатыла. 20 быуаттың 90‑сы йылдары башында күп дәүләт предприятиелары акционерҙар компанияларына әйләнгәс акциялар күпләп сығарыла башлай. 2010 йылдың фонд баҙарында «Башинформсвязь», «Башкирэнерго», «Башнефть», «Газпром нефтехим Салават», «Уфанефтехим», Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе һ.б. республика предприятиеларының акциялары әйләнештә була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]