Алағанат(урыҫ.чернолобый сорокопут)(лат. Lanius minor)- бәләкәй генә һайраусы ҡош.
Диалекттарҙа ваҡ һайҫҡан тип тә йөрөтөлә. сыйырсыҡ ҙурлыҡ. Ғәҙәттә, ағастың ҡоро ботағында йәки сымдарҙа ултыра. Һырты һоро, маңлайы, күҙҙәре аша үткән һыҙыҡ, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара. Ҡанаттарындағы таптар һәм ҡойроғоноң ике яғындағы һыҙыҡ аҡ. Кәүҙәһенең аҫ яғы алһыу аҡ. Ваҡ һайҫҡандан бәләкәйерәк булыуы, ҡара маңлайы, алһыу ҡорһағы менән айырыла.
Тауышы тупаҫ:"шәкүшәк".
Айырым ағаслы, һирәк ҡыуаҡлы, ҡоро асыҡ урындарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған.Ағаста йәки ҡыуаҡта оялай. Көрән таплы 4-6 бөртөк һорғолт йәшел йомортҡаһы була.
Бөжәктәр, сиңерткә, сысҡан, ҡош йомортҡалары менән туйына.
- Панов, Е. Н. Сорокопуты мировой фауны. Экология, поведение, эволюция — КМК, 2008. — ISBN 978-5-87317-515-4.
- Рябицев В. К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири: Справочник-определитель — Екатеринбург: Изд-во Уральского университета, 2001. — 608 с. — ISBN 5-7525-0825-8.
- Степанян, Л. С. Конспект орнитологической фауны России и сопредельных территорий — М.: Академкнига, 2003. — 808 с. — ISBN 5-94628-093-7.
- Harris, Tony Shrikes and Bush-Shrikes — Christopher Helm Publishers Lt, 2000. — P. 180—184. — ISBN 0713638613.