Ала себен турғайы
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Ала себен турғайы | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
|
||||||||||||||
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Ficedula hypoleuca (Pallas, 1764) |
||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 147361 |
Ала себен турғайы(урыҫ.Мухоловка - пеструшка (лат. Ficedula hypoleuca) — һайраусы ҡош себен турғайҙары ғаиләһенән (Muscicapidae).
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Турғайҙан бәләкәйерәк. Ағастарҙың ҡоро ботаҡтарында ултыра, авҡыт- ваҡыт күтәрелеп, осоп йөрөгән бөжәктәрҙе тота һәи кире урынына ҡуна. Һырты һорғолт көрән.Һоро түшендә , ҡабырғаларында бәй - буй ваҡ ҡына көрәнһыу һоро төҫө һәм сыбар түше менән айырыла. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә.
[үҙгәртергә] Тауышы
Моңо: «пичи-пичи-кули-личи» йәки «цитру-цитру-три-крути-три», тауышы — тоноҡ «сиси». Өҙөп - өҙөп ҡымҡыра ла «үин-үин».
[үҙгәртергә] Йәшәү урыны
Урмандарҙа йәшәй. Киң таралған күсмә ҡош. Ағас ҡыуыштарынды йәки ботаҡ саталарында оя яһай.
[үҙгәртергә] Туҡланыуы
Осоп йөрөүсе бөжәктәрҙе ашай.
[үҙгәртергә] Үрсеүе
Ерәнһыу таплы 4-5 бөртөк йәшкелт йоморҡа һала.