Ала өйрәк (Хохлатая чернеть) (лат. Aythya fuligula) — өйрәктәр ғаиләһендәге һыу ҡошо.
Аласабан. һуна өйрәктән бәләкәйерәк. Парлашып та, күмәкләшеп тә йәшәйҙәр. Яҡшы ^сума. Ата өйрәктең ба¬шы, муйыны, түше, һырты, ҡанаттары һәм ҡойроғо күк¬һел ҡара; ҡабырғалары, ҡорһағы аҡ. Йәйгеһен һәм көҙ¬гөһөн ата өйрәктәрҙә, инә ҡоштарҙыҡы һы.маҡ, ҡара төҫ урынына һорғолт көрән төҫ була. Башҡа өйрәктәрҙән ҡара һәм аҡ төҫө, башындағы бүректәре менән айырыла.
Ата өйрәктәрҙең тауышы тоноҡ ҡына: «гөлө-гөлө» йәки «көрлө-рлөк», инә өйрәктең тупаҫ: «ҡарр-ҡарр».
Урман-дарҙағы күлдәрҙә йәки ярҙары урманлы ятыуҙарҙа йәшәй. һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана. Киң генә таралған күсмә ҡош. Ояһы ерҙә. 6—8 бөртөк һорғолт аҡ йомортҡа һала. Ите әсен аулайҙар.