Албаҫты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Албаҫты — башҡорт мифологияһында яуыз иблис.

Хөрәфәти хикәйәләр персонажы. Туҙған оҙон һары сәсле, имсәге тубығына тиклем һалынып төшкән ҡатын‑ҡыҙ, һирәк осраҡта оҙон һаҡаллы ир ҡиәфәтендә һүрәтләнә. Хөрәфәттәргә ярашлы, албаҫты — бәлә-ҡаза һөҙөмтәһендә үлгән йәки ерләү йолаларын үтәмәйенсә ерләнгән кешенең аҙашып йөрөгән йәне. Ул кешеләрҙе аҙҙыра, яфалай, йоҡоһонан яҙҙыра (йоҡлағанда кешенең тыны ҡыҫылһа, уны албаҫты баҫа, тиҙәр), тип иҫәпләнгән.

Тылсымлы китап, тараҡ, тәңкә албаҫтыға хас билдәләр булып тора. Хөрәфәттәргә ярашлы, уның тарағын ҡулға төшөрөп, кеше уны үҙенә хеҙмәт итергә мәжбүр итә ала[1].

Филология фәндәре докторы Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы фаразлауынса, «албаҫты» һүҙе "алып баҫты"нан килеп сыҡҡан.

« Диалекттарҙа албаҫты, һары ҡыҙ, сары ҡыз, һары исемдәре менән дә йөрөй. Башҡорт мифологияһында албаҫты ял­быр һары сәсле, оҙон имсәкле ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендәге мифик зат. С.И.Руденко «албаҫтының имсәге шул тиклем оҙон, ҙур, уны хатта яурындан артҡа ташлап була тип яҙып алған XX быуат башында. Ал­баҫты бик уҫал була. Албаҫты бигерәк тә йәш балаларға, әсәләргә зыянкилтереүсән. Йәш баланы албаҫты күкрәге менән баҫып үлтерә икән.Албаҫты баланы ғына түгел олоно ла баҫа. Йоҡлағанда быҫлығыуҙы«албаҫты баҫыу», тиҙәр. «Албаҫты кешегә һары сәсле ҡыҙ булып килә. Күҙе күк матур ғына була. Имсәктәре аның оҙон була. Шул имсәктәре менән кешене баҫып үлтерә. Албаҫты баҫһа, аны сәсенән һөрәп, бер ус сәсен йолҡоп алырға кәрәк. Шунан башҡа килмәй икән». (З.Кәшфетдинова. Әбйәлил р-ны, Рәхмәт ауылы).

Йәш әсәләрҙең албаҫты һөтөн бөтөрә, үпкә-бауырын урлай, уларға күкрәк рәнйеүе килтерә. Ирҙәр енләнеп ауырыһа, элегерәк «албаҫты оялаған» тигәндәр. Кешегә албаҫты матур ир йәки ҡатын ҡиәфәтендә күренә, яҡынлай. Ул йыш ҡына сексуаль мөнәсәбәткә инергә мәжбүр итә. Албаҫты, бигерәк тә яңғыҙ йәшәгән ирҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға оялаусан. Ҡайһы бер яҡтарҙа - албаҫтының ат яратыуы тураһында һөйләй­ҙәр. Шуға ла ат өҫтөнә ыҫмала һөртөп, албаҫтыны йәбештереп алыусы ир-егеттәр тураһында легендалар, хөрәфәти хикәйәләр бар. Башҡорт халыҡ ижадында албаҫты ҡыуыу менән бәйле һүҙҙәр һаҡланған.

- Ҡайҙан килдең, шунда кит,
Йыуан имсәктәргә кит,
Йомшаҡ түшәктәргә кит,
һыуҙың ағышына кит,
Ҡояш байышына кит,
Бында һиңә урын юҡ,
Ҡайҙан килдең, шунда кит.

Албаҫты һүҙенең килеп сығышы ике төрлө аңлатыла. Беренсе ҡараш буйынса, ул төрки сығанаҡлы ал (алғы яҡ) һәм баҫты һүҙҙәренән тора. Икенсе ҡараш буйынса, албаҫты һиңд-европа телдәренән ингән һүҙ һәм бик боронғо алиһә исеме. (Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек. - Өфө: Ғилем, 2002 - 126 б., 10 - 11-се биттәр)

»

Убыр менән шүрәле албаҫтыға хас сифаттарға эйә. Күп кенә халыҡтарҙың мифологияһында осрай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995.
  • Нәҙершина Ф. А. Хөрәфәти хикәйәләр //Башҡорт фольклоры. Өфө, 1993.
  • Inan A. Albasto-Alkansı üzerine Bir Etüd, (Ulia Johansen, Alp Frau) // Türk Folklor Araştrmalan. — 1962. — Т. VII, № 158. (төр.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ефимова Е. С. Башкирский мифологический словарь. — Уфа: Вагант, 2010. — 156 с.- С.15

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]