Алжир

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Алжир Халыҡ Демократик Республикаһы
الجمهورية الجزائرية الديمقراطية الشعبية
(аль-Джумхурия аль-Джазаирия ад-Димукратия аш-Шааби́я)
Алжир Алжир гербы
Алжир флагы Алжир гербы

Координаты: 27°15′00″ с. ш. 3°27′00″ в. д. / 27.25000° с. ш. 3.45000° в. д. / 27.25000; 3.45000 (G) (O)

Девиз: «من الشعب و للشعب
(Кешләрҙән һәм кеше өсөн)»
Гимн: «Kassaman»
Location Algeria AU Africa.svg
Бойонороҡһоҙлоҡ датаһы 5 июль 1962 (Франциянан дәүләтенән)
Рәсми тел ғәрәп, бербер
Башҡала Алжир
Эре ҡалалары Алжир, Константина, Оран, Батна
Идара итеү формаһы Президент-парламент республикаһы]]
Президент
Ғәбделәзиз Бутефлика
Әхмәт Уяхья
Дәүләт дине ислам суннизм
Территория
• Барлығы
Донъялағы урыны: 10
2 381 740 км²
Халыҡ
• Баһалау (2009)
Тығыҙлыҡ

35 200 000[1] кеше (Урыны: 37)
14,8 кеше/км²
ЭТП
  • Барлығы (2008)
  • Йән башына

255,012 млрд[2] $ (Урыны: 38)
7244[2] $
КПҮИ (2011) 0,698 (уртаса) (Урыны: 96)
Валюта динар (DZD, код 12)
Интернет-домены .dz
Код ISO DZ
Телефон коды +213
Сәғәт бүлкәте +1

Алжи́р (ғәр. الجزائرәл-Джаза́ир), рәсми исеме — Алжир Халыҡ Демократик Республикаһы (ғәр. الجمهورية الجزائرية الديمقراطية الشعبيةаль-Джумхури́я аль-Джазаири́я ад-Димукрати́я аш-Шааби́я) — Урта диңгеҙҙең көнбайышында урынлашҡан Төньяҡ Африкалағы дәүләт. Алжир Африкалағы иң ҙүр дәүләттәрҙең береһе.

Көнбайыштан Марокко, көньяҡ-көнбайыштан Мавритания һәм Мали, көньяҡ-көнсығыштан Нигер, көнсығыштан Ливия һәм Тунис менән сиктәш. Илдең ҙүр өлөшөн Сахара сүллеге биләй. Башҡалаһы — Алжир ҡалаһы.

XVI — XVIII быуаттарҙа Алжир Ғосман империяһы составында була. XIX быуат башында француз колонизацияһы башлана. 1954 йылда Алжир милли азатлыҡ фронты ойошторола. Француз колониаль ғәскәренә ҡаршы ҡан ҡойошло һуғыш нәтижәһендә 1962 йылда Алжир бойондороҡһоҙ социалистик дәүләт була. 1980 йылдар аҙағында донъяауи (дини булмаған) власть һәм исламстар араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ граждандар һуғышына әйләнә. Һуғыш ислам фундаменталистәрен тар-мар итеү менән тамамлана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Department of Economic and Social Affairs Population Division (2010). «World Population Prospects, Table A.1» (PDF) (United Nations). Проверено 2009-03-12.
  2. 2,0 2,1 Algeria. International Monetary Fund. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 1 октябрь 2009 тикшерелгән.