Аллергия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Аллергик реакция
Allergy degranulation processes 01.svg
Аллергия ваҡытында дегрануляция процессы: 1 — Антиген; 2 — Антитәнсек (IgE); 3 — FcεRI-рецептор; 4 — циркуляциялаусы медиаторҙар (гистамин, протеазы, хемокинез, гепарин); 5 — секретор гранулалар; 6 —һимеҙ күҙәнәк; 7 — бүленеүсе медиаторҙар (простагландин, лейкотриены, тромбоксаны, PAF).
МКБ-10 T78.478.4
МКБ-9 995.3995.3
DiseasesDB 33481 33481
MedlinePlus 000812 000812
eMedicine med/1101  med/1101 
MeSH D006967 D006967

Аллерги́я (бор. грек. ἄλλος — башҡа, сит, ят + ἔργον — тәъҫир итеү) — аллергик ауырыуҙар, организмдың һиҙеүсәнлеге үҙгәрүе һәм аллергендарҙың иммунологик механизмдарына ҡабата тәъҫир итүе нәтижәһендә барлыҡҡа килгән ауырыуҙар; организмдың ниндәйҙер ярһытҡыс матдәгә юғары һиҙгерлеге, яуабы[1]; организмдың теге йәки был матдәгә ҡарата тәбиғи булмаған һиҙеүсәнлеге, реактивлығы[2].

Клиник күренеш[үҙгәртергә]

Экзоаллергеннар организмга ситтән керә, йыш ҡына һулыш юлдарының лайлалы тышсаһы, аш ҡайнатыу ағзалары, тире аша эләгә. Организмға аллерген үтеп кергәндән һуң аллергик реакция башлана (үҙенсәлекле һәм үҙенчәлекһеҙ). Үҙенсәлекле реакциялар өс стадияға бүлеп карала. Беренсеһендә - организмға беренсе тапҡыр эләккән аллергенға ҡарата юғары дәрәжәлә һиҙеүсәнлек күҙәтелә (яңы аллергенға яуап рәүешендә антитәнсектәр йә иһә уның менән тәъҫир итешә алыусан лимфоциттар барлыҡҡа килә). Икенсе стадиялә - аллерген ҡабат организмға үтеп кергәс, антитәнсектәр йә иһә лимфоциттар менән ҡушыла (медиаторҙар барлыҡҡа килеү стадияһы), гистамин, серотинин һ.б. биологик актив матдәләр бүленеп сыға торған биохимик процесстар башлана. Улар ағзаларҙың күҙәнәктәрен һәм туҡымаларын зарарлай. Өсөнсө (патофизиологик) стадияла зарарланыуҙың клиник билдәләре беленә. Ундый осраҡта организмдың юғары һиҙеүсәнлеге үҙенсәлекле, ул элегрәк сенсибилизация хәләтен китереп сығарған аллергенға бәйле рәүештә барлыҡҡа килә.

Аллергик реакция төрҙәре[үҙгәртергә]

Үҫемлек һеркәләре тирә-яҡ киң мөхиттә таралған аллерген булып тора
Йорт туҙаны талпаны. Талпандың хитин ҡатламы — йорт туҙанының төп аллергены

Аллергик реакциялар үҫеше механизмы 4 типка бүленә.

  • 1-се тип аллергия - анафилаксия, һеркә (бесән) биҙгәге, кесерткән биҙгәгенең ҡайһы бер төрҙәре, Квинке шешенүе һ.б.
  • 2-се тип (цитотоксик) реакциялар - ҡан боҙолоу (аллергик анемия, агронулоцитоз).
  • 3-сө тип реакцияләр — туҡымаларҙың иммункомплекстар менән зарарланыуы, сүл ауырыуы, тышҡы аллергик үпкә альвеолалары ялҡынһыныуы һ.б. аутоаллергик сирҙәрҙе арттыра (системалы ҡыҙыл ауырыуы, ревматоид артрит һ.б.).
  • 4-се тип реакциялар — контактлы дерматиттар, күсереп утырткан ағзаны организмдың ҡабул итмәүе.

1, 2, 3-сө типтарҙагы аллергия патогенезында антитәнсектәр, 4-се типта лимфоциттар мөһим урын тота. Аллергияға бирешеүсәнлек факторҙары: тирә-яҡ мөхиттең бысыраныуы, түбән сифатлы туҡлыныу, ашамлыҡтарҙа консерванттар булыу, дарыу препараттарын тикшермәйенсә ҡулланыу.

Дауаланыу[үҙгәртергә]

Дәваланыуҙың төп ысулдары: аллерген менән контакт булдырмау, аҙыҡҡа аллергия булғанда ҡәтғи диета һаҡлау, аллергия китереп сығара торған дарыуҙарҙан тыйылыу; үҙенсәлекле иммунотерапия (гипосенсибилизация) — А.М. Безредка алымын ҡулланып, аллерген миҡдарын акрынлап арттыра барып, организмға күп тапҡыр керетеү. Был организмға «кәртә» булырлыҡ антитәнсектәр эшләргә мөмкинлек бирә һәм аллергенға ҡарата һиҙеүсәнлекте бөтөрөүгә килтерә. Симптоматик дауалауҙа глюкокортикоид, бронхолитик, оло күҙәнәктәрҙең мембраналарын стабильләштерә торған матдәләр ҡулланыла. Аллергия тыуҙырыусы матдәләрҙән һаҡланыу сараларын үтәү, уҙ ваҡытында профилактик дарыуҙар ҡулланыу, сәнәғәт предприятиеларындә аллерген менән контакт булдырмый торған технологияларҙы ғәмәлгә керетеү, организмда сенсибилизация сығанағы булған һәр төрле инфекцияларҙы бөтөрөү, ашҡазан-эсәк ағзалары функцияһын нормальләштерү һ.б.ҙан ғибәрәт.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
  2. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)