Аммонийлашыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Аммонийлашыу — составында азот булған органик матдәләрҙе (аҡһымдар, мочевина, нуклеин кислоталары һ.б.) микроорганизмдар тарҡатыу процесы.

Аңлатма[үҙгәртергә]

Тәбиғәттәге азот әйләнешенең иң мөһим этаптарының береһе. Организмдарҙың тереклек итеүе һәм үлеүе һөҙөмтәһендә составында азот булған органик матдәләр тупраҡҡа һәм һыу ятҡылыҡтарына эләгә; унда аммиак, углекислый газ, сульфаттар һәм һыу барлыҡҡа килтереп, бактериялар, микроскопик бәшмәктәрҙең төрлө төрҙәре тарафынан минераллаштырыла. Тарҡалыу ҡалдыҡтарын үҫемлектәр һәм микроорганизмдар ҡуллана. Аммонийлашыу процесы, үле организмдар мумияға әйләнгән бик эҫе һәм ҡоро урындарҙан тыш, климат шарттарының киң диапазонында бара.

Өйрәнеү[үҙгәртергә]

20 быуаттың 70—90 сы йылдарҙа Башҡортостандың Урал алды тупрағында аммонийлашыуҙы өйрәнеү Биология институтында (Р.К.Андресон, И.Ҡ.Хәбиров, Ф.Х.Хәзиев), Башҡорт дәүләт университетында (Н.Ә.Кирәева), БАХИ ла (Н.М.Нурмөхәмәтов) алып барыла.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Башҡорт энциклопедияһы. Өфө, 2013 йыл