Амфиболдар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Амфиб́олдар ( бор. грек. ἀμφίβολος аңлайышһыҙ) - магмалы һәм метаморфик сығышлы, үҙенсәлекле структуралы минералдар. Составтары б са магний тимерле (антофиллит, куммингтонит), кальцийлы (тремолит, актинолит), кальций-натрийлы (мөгөҙ обманкалары, арфведсонит) һәм һелтеле (глаукофан, рибекит, кроссит) А. айыралар. Кристалдары призматик, энәле йәки сүсле. Структураһы таҫмалы; төҫһөҙҙәр йәки, тимер күләменә ҡарап, ҡара төҫкә буялғандар. Ҡатылығы 5—6,5; тығыҙлығы 2850—3600 г/м3. Сәнәғәттә А. асбест төркөмөн барлыҡҡа килтереүсе сүсле төрҙәре; зәргәрлек эшендә — нефрит булараҡ билдәле булған сыуалған сүсле тығыҙ тремолит һәм актинолит массалары ҡулланыла. Башҡортостанда А. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә машаҡ свитаһы метабазальттарында (актинолит) һәм мәҡсүт метаморфик комплексында (глаукофан, кроссит) үҫешкән. Белорет метаморфик комплексының йәшел һәүерташтарында һәм амфиболиттарында (актинолит һәм мөгөҙ обманкаһы) һәм Магнитогорск мегасинклинорийының үҙгәргән йәшел ташлы вулканиттарында (мөгөҙ обманкаһы, актинолит) бар.

Формула: R7[Si4O11]2(OH)2, где R = Ca, Mg, Fe.

Амфибол сланцы

Һылтанмалар[үҙгәртергә]