Апеннин ярымутрауы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Апеннин ярымутрауы
Характеристикалары
Майҙаны149 000 км²
Урынлашыуы
42°00′ с. ш. 14°00′ в. д.HGЯO
Европа
Точка
Апеннин ярымутрауы
Италия
Точка
Апеннин ярымутрауы
 Апеннин ярымутрауы Викимилектә

Апенни́н ярымутрауы́ (итал. Penisola italiana — Италия ярымутрауы; шулай уҡ Penisola appenninica) — Европаның иң ҙур ярымутрауҙарҙың береһе. Европаның көньяғында урынлашҡан, Урта диңгеҙ һыуҙары менән йыуыла. Ярымутрауҙа Италияның төп өлөшө, Сан-Марино һәм теократик дәүләт тип һаналған Ватикан һәм Мальта ордены кәрлә дәүләте урынлашҡан. Ярымутрауҙың майҙаны — 149 мең км². Оҙонлоғо 1100 км, киңлеге 130—300 км. Үҙ исемен ярымутрауҙың күпселек өлөшө буйлап һуҙылған Апеннин тауҙарынан алған. Ярымутрауҙың төньяғында Падан уйпатлығы менән сикләнгән, көнбайышта Тиррен диңгеҙе, көнсығышта — Адриатик диңгеҙ, көньяҡта Ион диңгеҙе менән йыуыла. Ярымутрау, бейек үксәле итек формаһына оҡшауы арҡаһында, иң таныулы географик объекттарҙың береһе булып тора. Сейсмиклығы юғары булыуы, заманса тауҙар яһалышы, боронғо һәм хәҙерге вулкан әүҙемлеге (Альбан тауҙары, Амиата, Вульсини, Вультуре, Везувий, Флегрей яландары) Апеннин ярымутрауының үҙенсәлеге булып тора.

Көслө ер тетрәү — Апеннин ярымутрауы өсөн йыш осраған күренеш. Был процестар литосфера плиталары хәрәкәтенең глобаль тектоник процесы, Африка плитаһының Европа урынлашҡан Евразия плитаһы аҫтына хәрәкәт итеүе, менән аңлатыла.

Ярымутрауҙағы дәүләттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нигеҙҙә, Апеннин ярымутрауында Италия дәүләте, шулай уҡ Ватикан һәм Сан-Марино кеүек микродәүләттәр урынлашҡан.

Рельефы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәлә: Италия географияһы

Тауҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярымутрауҙың төньяғынан көньяғына ҡарай Апеннин тауҙары (ярымутрауҙың исеме лә шунан) һуҙылған, уларҙың бейек нөктәһе - Корно-Гранде тауы (2914 м). Был тау системаһында бер нисә һүнгән һәм ғәмәлдәге янартау: Амиата (1734 м) һәм Везувий (1277 м) урынлашҡан. Бер нисә лава яйлалары бар. Көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә - Монте-Гаргано һәм Ле-Мурдже карстҡа әйләнгән эзбизташ яйлаһы. Ярымутрауҙың көньяҡ өлөшөндә Калабрий Апеннины урынлашҡан (бейеклеге 1956 метрға тиклем).

Тигеҙлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Альп тауынан көньяҡтараҡ Падан тигеҙлеге ята, уның аша По йылғаһы аға. Үҙәндең өҫтө көнсығышҡа табан Адриатик диңгеҙгә табан түбәнәйә. Альп һәм Апеннин итәктәрендәге бейек тигеҙлектәр бейеклеге 200-500 м тәшкил итә, По йылғаһы буйлап 50-100 м бейеклектәге һаҙмат балсыҡлы уйһыу тигеҙлектәр урынлашҡан.

Йылғалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Основная статья: Реки Италии

Йылға Итальянса атамаһы Дөйөм оҙонлоғо,

км

1 По Po 676
2 Адидже Adige 410
3 Тибр Tevere 404
4 Адда Adda 313
5 Тичино Ticino 248
6 Танаро Tanaro 242
7 Арно Arno 241
8 Пьяве Piave 220
9 Рено Reno 211
10 Ольо Oglio 191
11 Вольтурно Volturno 177
12 Тальяменто Tagliamento 172
13 Панаро Panaro 165
14 Дора-Бальтеа Dora Baltea 162
15 Брента Brenta 160

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Апеннинский полуостров // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Апеннинский полуостров // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Был география буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырырға кәрәк.