Арпа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арпа
Hordeum
Арпаның өлгөргән башаҡтары
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Бер өлөшлөләр
Тәртип: Ҡыяҡ сәскәлеләр
Ғаилә: Ҡыяҡлылар
Суб-ғаилә: Pooideae
Триба: Triticeae
Ырыу: Арпа
Латинса исеме
Hordeum L.
ITIS 40865
NCBI 4512

Арпа (лат. Hórdeum) — ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үлән үҫемлеге; орлоғо ярма, һыра һәм мал аҙығы әҙерләүгә тотонола торған оҙон ҡылсыҡлы ашлыҡ һәм уның орлоғо[1]. Мөһим ауыл хужалығы культураһы, кешелек тарихында иң боронғо культуралы үҫемлек (үҫемлекте яҡынса 10 мең йыл элек эшкәртә башлағандар)[2].

О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация

Ябай арпа (ҡарабуған, ячмень обыкновенный) (Hordeum vulgare) L. төрө киң таралған, ҡалған төрҙәре һирәк осрай йә ҡырағай үҫә. Арпа бойҙайы аҙыҡ-түлек, мал аҙығы өсөн үҫтерелә. Арпа оно икмәк бешереү сәнәғетендә бойҙай һәм арыш онона өҫтәмә булараҡ ҡуллыныла. Техник маҡсатта һыра, арпа ярмаһы етештереү өсөн ҡулланыла. Аҡһым, крахмалға бай булғаны өсөн мал аҙығы булараҡ файҙаланыла. Рәсәйҙә мал аҙығы булараҡ 70 % арпа бойҙайы ҡулланыла.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арпа бөртөктәре (Hordeum vulgare).

Арпа иртә өлгөрөүсе һабан һәм ужым культураһы. 10 см оҙонлоҡтағы ҡылсығы менән башаҡ хасил итә[3]; һәр башағы — бер сәскәле. Тамыр системаһы суҡлы, башлыса, һөрөлгән ҡатламда тарала, айырым осраҡта 1 м-ға етеүе мөмкин. Бейеклеге 130—135 см. Һабағы ҡыуыш эсле һалам. Емеше — ҡабыҡлы, йәки яланғас һары төҫтәге орлоҡтар.

Һыра ҡайнатыуҙа ҡулланылған «Сталый» сорты, 2005 йылда бер орлоҡсанан етештерелгән

Арпа заты вәкилдәре — бер йыллыҡ, ике йыллыҡ йәки күп йыллыҡ үләндәр.

Япрағы бөрөһөндә төрөлгән. Теле ҡыҫҡа.

Башаҡтары бер сәскәле, 3-2-шәрләп шәлкемдәр менән оҙон осло ҡатмарлы башаҡҡа йыйылған. Башаҡ тәңкәләре йоҡа, төклө, сәскә тәңкәләре менән асамайлап (накрест) ултырған. Аҫҡы сәскә тәңкәһе ғәҙәттә осонда төрөлгән ҡылсыҡлы. Ярылары ҡыя йомортҡа формаһында йәки оҙонса.

Емшәне осонда төклө; орлоҡсаһы йыш ҡына ҡаплаусы тәңкәләр менән ҡушылып үҫә, ул киң бураҙналы.

Арпа — бөртөклөләр араһында иң тиҙ өлгөрә торған культура, шуға күрә уны Алыҫ Көньяҡта һәм бейек тауҙарҙа үҫтерергә мөмкин. Арпаның ике төрө: ике рәтле арпа (H. distichon) һәм ябай (дүрт рәтле) арпа (H. vulgare) сәселә. Беренсе төрҙөң һәр төркөмөндә уртансы башаҡсыҡ ҡына уңдырышлы, ҡалғандары редукциялашҡан. Икенсе төрҙөң барлыҡ башаҡсыҡтарында ла бөртөксәләр барлыҡҡа килә. Үҙенән һеркәләнеүсе үҫемлек. Арпа бөртөгөнән он, ярҙырмаған һәм ярҙырған арпа ярмаһы яһайҙар, кофе суррогаты әҙерләйҙәр. Орлоғонан һыра ҡайнатканда сосла алалар. Арпа шулай ук мөһим мал аҙығы.

Оҙон ҡылсыҡлы арпа (H. jubatum) — декоратив үҫемлек.

Таралыуы һәм экология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырағай шарттарҙа үҫеүсе арпа Төньяк Африканан Тибеткә тиклем таралған. Сәсеү баҫыуы янында, юл буйҙарында осраөлы рәүештә ҡойолған культуралы арпаның ҡарағыйға әйләнеү осраҡтары ла бар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арпа иң боронғо культуралы үҫемлеккә ҡарай. Бойҙай кеүек үк, ул Яҡын Көнсығышта неолит революцияһы дәүерендә ун мең йыл элек культуралаштырылған[2]. Ҡырағай арпа Крит утрауынан һәм көнбайышта Төньяҡ Американан алып көнсығышта Тибет таулығына тиклем киң арауыҡта таралған[4]. Фәләстиндә арпаны аҙыҡ итеп 17 мең йыл элек ҡулланғандар.

Боронғо йәһүдтәр уны көҙ аҙағынды сәскәндәр, уны урып алыу бойҙайҙы урып алыуҙан алда, йәғни нисан айының 16-сы көнөндә башланған[5]. Йәһүдтәр менән күрше халыҡтар шулай уҡ арпа эшкәртеү менән шөғөлләнгән. Арпа ононан бешерелгән икмәк ауыр булған һәм бойҙайға ҡарағанда аҙ туҡлыҡлы иҫәпләнгән, әммә файҙалыраҡ булған һәм ябай халыҡтың ғәҙәти аҙығын тәшкил иткән[6]. Батша Соломон ваҡытында арпаны күпләп сит илгә һатҡандар. Ливанда ҡорам төҙөгән ағас ҡырҡыусыларға Соломон аҙыҡ итеп арпа ебәргән[7]. Арпа шулай уҡ аттарға һәм мулдарғы аҙыҡ кеүек ҡулланылған[8][9]. Аслыҡ ваҡытында арпа бик юғары хаҡҡа һатылған[10][11].

Культуралы арпаның иң боронғо өлгөләре Сүриәлә табылған һәм керамикаға тиклемге дәүерҙең иң боронғо неолитик культураларының береһенә ҡарай. Ул шулай уҡ Боронғо Мысыр кәшәнәләрендә һәм таш һәм бронза быуаттарында табыла. Европаға арпа б.э. тиклем IV—III мең йыллыҡтарҙа Кесе Азиянан тарала. Күп кенә тарихи ҡомартҡылар буйынса борон арпаның киң таралыуы тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин. Башлыса Корея ярымутрауында ул б.э. тиклем 1500—850 йылдарҙан да ҡалмай барлыҡҡа килә[12] Арпа культураға төрлө урында ирекле индерелеүе ихтимал. Үҙәк Европала арпа культураһы Урта быуаттарҙа дөйөм булған. Америка илдәрендә арпа сағыштырмаса яңы культура булған, уны XVI—XVIII быуаттарҙа Европанан күскенселәр алып килгән. Рәсәйгә арпа Азиянан Себер йәки Кавказ аша инеүе мөмкин һәм электән башҡа икмәкте культивациялау мөмкин түгел йәки ҡыйын булған урындар өсөн аҙыҡ булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә булған.

Арпаны йыллыҡ урып алыу
(иң эре етештереүсе илдәр)

(млн метрик тоннала)
Ил 2012 2013 2014
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы 14,0 15,4 20,4
Франция Франция 11,3 10,3 11,8
Германия Германия 10,4 10,3 11,6
Австралия Австралия 8,2 7,5 9,2
Украина Украина 6,9 7,6 9,0
Канада Канада 8,0 9,2 7,1
Испания Испания 6,0 10,1 6,9
Бөйөк Британия Бөйөк Британия 5,5 7,1 6,9
Төркиә Төркиә 7,1 7,9 6,3
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 4,8 4,7 3,8
Донъяла етештерелеүе 133,5 144,8 144,3
Источник: ФАО[13]

Аҙыҡ булараҡ арпа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арпаның вегетация осоро, сортына ҡарамай, 60—110 көн тәшкил итә.[14] Эшкәртеүҙә арпа башҡа ҡыяҡлыларға ҡарағанда аҙ талымлы. Орлоҡтары +1 алып +3 тиклем температурала шыта ала, ә өлгөрөүе +18 °C температурала. Тиҙ өлгөрөүсе сорттар алыҫ төньяҡта һәм бейек тауҙарҙа (4500 м тиклем) үҫтерелә[15].

Ужым арпаһы — яҙғыға ҡарағанда (яҡынса 2000 йәшкә) йәшерәк культура. Күп илдәрҙә ужым арпаһын үҫтереү күҙәтелә. Тулыһынса тиерлек көҙгө сәсеүгә Румыния һәм Болгария, Германияла майҙандарҙың яртыһынан күберәген биләй һәм Францияға күсә, ужым арпаһын Венгрияла һәм Польшала күп сәсәләр. Дөйөм алғанда донъя үҫемлекселегендә ужым арпаһы өлөшөнә 10 % тура килә.

Рәсәйҙә арпа элек-электән аҙыҡ төрө булараҡ, башҡа икмәк культураһы мөмкин булмаған урындар өсөн, ҙур әһәмиәткә эйә булған. XX быуат башында Рәсәй империяһында культивацияланыусы үҫемлектәр араһында майҙаны буйынса арпа дүртенсе урында торған (4,5 млн дисәтинәнән саҡ ҡына күберәк[16], йәғни бөтә сәсеү майҙанының 7,1 %) биләгән, майҙаны буйынса арыштан биш тапҡыр, һолонан өс тапҡыр, ә бойҙайҙан ике тапҡырға ҡалышҡан. Яҙғы сәсеүҙә ул икенсе урынды (беренсе-һоло), майҙаны буйынса ҡарабойҙай, тары, кукуруз һәм башҡа культуралы үҫемлектәрҙән күберәк урынды биләгән, өҫтәүенә, алпауыт ерҙәренә ҡарағанда, крәҫтиән ерҙәрендә күп күләмдә сәселгән. Ләкин арпа сәсеүлектәре Рәсәйҙең айырым урындарында бик үк тигеҙ булмаған. Ҡалған икмәк культуралары майҙанына (10—20 %) ҡарата, ул төньяҡта иң ҙур майҙанды биләгән (бөтә сәселгән ерҙең 54 %), унда ул башҡа культуралы үҫемлектәрҙе ҡыҫырыҡлап сығарып, халыҡтың төп аҙығы булып һаналған. Төньяҡ-көнбайышта һәм бигерәк тә көнбайышта һыра ҡайнатыу өсөн иң яҡшы сорттары алынған. Көньяҡта ул мал аҙығы һәм экспорт өсөн культивацияланған. Рәсәй империяһының үҙәк һәм көнсығыш губерналарында арпа һирәк эшкәртелгән, башлыса Пенза һәм Рязань губерналарында аҙыраҡ таралған (майҙандың 0,1 % аҙыраҡ)[17].

Химик составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арпаның өлгөргән орлоҡтары 15,8 % тиклем аҡһымдар, 76 % углеводтар, 3—5 % май, 9,6 % күҙәнәкле туҡыманан, ферменттар, В, D, Е, А витаминдары төркөмөнән тора.

Хужалыҡта әһәмиәте һәм ҡулланылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арпа — иң мөһим культуралы үҫемлек. Икмәк ҡыяҡлылары араһында төньяҡ төпкөлөнә иң ҡулайлашҡаны[18] Рәсәй империяһының Архангельск губернаһында төп «икмәк» булған[19]).

Арпа ашлығын он, арпа ярмаһы, мал аҙығы эшләү өсөн файҙаланғандар, арпа һыра һәм кеүәҫ етештереүҙә, кофе суррогаттарын әҙерләүҙә ҡулланылған. Арпа шулай уҡ виски эсемлегенең төрлө сорттарын етештереүҙә, медицина һәм косметик маҡсаттарҙа ҡулланыла.

Аҙыҡ итеп кеше тарафынан арпа туранан-тура ҡулланылмай, ә күп өлөшөндә ярмаға әйләндерелә, уның иң яҡшы сорты арпа ярмаһы тип атала. Икмәк бешергәндә арпа онға һирәк ҡушыла, сөнки ул ҡабарып бешмәй. Финляндияның ҡайһы бер урындарында икмәк («риеска») тик арпанан эшләнә, өҫтәүенә, ул туҙҙа бешерелә. Ғәҙәттә икмәк бешергәндә, әгәр арпа оно ҡулланылһа, уға арыш йәки бойҙай оно ҡушалар[17].

Арпа Мысыр иероглифтарында
jt арпа (символ)
M34
jt ғәҙәти яҙма
itU9
M33
šma идеограмма
U9

Арпа һыраһы, бәлки, неолит дәүере кешеһенең бик боронғо эсемлеге булған[20]. Һуңғараҡ уны эшселәр менән иҫәп-хисап өсөн валюта урынында ҡулланғандар. Һыра ҡайнатыуҙа алмаштырғыһыҙ материал булараҡ арпа юғары баһалана[17].

Боронғо Мысырҙа арпанан һыра ғына түгел, икмәк тә бешергәндәр. Мысырлылар арпаны jt (әйтелеше — йит) йәки šma (шема) тип атаған. Һуңғы вариантта арпа Үрге Мысырҙың символы булған. Шумер ҙар арпаны акити тип йөрөткән. Йәһүдтәр уны нәҙерләнгән ер (земля обетованная) ризығы тип атаған һәм ҡорбан килтереү йолаларында (Книга Чисел китабында был турала яҙылған) ҡулланған.

Боронғо Грецияла арпаны Элевсин мистерияларының изге йолаларында ҡулланғандар. Деметра алиһә арпа әсәһе титулына һәм исеменә эйә булған. Өлкән Плиний үҙенең "Естественная история китабында арпа бутҡаһы рецептын һүрәтләгән. Тибетта арпа оно, цампа, б. э. т. кәмендә V быуатта ҡулланыуға ингән[21][22]. Боронғо Римда гладиаторҙарҙы гордеарийҙар, йәки (лат. hordearii) — «арпа менән туҡланыусылар», йәки «арпа ашаусылар», йәки «арпа ир-аттары» тип йөрөткәндәр, сөнки арпа мускулдар массаһының тығыҙлығына булышлыҡ иткән һәм уларҙың көндәлек аҙығының төп өлөшө булған[23][24]. Урта быуаттар Европаһында арпа һәм арыш икмәге крәҫтиәндәр аҙығы була, ә шул уҡ ваҡытта бойҙай икмәген тик юғары синыф кешеләре генә ҡулланған[25]. XIX быуатта картуф яйлап арпаны алмаштыра[26].

Мал аҙығы сифатында арпа башлыса көньяҡта ҡулланыла һәм был юҫыҡта ла ул ҙур хужалыҡ әһәмиәтенә эйә. Урта Азияла, Көнсығыш Кавказ аръяғында, Ғәрәбстанда һәм күп урындарҙа арпа ат аҙығы кеүек ҡулланыла һәм эҫе йәйҙә яныусы һолоно алмаштыра, был аҙыҡта ғәрәп аттары һәм уға яҡын ҡарабах аты барлыҡҡа килә һәм сыҙамлы Азия далалары аттары йәшәй. Арпа һаламы һәм кәбәге шулай уҡ аҙыҡ сараһы кеүек ҡулланыла, өҫтәүенә эҫе һыуҙа быҡтырылған йәки бешерелгән кәбәге суғырмаҡлы арпа ҡылсыҡтарынан булған хайуандарҙың төрлө ауырыуҙарын (башлыса, коликаны) киҫәтеү өсөн һәйбәт сара булып тора; уны хатта аҙыҡҡа түгел, ә серетмә өйөмөнә серетергә һалырға кәңәш итәләр[17].

Хәҙерге Рәсәйҙә арпа игенселек райондарында сәсеп үҫтерелә.

Себерҙә талҡан тип аталған онға ваҡланған һәм ҡыҙҙырылған арпаны сәйгә ҡушып эсәләр. Бының өсөн сынаяҡ төбөнә талҡан ҡатламын һалалар, бармаҡ менән батырып өҫтөнә әҙерәк тоҙ һибәләр, һуңынан сәй ҡояла; ҡайһы берҙә һыйыр майы киҫәген өҫтәйҙәр. Бер тапҡыр һалынған талҡан бер нисә сынаяҡ сәйгә етә, ә иң һуңынан уны ашап ҡуялар[27].

Дауаланыу маҡсатында арпа халыҡ медицинаһында борондан ҡулланылған. Ҡур экстрактын бронхит һәм кесе йәштәге балаларҙы ашатыу өсөн файҙаланғандар. Уны тирегә сабыртма, фурункул һ.б. барлыҡҡа килгәндә матдәләр алмашыныуы боҙолғанда эсәләр[28].

Систематика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрҙәш таксондар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәндәге төрсәләрен айыралар:

Ябай арпаның ике киң таралған културалы төрҙәре — Алғы Азиянан ҡырлы арпа һәм Көнсығыш Азиянан алты баллы арпа. Икеһенең дә башаҡтары башаҡ үҙәгенең ике яғынан өсәр, улар башаҡ буйлап алты буй рәт хасил итә. Ләкин ҡырлы арпаның, ҡырағай арпа кеүек, йәнәш торған алты башаҡтың икеһе генә емешле[18], уларҙан орлоҡ сыға, ә ҡалған дүртәүһе — емешһеҙ. Алты баллы арпаның йәнәш торған бөтә башаҡтары ла емеш бирә, һәм өлгөргән башаҡ алты рәт орлоҡҡа эйә[29].

Мәҙәни әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сөннәгә ярашлы Мөхәмәт пәйғәмбәр ат-тальбин йәки тальбина — арпа ононан өрә һөт йәки бал менән «сирленең йөрәген тынысландыра һәм ҡайғыһының бер өлөшөн алып китә»[30][31][32]. Әбүғәлисина XI быуатта үҙенең «Канон врачебной науки» эшендә арпа һыуының, ашының һәм һурпаһының биҙгәк тотҡанда шифалы булыуын яҙа[33]. Азияла һәм хәҙерге ваҡытта ла ҡыҙҙырылған арпанан сәй популяр[34].

Инглиз халыҡ ижадында Джон Арпа Орлоғо шул уҡ исемле халыҡ йырында арпаның, шулай уҡ унан әҙерләнгән һыраның һәм вискиҙың кәүҙәләнеше булып тора. Йырҙа Джон арпа эшкәртеүенең төрлө этаптары менән тап килгән йәберҙәрҙән, һөжүмдәрҙән, һәм, ахыр сиктә, үлемдән ғазап сигә. Джон Арпа Орлоғо образы Германия-Скандинавия мифологияһындағы боронғо Мимир һәм Квасир аллалары менән бәйле булыуы мөмкин[35].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. 2,0 2,1 Saltini A. I semi della civilta: frumento, riso e mais nella storia delle societa umane / Prefazione di Luigi Bernabò Brea. — Bologna: Avenue Media, 1996. — 182 p.
  3. Энциклопедия «Кругосвет». Ячмень обыкновенный.
  4. Zohary D., Hopf M. Domestication of Plants in the Old World: The Origin and Spread of Cultivated Plants in West Asia, Europe, and the Nile Valley. — 3rd ed. — Oxford University Press, 2000. — P. 59—69. — ISBN 0198503571.
  5. 2 Цар. 21:9; 4 Цар. 4:42
  6. Суд. 7:13, 2 Цар. 17:28, Ин. 6:9—13.
  7. 2Пар. 2:10
  8. 4 Цар. 7:1
  9. Ҡалып:ВТ-БЭАН
  10. 4 Цар. 7:1
  11. Ҡалып:ВТ-БЭАН
  12. Crawford G. W., Gyoung-Ah Lee Agricultural Origins in the Korean Peninsula. — 2003. — Vol. 77. — № 295. — P. 87—95. — ISSN 0003-598X.
  13. Производство ячменя в мире. Страны-производители ячменя 2021 йыл 26 ноябрь архивланған.
  14. Сорта ярового ячменя. Дата обращения: 17 апрель 2009. Архивировано из оригинала 23 март 2009 года. 2009 йыл 23 март архивланған.
  15. AgroAtlas. Ячмень культурный шестирядный. Дата обращения: 17 апрель 2009. Архивировано из оригинала 21 февраль 2008 года. 2008 йыл 21 февраль архивланған.
  16. Соответствует почти 5 млн гектаров.
  17. 17,0 17,1 17,2 17,3 Ячмень, в сельском хозяйстве и торговле // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  18. 18,0 18,1 Невский С. А. Род 213. Ячмень — Hordeum // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редакторы тома Р. Ю. Рожевиц и Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1934. — Т. II. — С. 728. — 778 + XXXIII с. — 5175 экз.
  19. Ячмень // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  20. Pellechia Th. Wine: the 8,000-year-old story of the wine trade. — Philadelphia: Running Press, 2006. — P. 10. — ISBN 1560258713.
  21. Fernandez F. A. Civilizations: Culture, Ambition and the Transformation of Nature. — 2001. — P. 265. — ISBN 0743216504.
  22. Sautman B., Dreyer J. T. Contemporary Tibet: politics, development, and society in a disputed region. — Armonk, New York: Sharpe, 2006. — P. 262. — ISBN 0765613549.
  23. Ҡалып:PliniusNH
  24. Curry A. The Gladiator Diet // Archaeology Magazine. — November/December 2008. — Vol. 61. — № 6. — a Publication of the Archaeological Institute of America
  25. McGee H. On Food and Cooking: The Science and Lore of the Kitchen. — Unwin, 1986. — ISBN 0-04-440277-5.
  26. Roden C. The Book of Jewish Food. — Knopf, 1997. — P. 135. — ISBN 0394532589.
  27. Толкан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  28. Блинова К. Ф. и др. Ботанико-фармакогностический словарь : Справ. пособие / Под ред. К. Ф. Блиновой, Г. П. Яковлева. — М.: Высш. шк., 1990. — С. 264. — ISBN 5-06-000085-0.
  29. Ячмень — Hordeum
  30. Hadith. Volume 7, Book 71, Number 593: (Narrated 'Ursa)
  31. Sunna.su | Тальбина. Дата обращения: 14 апрель 2013. Архивировано 18 апрель 2013 года.(недоступная ссылка)
  32. Муслимка - сайт для мусульманок. Дата обращения: 14 апрель 2013. Архивировано 18 апрель 2013 года.(недоступная ссылка)
  33. Scully T., Dumville D. N. The art of cookery in the Middle Ages. — Boydell Press, 1997. — P. 187—188. — ISBN 0-85115-430-1.
  34. ячменный чай | Мир чая. Дата обращения: 14 апрель 2013. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  35. de Vries Ad. Dictionary of Symbols and Imagery. — Amsterdam: North-Holland Publishing Company, 1976. — P. 34—35. — ISBN 0-7204-8021-3.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]