Архангель районы
| Архангель районы районы урыҫ. Архангельский район |
|
|---|---|
| Район гербы | Район флагы |
| Ил | Рәсәй |
| Статус | Муниципаль район |
| Төбәк | Башҡортостан |
| Эске бүленеш | 14 ауыл биләмәһе 70 тораҡ пункт |
| Административ үҙәге | Архангель ауылы |
| Ойошторолған | 1930 йылдың 20 августында |
| Хакимиәт башлығы | Мәүликәсов Хәйҙәр Һаҙи улы |
| Халыҡ һаны | 19 829 [1] кеше |
| Майҙаны | 2 422 |
| Сәғәт бүлкәте | MSK+2 (UTC+6) |
| Автомобиль коды | 02, 102 |
| ОКАТО коды | 80 20300000 |
| Сайт | http://www.arh-raion.ru |
Архангель районы — Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә, Өфөнән көньяҡ.-көнсығыш, Инйәр йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Район үҙәге Архангель ауылы, Өфөнән 88 км алыҫлыҡта.
Халыҡ һаны 19 829 (2010) кеше (1970 — 29,1, 1979 — 25,1, 1989 — 20,7 мең).
Күпселек башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй.
[үҙгәртергә] Географияһы
Район территоряһының көнбайыш яртыһы тау алды тигеҙлеген, Көнсығыш Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыштағы алғы һырттарын үҙ эсенә ала. Тупраҡ-климат шарттары һәм үҫемлек япмаһы ер өҫтө төҙөлөшө формаһы менән бәйләнгән. Тигеҙ өлөшөнә — йылы, бер аҙ ҡоро климат, асыҡ һоро урман ландшафы һәм көлһыу ҡара тупраҡлы урман-дала ландшафы, таулы өлөшөнә яуым-төшөм муллығы, һыуыҡ климат, ҙур майҙандарҙың урмандар менән ҡапланыуы (урыны менән 70% тиклем һәм унан да күберәк), асыҡ һоро таулы урман тупрағы өҫтөнлөк итеүе хас. Район територияһы буйлап ҡушылдыҡтары менән Инйәр һәм Ләмәҙе йылғалары аға. Райондың төньяҡ-көнбайыш ситенән — Эҫем, көнбайыш — Ағиҙел, көньяҡ-көнбайыш — Еҙем йылғалары ағып үтә. Тәбиғи ландшафы туризм һәм ял ойоштороуҙы үҫтереү өсөн уңайлы. Аҫҡын боҙ мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы, Орловка ауылы эргәһендәге Мүк еләге һаҙлығы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Һыу ҡоштарын ҡурсыу буйынса Архангель дәүләт заказнигы ойошторолған.
Район территоряһының төп өлөшө Урал алды бөгөлө сиктәрендә ятауылы Нефттең (Архангель, Карташевка, Малышевка), кирбес сеймалының (Аҙау, Князево балсығы), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ғәйфулла, Воробьёвка), ҡырсынташ (Баҫыу, Подгорский), эзбизгә яндырыу өсөн эзбизташ (Кинтерле), агрономик рудаларҙың (Сикйылға) һ.б. бәләкәйерәк ятҡылыҡтары асылды.
[үҙгәртергә] Иҡтисад
Архангель районы— аграр-урман сәнәғәте районы. Ауыл хужалығы ерҙәре — 65,0 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр 35,4 мең га майҙанды биләй. Район ауыл хужалығы производствоһы махсуслашыуының ике зонаһына инә. Улар — Төньяҡ урман-дала (тигеҙ өлөшө) һәм Тау-урман (тау өлөшө) зоналары. Тигеҙ өлөшөндә сәселгән төп культуралар — яҙғы бойҙай һәм шәкәр сөгөлдөрө, тау өлөшөндә — ужым арышы һәм һоло. Һөт-ит тоҡомло һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ һәм йылҡы үрсетәләр. Умартасылыҡ алға киткән. Урмандар 163 мең га ерҙе биләй. Ағас запасы 21918 мең м3, шуларҙың 8791 мең м3 өлгөргән һәм ҡартайған ағастар иҫәбенә инә.
Архангель леспромхозы байтаҡ күләмдә ағас әҙерләй. Ағас эшкәртеү предприятиелары араһында Архангель ағастан йәшник эшләү заводы айырылып торауылы Нефть ятҡылығығы “Ишембайнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығы тарафынан файҙаланыла.
Район територияһын Магнитогорск—Белорет—Ҡарлыман тимер юлы һәм Булгаково—Архангель—Белорет автомобиль юлы киҫеп үтә.
Районда 50 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 14 урта; муз. мәктәбе һәм ПУ, 24 китапхана, 35 клуб учреждениеһы, 2 дауахана бар. Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә “Архангельский вестник” гәзиттәре сыға.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- Башҡортостан Республикаһы сайты
- Райондың рәсми булмаған сайты
Ҡалып:Архангель районы ауылдары
| Башҡортостан райондары |
| Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |