Арышбаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Арышбаш
Agropyron cristatum
Agropyron cristatum (L.) Gaertn..
N.T.Host «Icones et descriptiones Graminum austriacorum» т.2, 1801—1809 китабынан ботаник иллюстрация
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Agropyron Gaertn., 1770

Синонимдар
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   40353
NCBI   4592
GRIN   g:313
IPNI   17397-1

Арышбаш, бесәй ҡойроғо (лат. Agropýron, урыҫ. Житняк) — ҡыяҡлылар ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлектәр ырыуы. 15-ләп төрө билдәле, Европала, Азияла, Төньяк Африкала, шулай уҡ Австралияла һәм Яңы Зеландияла киң таралған.

Ташлы-далалы һөҙәклектәрҙә үҫә. 20-70 см оҙонлоҡтағы ҡыуаҡланған ҡыяҡлылар. Тамыр системаһы ҡалын, суҡ. Һабағы тура, еңелсә ҡытыршы. Япраҡтары тығыҙ, оҙонса түңәрәк формала. Сәскә төркөмдәре − ҡыяҡ йәки йомортҡа һамаҡ ҡатмарлы башаҡтар. Башаҡтары күп сәскәле, ике рәтле. Емеше − бөртөксә. Орлоҡтан үҫтерелә. Һыуыҡҡа, ҡоролоҡҡа сыҙам, тупраҡҡа талапсан түгел. Көтөү йөрөүҙән ҙур зыян күрмәй. Ҡиммәтле мал аҙығы. Ҡомлоҡтарҙы нығыта, тупраҡ структураһын яҡшырта. Декоратив маҡсаттарҙа үҫтерелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]