Арыҫланса себендәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Арыҫланса себендәр
Арыҫланса себендәр
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Суб-тип: Алты аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Отряд: Ике ҡанатлылар
Подотряд: Ҡыҫҡа ике ҡанатлылар
Ғаилә: Арыҫланса себендәр
Латинса исеме
Stratiomyidae Latreille, 1804
Аҫ ғаилә
ITIS 130150
NCBI 34687

Арыҫланса себендәр (лат. Stratiomyidae, (урыҫ.  Львинки ) — себендәр ғаиләһе. 1,5 меңләп төрө билдәле, уларҙың күбеһе тропиктарҙа, Рәсәйҙә 200 ләп төрө йәшәй.

Кәүҙәһенең оҙонлоғо 5-15 мм, ҡанаттары асылмағанда ҡорһаҡ турыһында береһе икенсеһе өҫтөнә ҡуйыла. Төҫө асыҡ, йыш ҡына саға торған умарта ҡорттары һәм һағаҙаҡтар төҫөн хәтерләтә (һаҡлағыс төҫ − мимикрия). Себендәр сәскәләрҙә, һыу янындағы үҫемлектәр араһында, һирәгерәк ағас сөрөгөндә һәм ботаҡтарынанда тереклек итә. Личинкалары бысыраҡ һыуҙа, тупраҡта, тиреҫтә, ҡайыр аҫтарында, ҡороған ағаста, ҡырмыҫҡа ояларында үҫә; сапрофиттар (органика ҡалдыҡтар менән туйыналар) йәки йыртҡыстар. Ябай арысланса себендәр (Stratiomyia chamaeleon Dg.) - кәүҙәһенең оҙонлоғо 13-15 мм, ҡара, ҡорһаҡ аҫты һары төҫтә, һәм баҡыр арысланса себендәр (Geosargus cuprarius L.) - кәүҙәһенең оҙонлоғо 10-12 мм, түше йәшел, металл һымаҡ ялтырай, ҡорһағы бронза, зәңгәр йәки шәмәхә төҫтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]