Ассоциация

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ассоциация (союз; лат. associo — ҡушылыу) —ойошмаларның уҙ эшсәнлеген координациялау, шулай уҡ милеккә ҡағылышлы ғөмөми мәнфәғәттән сығып эш итеү һәм яҡлау маҡсатында төҙөлгән ирекле берләшмәһе. Ассоциация ағзаларының мөстәҡиллеге һәм юридик зат булыу хоҡуғы һаҡлана. Ассоциация уҙ ағзаларынын йөкләмәләре өсөн яуап бирмәй, уларға ҡарата юғары орган булып һаналмый. Шулай да ассоциация уҙ составына кергән субъекттар эшсәнлегенә, бирелгән хоҡуҡтарына нигеҙләнеп идарә итеүгә йоғонто яһай. Ассоциация ойоштороусылар шартнамә һәм устав нигеҙендә эш итә.

Ассоцацияның төп бурыстары — баҙар мөнәсәбәттәрен үҫтереү, конверсиялауҙың төбәк программаһын төҙөү, берҙәм хаҡ сәйәсәтен эшләү һ.б. Башҡортостан иҡтисадында 20 быуат 90 сы йылдар башында барлыҡҡа килгән ирекле берекмәләрҙең иң таралған формалары — * крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ассоциацияһы,

  • БР ауыл хужалығы кооператорҙары ассоциацияһы, дәүләт сәнәғәт предприятиелары ассоциацияһы. (70 тән ашыу).
  • “Ауыл йорто” ассоциация(1991),
  • БР Тауар етештереүселәр федерацияһы,
  • “Суперконцентрат” ассоциация(1991),
  • Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы,
  • Башҡортостан сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы (1993),
  • БР Страховкалаусылар ассоциацияһы,
  • БР Аудиторҙар Ассоциация(1997),
  • “БР Күсемһеҙ милек баҙарының профессиональ ҡатнашыусылары” ассоциацияһы(1999),
  • БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы(2000),
  • БР Автомобиль сервисы һәм транспорт пркдприятиелары ассоциацияһы(2001),
  • БР Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооператорҙары ассоциацияһы(2005),
  • Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы(2006) һ.б. ойошторола.

Иҡтисади реформаларҙы тормошҡа ашырыуҙа терреториаль дәүләт идаралығы органдары эшен координациялау, төбәк-ара программаларҙы эшләү һәм бойомға ашырыу маҡсатында төбәк-ара ассоциация һәм союздар булдырыла. 1991 йылда БР “Оло Урал” ассоциацияһы ағзаһы була, уға шулай уҡ 6 өлкә (Пермь, Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Төмән, Ҡурған) һәм Удмурт Республикалары инә. 2011 йылға ҡарата БР ҙа 236 ассоциация теркәлгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]