Асҡын районы
| Асҡын районы районы урыҫ. Аскинский район |
|
|---|---|
| Район гербы | Район флагы |
| Ил | Рәсәй |
| Статус | Муниципаль район |
| Төбәк | Башҡортостан |
| Эске бүленеш | 22 ауыл биләмәһе 70 тораҡ пункт |
| Административ үҙәге | Асҡар ауылы |
| Ойошторолған | 1930 йыл |
| Хакимиәт башлығы | Усманов Фларит Фоат улы |
| Халыҡ һаны | 23 337 [1] кеше |
| Майҙаны | 2 542 |
| Сәғәт бүлкәте | MSK+2 (UTC+6) |
| Автомобиль коды | 02, 102 |
| ОКАТО коды | 80 20100000 |
| Сайт | http://www.askino.ru/ |
Асҡын районы — Ҡариҙел йылғаһының уң ярында, Пермь һәм Свердловск өлкәләреләре сигендә урынлашҡан. Үҙәге — Асҡын ауылы. Өфөгә 213 км һәм иң яҡын Щучье Озеро тимер юл станцияһы (Пермь өлкәһе) — 50 км. Район 1935 йылдың ғинуарында ойошторолған. Майҙаны — 2542 км². Халҡы 23 337 (2010) кеше (1970— 34,4, 1979 — 28,3, 1989 — 23,5 мең, 1995 — 24,2 мең). Күпселек башҡорттар, татарҙар, урыҫтар. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км². 9 кеше. Иң ҙур ауылдар: Асҡын (1989 — 5,8 мең кеше) һәм Ҡубыяҙ (1,4 мең кеше).
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Географияһы
Район территоряһының көнсығыш өлөшө Өфө яйлаһының көнбайыш сигенә тура килә, йылғалар һәм йырғанаҡтар менән бүлгеләнгән. Көнбайыш рельефына түбәлектәр хас (Асҡын ялпы таулығы). Климаты уртаса йылы, ярайһы уҡ дымлы. Асҡын метеостанцияһы мәғлүмәттәре буйынса, абсолют максималь температура +36С, абсолют минималь -54С тәшкил итә. Район територияһы буйлап Ҡариҙелдең ҡушылдығы Төй (Һарыҫ ҡушылдығы) һәм Аяҙ йылғалары аға. Көлһыу тупраҡ, көлһыулығы һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡара тупраҡ һәм һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Территория шыршы һәм аҡ шыршы үҫкән урмандар зонаһына инә.
Ләкин улар киң япраҡлы ағастарға (бигерәк тә йүкә), шыршы, аҡ шыршы, ҡайын, уҫаҡ урмандарына алышынған. 1963 йылда райондың көньяҡ.-көнбайышда тайга зонаһы йәнлектәрен (шәшке, мышы, һуҫар, ҡама, һеләүһен һ.б.) һаҡлау өсөн Асҡын дәүләт заказнигы ойошторолған.
Геотектоник йәһәттән район територияһы Башҡорт көмбәҙе сиктәрендә ята. Запастары күп булмаған Ҡәйүм, Степановка, Көнгәк, Бейәбаш нефть ятҡылыҡтары, шулай уҡ Яңы Ҡаҙансы һәм Кубияҙ газ ятҡылыҡтары табылған. Эзбизташ, төҙөлөш ташы, доломит, балсыҡ, ангидрит ятҡылыҡтары ярайһы уҡ күп. Агрономик рудалар осрай. Урындағы ихтыяж өсөн төҙөлөш ташы (Урмияҙ, Анастасьино), ҡырсын таш (Гөмбә), эзбизташ (Ҡаҙансы) сығарыу карьерҙары асылған.
“Башплодородие” ПБ балансында 10-ға яҡын агроруда ятҡылығы бар: Ҡышлауйылға торф-туф (990 мең т), Любимовка йомшаҡ эзбизташы (880 мең т), Мутабаш күл-һаҙлыҡ эзбизы (686 мең т) ятҡылыҡтары.
[үҙгәртергә] Иҡтисад
Район иҡтисадына аграр-урман сәнәғәте йүнәлеше хас. Ауыл хужалығы ерҙәре 92,8 мең га (райондың дөйөм майҙаны 36,7%), шуның 66,7 мең га өлөшөн һөрөнтө ерҙәр, 18,7 мең га — көтөүлектәр тәшкил итә.
Ауыл хужалығында ужым арышы, яҙғы бойҙай, картуф үҫтерелә, һөт-ит малы һәм сусҡа үрсетелә. ауыл хужалығы предприятиелары араһында “Урмияҙ”, “Төй” һәм “Дружба” малалсылыҡ совхоздары айырылып тора.
Асҡын ауылындада йәшелсә киптереү, май-сыр эшләү заводтары, РТП эшләй. Асҡын лесхозы биләгән 126 мең га урманда 16981 мең м3 ағас (шул иҫәптән 6300 мең м3ылыҫлы ағастар) бар. Шуларҙың 8700 мең м3 өлгөргән һәм ҡартайған ағас. Башлыса Һарыҫ—Аяҙ йылғалары араһындағы урман ҡырҡылауылы Бында Асҡын леспромхозының урман пункты эшләй. Төй йылғаһының урта ағымындағы урмандарҙа ағас әҙерләү менән Талог леспромхозының урман пункттары шөғөлләнә. Транспорт бәйләнеше Асҡын—Яугилде автомоб. юлы менән (артабан Бөрө һәм Благовещен аша) ғәмәлгә ашырылауылы Суднолар йөрөгән миҙгелдә тимер һәм автомоб. юлдарынан алыҫта ятҡан көньяҡ-көнсығыш тау-тайга төбәктәре йылға транспорты менән файҙалана.
[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә
Районда 51 дөйөм белем биреү мәктәбе (1994/95 уҡалаһы й. — 4959 уҡыусы), шул иҫәптән 15 урта мәктәп; Асҡын ПУ, 29 китапхана, 54 клуб, 4 дауахана бар. Урыҫса “Надежда”, татарса «Ышаныч», башҡортса «Йәнтөйәк» гәзиттәре сыға.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- Муниципаль райондың рәсми сайты
- Башҡортостан Республикаһы сайты
| Башҡортостан райондары |
| Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |
- ↑ Численность населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам на 1 января 2010 года
| Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырыр кәрәк. |