Ат борсағы
| Ат борсағы | ||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||||
| Onobrychis Mill. | ||||||||||||||||
|
Ат борсағы (урыҫ. Эспарцет)(лат. Onobrýchis) — ҡуҙаҡлылар ғаиләһенән булған үҫемлек. 80-ләп биологик төрө төрө билдәле. Көньяҡ Европала, Көнбайыш Азияла һәм Төньяҡ Африкала кейек үҫемлек. Был сәнскәкле үҫемлектәр ҡыуаҡ йәки ярым ҡыуаҡ булып үҫә.
Синонимдары: Dendrobrychis (DC.) Galushko, Xanthobrychis Galushko
Башҡа телдәрҙәге атамалары: ингл. Sainfoin, груз. ესპარცეტი, исп. Onobrychis, кат. Trepadella, ҡыт. 紅豆草, лит. Esparcetas, нем. Esparsetten, нидерл. Esparcette, порт. Sanfeno, төр. Adi korunga, франц. Sainfoin, эспер. Onobriko
Морфология [үҙгәртергә]
Япрағы парлы япраҡсалар рәт булып, япраҡ ярылары менән урынлашҡан. Өҫтәге төп япраҡса ҡайһы саҡ сәнскәккә әүерелә.
Сәскәләре көлтөҫөндә, алһыу, аҡһыл йәки һарғылт. Улар бумала һымаҡ бер башаҡҡа йыйылған.
Емеше ярым шар һымаҡ, ҡытыршы тышлы, ҡайһы берҙәрендә ҡусҡар рәүешендә. Тышы ҡаты, ҡалын. Тиҙ генә асылмай. Эсендә бер йәки ике орлоғо була.
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Шмальгаузен И. Ф. Флора Средней и Южной России, Крыма и Северного Кавказа. Руководство для определения семянных и высших споровых растений. Киев, тип. т-ва печ. дела и торг. И. Н. Кушнерев и Ко в Москве, Киевск. отд-ние. Т. 1. Двудольные свободнолепестные. 1895. С. 259.
Һылтанмалар [үҙгәртергә]
Ҡалып:Викисловарь Ҡалып:Wikisource
- Ат борсағы GRIN сайтында мәғлүмәт
- Эспарцет // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 86 томах (82 т. и 4 доп.) — СПб., 1890—1907. (урыҫ.)
| Был ботаника тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |