Аудит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Аудит —— (ингл. audit), иҡтисади субъекттарҙың бухгалтер (финанс) отчётлылығын, түләү-иҫәп документтарын, һалым декларацияларын һ. б. финанс йөкләмәләрен бойондороҡһоҙ ведомстволарҙан тыш тикшереүҙе тормошҡа ашырыу буйынса аудиторҙарҙың (аудитор фирмаларының) эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге төрө.

Ҡыҫҡаса белешмә[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Аудиторҙар функцияларына шулай уҡ финанс, һалым, банк һ. б. закон мәсьәләләре буйынса консультация биреү, законға һәм халыҡ-ара аудиторлыҡ стандарттарына һәм иҫәпкә алыу ҡағиҙәләренә ярашлы предприятиеға һалым органдарында һәм арбитраж судтарҙа уның мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ярҙам итеү инә. Аудит тышҡы һәм эске, мотлаҡ һәм инициативалы төрҙәргә айыралар. Тышҡы аудит финанс органдары вәкәләт биргән йәки предприятие (фирма) саҡырған аудиторҙар; эске — иҡтисад субъекттың үҙ штатында торған аудиторҙар тарафынан үткәрелә. Мотлаҡ аудит ғәмәлдәге закондарға ярашлы, шулай уҡ прокурор, суд, һалым полицияһы һ.б. санкцияһы булғанда тәүтикшереү дәүләт органдары ҡушыуы буйынса; инициативалы аудит — иҡтисад субъекттың үҙ ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Аудит — баҙар инфраструктураһы элементы.

Башҡортостанда аудиторлыҡ эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

БР Министрҙар советы эргәһендәге Аудиторлыҡ эшмәкәрлеге буйынса комиссия ойоштороуҙан башлана (1992). БР‑ҙа «Малия» (1993), «Аудитор Әнүәр» (1993) һ.б. фирмалар тәүге аудитор ойошмалары була, 1997—2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Аудиторҙар ассоциацияһы эшләй. 2010 йылда Башҡортостанда аудитор хеҙмәте күрһәткән 193 фирма теркәлгән, шул иҫәптән «Аудит-хәүефһеҙлек», «ДДМ-аудит», «Ориентир», «Урал-защита», «Эксперт‑аудит». Башҡортостан Республикаһында Рәсәй аудиторҙары коллегияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе эшләй (1995).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Игорь Райхман. Практика медиа измерений. Аудит. Отчетность. Оценка эффективности PR — М.: Альпина Паблишер, 2013. — 432 б. — ISBN 978-5-9614-4499-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]