Ауымбаҡ
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Ауымбаҡ | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Gavia stellata (Pontoppidan, 1763) |
||||||||||||||
| Төрҙәштәре | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Ареал | ||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106003865 |
Ауымбаҡ, ҡауымбаҡ, тирҫаяҡ.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Ҡаҙҙан бәләкәйерәк. Ҡағараҡ кеүек, ерҙән йөрөй алмай. Кәүҙәһенең өҫкә яғы аҡһыл таплы һарғылт көрән, аҫҡы яғы аҡ, башы һоро,, муйын аҫты ерән-ҡыҙыл. Ҡағараҡтан бәләкәй булыуы һәм муйынындағы ҡыҙғылт һыҙығы менән айырыла.
[үҙгәртергә] Тауышы
Тауышы ыңғырашыуға оҡшаған: «ауааң-ауааң» ҡысҡырып көлгән кеүек «һа-һа-һа» менән тамамлана; осҡанда тоноҡ ҡына: «ҡа-ҡа-ҡа».
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Ярҙары ҡуйы ҡамыш һәм үлән менән ҡап¬ланған батҡыллы күлдәрҙә йәшәй. Балыҡ, тәлмәрйен, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Беҙҙә ояламай, яҙлы-көҙлө үтеп барышлай ғына туҡтан. Тиреһе өсөн аулайҙар.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Степанян Л. С. Конспект орнитологической фауны России и сопредельных территорий М.: Академкнига, 2003, 808 с.
- Красная книга Российской Федерации (Животные. Раздел 5. Птицы). М.: АСТ. 2001. С. 325—350.
- Бёме Р., Динец В., Флинт В., Черенков А. Птицы (энциклопедия природы России). ABF, Москва, 1998, 430 с.
- Флинт В. Е., Бёме Р. Л. и др. Птицы СССР. М., 1989.
- Птицы СССР: гагары, поганки, трубклоносые / отв. ред. Ильичёв В. Д., Флинт В. Е., М., 1982.
- Птицы СССР: журавлеобразные, курообразные / отв. ред. Ильичёв В. Д., Флинт В. Е., Л., 1987.