Ауырғазы районы
| Ауырғазы районы районы урыҫ. Аургазинский район |
|
|---|---|
| Район гербы | Район флагы |
| Эске бүленеш | 24 ауыл биләмәһе 134 тораҡ пункт |
| Административ үҙәге | Талбаҙы ауылы |
| Ойошторолған | 1930 йылдың 20 августы |
| Хакимиәт башлығы | Ишемғолов Марат Баязит улы |
| Халыҡ һаны | 37 133 [1] кеше |
| Майҙаны | 2 014 |
| Сәғәт бүлкәте | MSK+2 (UTC+6) |
| Автомобиль коды | 02, 102 |
| ОКАТО коды | 80 205 000 000 |
| Сайт | http://www.aurgazy.ru/ |
Ауырғазы районы — Өфөнән 80 км көньяҡта, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең яҡшы үҙләштерелгән өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны 2014 км2. Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 47,2; 1989 — 39,1; 1995 — 38,8; 2010 — 30,9. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 19 кеше. Күпселеге татарҙар, сыуаштар, башҡорттар. Район үҙәге — Талбаҙы ауылында — 11,6 мең кеше (1994) йәшәй.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Географияһы
Ер өҫтө формалары убалы ҡалҡыулыҡтарҙан тора, ныҡ карсланған . Климаты континенталь һәм уртаса дымлы. Район територияһы аша Өршәк һәм Ауырғазы йылғалары аға. Имән, ҡайын ҡатыш имән, йүкә һәм уҫаҡ урмандары район майҙанының 17% биләй, ҡалҡыулыҡтарҙа һирәк-һаяҡ утрау булып үҫә.
Район ерендәге тупраҡ һелтеһеҙләнгән, карбонатлы, һоро урман һәм ғәҙәти ҡара тупраҡлы.
[үҙгәртергә] Иҡтисад
Районда нефть ятҡылыҡтары (Боҙаяҙ, Өршәк, Талбаҙы, Ибрай, Черниговка, Добровольный), кирбес сеймалы (Софиполь һәм Суханово), балсыҡ (Дарьино, Яңы Федоровка), ҡом (ДуБашҡортостановка, Кесе ИБашҡортостанай), гипс, эзбизташ, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Түбәнге Ләкәнде), агрономик рудалар (Яңы Төрөмбәт һәм Иҫке Ҡарамалы) запасы бар. Ауырғазы районы нигеҙҙә, — ауыл хужалығы районы. Ауыл хужалығы ерҙәре (121 мең га) бөтөн Район майҙаныныңның 72% биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 103 мең га. ауыл хужалығы предприятиелары бойҙай, ҡарабойҙай, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә, һөт-ит малы, сусҡа, һарыҡ үрсетеүгә махсуслашҡан.
Нефть ятҡылыҡтарын “Ишембайнефть”, “Өфөнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтары үҙләштерә. Талбаҙыла ҡатнаш мал аҙығы һәм кирбес заводтары, аҙыҡ-түлек комбынаты эшләй; ауыл хужалығы техникаһы Талбаҙыла һәм Ишлелә ремонтлана.
Район територияһын төньяҡтан көньяҡҡа Өфө—Күмертау—Ырымбур тимер һәм автомобиль юлдары, Көнбайыштан көнсығышҡа Дәүләкән—Талбаҙы—Красноусол автомобиль юлы киҫеп үтә. Район эсендә Куйбышев тимер юлының Дарьино һәм Нуғаҙаҡ тимер юл станциялары урынлашҡан.
[үҙгәртергә] Социаль –мәҙәни өлкә
Районда 66 дөйөм белем биреү мәктәбе шул иҫәптән 33 урта мәктәп, Ауырғазы һөнәрселек училищеһы, 35 китапхана, 63 клуб, 1 үҙәк район һәм 4 участка дауаханаһы, Талбаҙы ауылыда тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Урыҫ, татар һәм сыуаш телдәрендә “Путь Родины” — “Ватан юлы” — “Сершыв ҫүле” район гәзиттәре сыға.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- Республикаһы сайты
- Администрация района
| Башҡортостан райондары |
| Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |
- ↑ Численность населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам на 1 января 2010 года
| Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырыр кәрәк. |