Ашарға яраҡлы бәшмәктәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ашарға яраҡлы бәшмәктәр — кеше өсөн ашарға яраҡлы аскомицеттар (бүрекбаштар, тубырсыҡбаштар, трюфелдәр) һәм базидиомицеттар (эшләпәле бәшмәктәрҙең күпселеге).

500‑гә яҡын төрө билдәле, Башҡортостан Республикаһында 150‑нән ашыу төрө бар. Хужалыҡтағы әһәмиәте буйыннса ашарға яраҡлы бәшмәктәр категорияларға айырыла:

  1. аҡ бәшмәк, гөрөздә, деликатес, йәки ысын, ерән бәшмәк; аҙыҡ ҡиммәттәре юғары
  2. уҫаҡ гөрөздәһе, майлы бәшмәк, ҡайын бәшмәге, аҡ ҡарағай бәшмәге, уҫаҡ бәшмәге һ.б.
  3. ябай һары бәшмәк, йәшел мүк бәшмәге, һарыҡ бәшмәге һ.б.
  4. ҡарама бәшмәге, сыбар сатыр бәшмәге, сыбар мүк бәшмәге һ.б.; алдан эшкәртеү талап ителмәй.

Шулай уҡ шартлы ашарға яраҡлы бәшмәктәр. (йөнтәҫ бәшмәк, ҡара гөрөздә, шәмәхә рядовка һ.б.), уларҙы өлгөрөп етмәҫ борон ҡулланырға кәрәк; өлгөргән (киҫкен, ҡырҡыу тәмле йәки ағыулы) — тик кулинар эшкәртеүҙән һуң ғына; башҡа аҙыҡ-түлек менән ҡулланғанда ағыуланыуға килтереүсе (тиреҫ бәшмәктәре һ.б.) төрҙәргә айыралар. Ашарға яраҡлы бәшмәктәр аҡһымдар (2—5%; башлыса фосфорлы гликопротеидтар), липидтар (0,3—0,8%; майлы к‑таларҙың глицеридтары, стериндар, фосфатидтар һ.б.), углеводтар (0,8—4%; гликоген, глюкоза, микоза һ.б.), минераль матдәләр (калий, кальций, магний, баҡыр, натрий, фосфор һ.б.), А витаминдары һ.б. бар. Республикала ябай ҡарама бәшмәге һәм ике споралы аҡ көләпәрә бәшмәге үҫтерелә. Мәрйен һымаҡ гериций, ҡыҙ сатырбәшмәге, сатыр грифола, пәрҙәүек, бөҙрә спарассис БР‑ҙың һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 20 быуаттың 70‑се йылдарында Башҡорт дәүләт университетында һәм БДПИ‑ла ашарға яраҡлы бәшмәктәр, төрҙәр составы (Б.М.Миркин, Л.Ғ.Наумова), Биология институтында биологик һаҡламы һәм ҡулланылыуы (Е.В.Кучеров) өйрәнелгән. Көньяҡ Урал ҡурсаулығында ашарға яраҡлы макромицеттар (Н.С.Байтирәкова, А.М.Хәбибуллина), Ботаника баҡса‑институтында ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙең үҫеү урындары һәм йыйыу ваҡыты С.В.Кучерова тарафынан өйрәнелә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]