Ылаҡты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ашкарка битенән йүнәлтелде)
Ылаҡты
Ашкарка?
Характеристика
Оҙонлоғо 10 км
Һыу ағымы
Инеше
 · Координаталар 53°35′18″ с. ш. 57°37′25″ в. д.HGЯO
Тамағы Ағиҙел
 · Урынлашыуы 1180 км уң ярына
 · Координаталар 53°30′18″ с. ш. 57°37′13″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
Район Белорет районы
РДҺР 10010200212111100017195
Ылаҡты (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Точка
— инеше, — тамағы

Ылаҡты рус. АшкаркаРәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ағиҙел йылғаһының уң ярына тамағынан 1180 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөрйән районы Мәһәҙей ауылынан Фәнүзә Ишбаева биргән мәғлүмәт ошолай:

Башҡорттар — Ылаҡты, урыҫтар Ашкарка тип йөрөткән йылға Мәһәҙейҙе үтеп, Белорет районына сыҡҡас (оло юлды киҫеп, күпере бар), күп тә бармай, Ағиҙелгә ҡоя. Ҡыр кәзәһе мәһәҙейҙәрсә — илек, бәрәсе — ылаҡ[2]. Ылаҡтары менән илектәр төйәге булды ул йылға буйы,- ти торғайны һунарсы атайым. Урындағы һөйләштә Ылаҡты йылғаһы булып йөрөй. Беҙҙең Түңгәүер-Мәһәҙей ауылының тәүге урыны ошо Ағиҙел ҡушылдығы Ылаҡлы буйында булырға тейеш, ололар һөйләүе буйынса[3]

.

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Арский Ташы һыу үлсәү посынан Йомағужа һыуһаҡлағысына тиклем . Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[4].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[4]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200212111100017195
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101719
  • Бассейн коды — 10.01.02.002
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 694-се бит
  3. Ашкарка
  4. 4,0 4,1 РФ һыу реестры: Ашкарка.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 861 бит