Ылаҡты 2-се

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ашкарка 2-се битенән йүнәлтелде)
Ылаҡты 2-се
Характеристика
Оҙонлоғо 10 км
Һыу ағымы
Тамағы Ағиҙел
 · Урынлашыуы һул ярына тамағынан 1167 км өҫтәрәк
 · Координаталар 53°26′06″ с. ш. 57°34′27″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан Республикаһы
РДҺР 10010200212111100017256

Ылаҡты 2-се (рус. Ашкарка 2-я) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ағиҙел йылғаһының һул ярына тамағынан 1167 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км.

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыАғиҙел йылғаһы Арский Ташы һыу үлсәү посынан Йомағужа һыуһаҡлағысына тиклем . Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200212111100017256
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101725
  • Бассейн коды — 10.01.02.002
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөрйән районы Мәһәҙей ауылынан Фәнүзә Ишбаева урыҫса Ашкарка тип йөрөтөлгән Ылаҡты йылғаһының атамаһын ошолай аңлата:

Башҡорттар — Ылаҡты, урыҫтар Ашкарка тип йөрөткән йылға Мәһәҙейҙе үтеп, Белорет районына сыҡҡас (оло юлды киҫеп, күпере бар), күп тә бармай, Ағиҙелгә ҡоя. Ҡыр кәзәһе мәһәҙейҙәрсә — илек, бәрәсе — ылаҡ[3]. Ылаҡтары менән илектәр төйәге булды ул йылға буйы,- ти торғайны һунарсы атайым. Урындағы һөйләштә Ылаҡты йылғаһы булып йөрөй. Беҙҙең Түңгәүер-Мәһәҙей ауылының тәүге урыны ошо Ағиҙел ҡушылдығы Ылаҡлы буйында булырға тейеш, ололар һөйләүе буйынса[4]

.

Урыҫса Ашкарка 2-я тип йөрөтөлгән йылға ла Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан 7 км ғына алыҫлыҡта ята, Ҡыраҡа тауынан[5] баш ала, атамаһы ла ошо йәнлектәр төйәге булараҡ килеп сыҡҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Ашкарка 2-се.
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 694-се бит
  4. Ашкарка
  5. Карта бите N-40-92-C-b.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ