Аэропорттар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Аэропорттар — (аэро... һәм порт), граждандар авиацияһы саралары менән даими рәүештә пассажирҙар, йөк, почта ташыусы һәм һауа суднолары осошон ойоштороуҙы, хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итеүсе транспорт предприятиелары. Аэропорттар ер өҫтө хеҙмәттәре, күтәрелеү-ултырыу һыҙаттары, аэровокзалы булған аэродромдан тора.

Далластағы аэропорттың бейеклектән күренеше

Башҡортостандың иң ҙур Өфө аэропорты тарихы[үҙгәртергә]

1924 йылға Глумилин аэропорты һәм Көнсығыш биҫтә (Өфөнөң Көньяҡ автовокзалы районы) араһында аэропорты төҙөүҙән башлана. Уның бер привод радиостанцияһы була, У-2, Р-5 һәм ПС-9 самолёттарын ҡабул итә, көндөҙ осоу өсөн яраҡлы була. 1959 йыл яҡын һәм алыҫ привод радиостанциялары төҙөлә, улар самолёттарҙы төнөн һәм ҡатмарлы метеошарттарҙа ҡабул итергә мөмкинлек бирә, төнгө старт өсөн һыҙат буйынса эргәләш уттар ҡуйыла; яғыулыҡ-майлау материалдары хеҙмәте булдырыла; авиация паркы Ли-2 самолёттары менән тулыландырыла; Минераль Һыуҙар, Мәскәү, Новосибирск, Сочи ҡалаларына рейстар асыла . 1962 йылӨфөнән 30 км көньяҡтараҡ урынлашҡан аэропорт файҙаланыуға тапшырыла. 1964 йыл алып Өфө аэропорты аэродромы 2‑се класлы аэродромдарға ҡуйылған талаптарға яуап бирә: сигендә хәүефһеҙлек һыҙаты булған грунт һәм бетон һыҙаттары; ер өҫтө яҡтылыҡ һәм радиотехник саралары, хеҙмәт биналары комплексы бар; Ан-10, Ан-12, Ан-24, Ан-74, Ил-18, Ту-124, Ту-134, Ту-154, Боинг-747 һ.б. самолёттарҙы даими ҡабул итеүҙе һәм осороуҙы тәьмин итә. 1992 й. башлап Өфө А. халыҡ-ара статусҡа эйә.

Башҡортостандағы аэропорттар[үҙгәртергә]

90‑сы йылдарында ш. уҡ Белорет (1933 й. төҙөлгән), Нефтекама (60‑сы йй. уртаһы), Октябрьский (1962), Сибай (1958) ҡҡ., Аҡъяр, Асҡын, Бүздәк, Йылайыр, Ҡариҙел һ.б. район үҙәктәрендә (50—70‑се йй.) урындағы әһәмиәттәге А. эшләй. Яңауыл ҡ. А. (1931) 1941 й. тиклем СССР‑ҙың төп һауа магистралдәренең береһе Мәскәү—Владивосток өсөн аралаш була, союз һәм урындағы әһәмиәттәге линияларҙа самолёттар ҡабул итеү һәм осороу м‑н шөғөлләнә. 2010 й. алып Сибай ҡ. А. “Арҡайым” авиакомпанияһы (Өфө р‑ны Булгаков а.) файҙалана.


Ҡалып:Общественный транспорт