Ағыулы хайуандар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Кесе Азия ҡара йыланы, Вагнер ҡара йыланы һымаҡ (Montivipera wagneri) — ағыулы йыландар

Ағыулы хайуандар — башҡа төр заттарҙы ағыуларға һәләтле матдәләргә эйә булған организмдар.

Ағыулы хайуандар яҡынса 5000 төрө билдәле, ағыулылыҡ кимәле хайуандың йәшенә, енесенә, туҡланыу характерына һ.б. бәйле. Эволюцион алға киткән ағыулылыҡ беренсел ағыулы хайуандар (зоотоксиндар бүлеп сығаралар), ябайы — икенсел ағыулы хайуандар (экзоген ағыуҙар) хас.

Төрлөлөгө[үҙгәртергә]

Беренсел ағыулы хайуандар араһында әүҙем (ағыулаусы матдәләр ағыулы биҙҙәрҙә урынлашҡан) һәм пассив (махсуслашмаған туҡымаларҙа һәм ағзаларҙа) ағыулы төрҙәрҙе айыралар. Ҡораллы А.х. сығарыу юлы һәм яралаусы ҡулайламаһы булған ағыулы биҙ (инфузорияларҙа — трихоцистар, эсәкҡыуышлыларҙа — саҡҡыс күҙәнәктәр, яры ҡанатлыларҙа — ҡаяу һ.б.) бар, ҡоралһыҙ ағыулы хайуандар токсиндар тире өҫтөнә бүленеп сыға (ҡайһы бер ер-һыу хайуандары). Махсуслашҡан ағыулы биҙҙәре булмаған күп пассив ағыулы хайуандар (амфибиялар, бөжәктәр һ.б.) ағыуы уларҙы башҡа хайуандар ашаған осраҡта тәьҫир итә. Шулай уҡ хужалары өсөн эндопаразиттар ағыулы. Организмға эләккән осраҡта токсиндар йөрәк, тын алыу үҙәге параличына, анафилактик шокка, бөйөрҙәр шешеүенә килтереүе мөмкин. ағыулы хайуандар үҫемлектәрҙе һеркәләндерә (бал ҡорттары, иңкештәр), ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарының һанын көйләй, ҡиммәтле биологик актив матдәләр сығанағы (йыландар, бал ҡорттары) иҫәпләнә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына оҫта ҡорт, баҡыр йылан, башҡорт бал ҡорто, бесәй күҙле әрмәнде, дала ҡара йыланы, таңҡа иңкеш, уһылдаҡ тәлмәрйен, әрмән иңкеше һ.б. индерелгән.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]