Аҡбаш өйрәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Аҡбаш өйрәк
Аҡбаш өйрәк
Аҡбаш өйрәк
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Oxyura leucocephala (Scopoli, 1769)

Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 EN ru.svg Вымирающие виды
Юғалыу хәүефе янаған төр
IUCN 3.1 Endangered : 141428
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   175179
NCBI   90703
EOL   1048492

Аҡбаш өйрәк (урыҫ. Са́вка, лат. Oxyura leucocephala) — өйрәктәр ғаиләһендәге ҡош.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Күктомшоҡ, сыбар өйрәк, һуна өйрәктән бәләкәй. Төбө йыуан күк төҫтәге суҡышлы өйрәк. Ерҙән бик ауыр йөрөй. Башы аҡ, түбәһендә генә ҡара тап бар. Арҡаһы һәм ҡабырғалары ваҡ ҡына ҡара һипкелле һорғолт ерән. Ҡанаттары күкһел йымылдаҡлы һоро. Муйынының аҫ яғы, түше ҡара һипкелле ерәнһыу көрән. Ҡорһағы арҡы¬ры һыҙыҡлы һорғолт һары. Ҡойроғо ҡара. Ҡанаттарында көҙгөләре булмай. Күҙе сағыу һары. Башҡа өйрәктәр менән бутау мөмкин түгел.

Тауышы[үҙгәртергә]

Тауышы сыйылдаҡ: «сиррҡ-сиррҡ» йәки яңғырауыҡлы: «ҡа-ға-ға».

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Үҫемлектәргә бай күлдәрҙә, яй ағымлы йылғаларҙа йәшәй, һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ҡамыштар араһында һыу өҫтөндә оялай. 2—6 бөртөк һарғылт аҡ йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары.1986 Өфө. 66- сы бит
  • Красная книга России М.: АСТ 2001
  • Жизнь животных т.6 Птицы М.: Просвещение
  • Green A.J. & Hughes B. White-headed Duck Oxyura leucocephala. // BWP Update: he journal of birds of the Western Palearctic, Vol. 3, No. 2. Oxford: Oxford University Press, 2001 – P. 79 – 90
  • SCOTT D.A. AND ROSE P.M. (1996) Atlas of Anatidae Populations in Africa and Western Eurasia. Wetlands International Publication No.41, Wetlands International, Wageningen.
  • Hughes B., Robinson J.A., Green A.J., Li Z.W.D. & Mundkur T. (Compilers). International Single Species Action Plan for the Conservation of the White-headed Duck Oxyura leucocephala. CMS Technical Series No. 13 & AEWA Technical Series No.8. Bonn, 2006. – 66 p.
  • Гордиенко Н.С., Дробовцев В.И., Кошелев А.И. Биология савки в северном Казахстане и на юге Западной Сибири // Редкие, исчезающие и малоизученные птицы СССР. М.: Наука, 1986. – С. 8 – 15.
  • Рябицев В.К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири: Справочник-определитель. Екатеринбург: Изд-во Урал. ун–та, 2008. – 634 с.
  • Долгушин И.А. Птицы Казахстана. Т. 1. Алма-Ата: Изд-во АН Казахской ССР, 1960.– 469 с.
  • Птицы средней Азии. Т. 1. Алматы: Издательство НАН РК, 2007. – 574 с.