Аҡса

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Аҡса  — башҡа тауарҙар йәки күрһәтелгән хеҙмәт хаҡының универсаль эквиваленты булараҡ ҡулланылған специфик тауар.

Дөйөм фекерҙәр[үҙгәртергә]

Аҡса ярҙамында башҡа тауарҙың хаҡын сағылдыралар, сөнки аҡсаны теләгән бер тауарға еңел алмаштырып була. .[1]

Дәүләт үҙ биләмәләрендә банкнота һәм монеталарҙы тауар әйләнешендә ҡулланыуҙы ҡанунлаштыра. РФ-та Федераль закон ( 10 июль, 2002 йыл) № 86-ФЗ «О Центральном банке Российской Федерации (Банке России)» (ст. 29, банкноты (банковские билеты) и монеты Банка России являются единственным законным средством наличного платежа на территории Российской Федерации.; ст. 30, банкноты и монеты являются безусловными обязательствами Банка России и обязательны к приёму по нарицательной стоимости при осуществлении всех видов платежей, для зачисления на счета, во вклады и для перевода на всей территории Российской Федерации) и в Гражданском кодексе Российской Федерации (ст. 140, рубль является законным платёжным средством, обязательным к приёму по нарицательной стоимости на всей территории Российской Федерации).

Этимологияһы[үҙгәртергә]

Ҡалып:Викицитатник Урыҫ телендәге "деньги" һүҙе төрки «теңге» тигәндән килеп сыҡҡан тигән аңлатма киң таралған. Үҙ сиратында төркиҙәргә ул Персиянан килгән булыуы ихтимал.

Тенге (данек - ғәрәптәрҙә; дангх - Персияла; танка, тангка йәки таньга - Һиндостанда, Цейлонда, Тибетта һәм Непалда; таньга йәки теньга - Хиуала , Коканд ханлыҡтарында, Бохара әмирлегендә) — Шәреҡтә - башта ваҡ көмөш, һуңғараҡ баҡыр ваҡ аҡса.

Әлеге көндә аҡса берәмеге булараҡ тенге — Ҡаҙағстанда һәм Төркмәнстанда ҡулланыла.

Функциялары[үҙгәртергә]

Аҡсаның төп функциялары[үҙгәртергә]

Аҡсаның ғәҙәттә түбәндәге функцияларын билдәләйҙәр:

  • Хаҡ үлсәме .
  • Тауар әйләнеше сараһы .
  • Түләү сараһы .
  • Бол туплау сараһы .
  • Донъя аҡсаһы .

Аҡсаның башҡа функциялары[үҙгәртергә]

Ҡайһы саҡ ошондай функцияларын билдәләйҙәр:

  • Хазиналар туплау сараһы.
  • Донъя аҡсаһы функцияһы.

Аҡса тарихы[үҙгәртергә]

Аҡсаға тиклем тауарҙы тауарға алмаштырыу таралған булған тип һанала. Төрлө төбәктәрҙә аҡса сифатында төрлө тауарҙар ҡулланғандар:

  • Океания утрауҙарында һәм Американың ҡайһы бер ҡәбиләләрендә ҡабырсаҡтар һәм ынйы файҙаланылған ,
  • Яңы Зеландияла - уртаһы тишек таштар,
  • күпселек илдәрҙә - мал, тире ,
  • Рустә быларҙан тыш - тоҙ киҫәктәре,
  • һуңғараҡ - төрлө металл киҫәктәре ҡуллана башлағандар. .
Лидия монетаһы, б.э.т VI быуат

Ихтимал, башта был көнкүреш әйберҙәре булғандыр. Б.э.т. VII быуатта ҡойолған монеталар күренә башлай. Уларҙы һаҡлау, йөрөтөү, бүлеү уңайлы булғанлыҡтан, бик тиҙ таралып киткән.

Ҡалып:Quotation

Капитализмға тиклем баҡыр, бронза, көмөш файҙаланылған. Ҡайһы бер илдәрҙә генә б.э.т. 2 мең йыл элек үк алтын файҙаланылған (Ассирияла, Мысырҙа).

Тәүге ҡағыҙ аҡсалар Ҡытайҙа б.э. 910 йылында сығарылған. Донъяла тәүге банкноталар Стокһольмда 1661 йылда сығарылған. Рәсәйҙә тәүге ҡағыҙ аҡса Екатерина II осоронда сығарылған (1769 йыл).

Башҡортостан сиктәрендәге тарихы[үҙгәртергә]

Көньяҡ Уралда тәүге металл аҡса беҙҙең эра сиктәрендә барлыҡҡа килә, быны Иштуған ҡурғандарында Митридат VI Евпатор (б.э.т. 132—63 йй.) дәүеренә ҡараған понтий тәңкәләре табылыуы дәлилләй. 9—11 бб. Көньяҡ Урал Ғәрәп хәлифәтенең аҡса һуғыу йорттарында баҫылған Куфи дирһәмдәре ҡулланылышта була: Арран, Бохара, Сәмәрҡәнд һ.б. ҡалаларҙа һуғылған Аббасидтар һәм Саманидтар тәңкәләре. Шулай уҡ Омайадтар тәңкәләре, шул иҫәптән 8-се быуат башына ҡараған асыҡланмаған сығышлы алтын динар һәм 8 быуат аҙағында ҡараған ике Хәрәзм тәңкәһе ( Бикеш ҡурғандары, Бөрө ҡәберлеге һ.б.) билдәле. 14-се быуаттың 2‑се яртыһында Көньяҡ Уралда Алтын Урҙа аҡса берәмектәре — дирһәмдәр (1,52 г ауырлығындағы көмөш тәңкәләр), пулдар (яҡынса 1,33 г ауырлыҡтағы баҡыр тәңкәләр), сомдар (яҡынса 200 г ауырлыҡтағы көмөш ҡойолмалар) — тарала. 1967 й. Бәләбәй райыны [[Берек‑Алға] ауылы (ҡара: Берек-Алға торағы) янында 76 төрлө 300‑ҙән ашыу тәңкәнән торған хазина табыла: тәңкәләрҙең иң боронғоһо Тоҡто хан исеменән 1310/11 й. (710 һижри йыл) һуғылған, иң һуңғыһы — Жанибәк III хан исеменән 1375/76 й. (777 һижри йыл). Тәңкәләрҙең күбеһе Тоҡто, Үзбәк, Жанибәк хандар идара иткән осорға ҡарай. Гөлистан һәм Һарай әл‑Йәдит (Һарай‑Бәрәкә) ҡалаларында һуғылған тәңкәләр өҫтөнлөк итә, Һарай әл‑Мәхрүсә (Һарай‑Батыу), Хәрәзм ҡалаларында баҫылғандары осрай. 1848 йылда Ырымбур губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Ключёвка ауылы (Ырымбур өлкәһе) янында 1307—60 йылға ҡараған көмөш тәңкәләр, Быҙаулыҡ өйәҙе Державин ауылы (Ырымбур өлкәһе) янында — 4 тәңкә (2‑һе Үзбәк, 2‑һе Жанибәк исеменән һуғылған); 1894 йылда Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Оло Ремизенка ауылы (Ырымбур өлкәһе) янында — 165 туси тәңкәһе; 1906 йылда Өфө өйәҙе Ҡыҙылъяр ауылы (хәҙерге Нуриман районы) янында — көмөш һәм баҡыр ғәрәп тәңкәләре тултырылған баҡыр ҡомған; 1914 йылда Бәләбәй өйәҙе Петровка ауылы янында — 345 туси тәңкәһе һ.б. табыла. Тәңкәләр шулай уҡ 13—15 быуаттарға ҡараған ерләү ҡомартҡыларында осрай: Теләүғол ҡәберлегендә (Ырымбур өлкәһе Теләүғол ауылы) 2 тәңкә (Үзбәк һәм Жанибәк осоронда һуғылған) табыла, Яңы Орск II ҡәберлегендә (Орск ҡалаһы) — көмөш джучид дирһәме (Үзбәк осороноҡо), Андреевка I ҡурғанлы ҡәберлегендә (Ырымбур өлкәһе Андреевка ауылы) — 3 көмөш тәңкә (2‑һе Үзбәк, 1‑һе Жанибәк осороноҡо), Байғусҡар ҡурғаны II — 6 көмөш тәңкә (3‑һө Жанибәк, 2‑һе Үзбәк, 1‑һе Тоҡто осороноҡо) һ.б. 15 б. 2‑се сирегендә Көньяҡ Урал далаларында туси дирһәмдәре йөрөүҙән туҡтай. 15 быуат Көньяҡ Уралға урыҫ көмөш тәңкәләре һәм ҡойолмалары ( Ҡараабыҙ ҡаласығы, Көшөл ҡәберлеге һ.б.) үтеп инә. 16 б. алып Башҡортостан Рәсәй аҡса әйләнеше системаһына инә. 1789—97 йй. төрлө хаҡлы баҡыр аҡсалар Аннинский заводында һуғыла, унда аҡса һуғыу йорто ойошторола. 20 быуаттың 50—60‑сы йылдарында БР Милли музейына шәхси коллекцияларҙан 1,8 меңдән ашыу урыҫ тәңкәһе тапшырыла: 17 быуат аҙағы — 18 быуат башына ҡараған 0,7 меңдән ашыу көмөш тинлек (650‑һе Ырымбур өлкәһе Покровка ауылы янында табылған, 70‑е — Саҡмағош районы Ҡарғалы ауылы янында); 18 быуат аҙағы — 19 быуат башына ҡараған 1,1 мең самаһы тәңкә (589‑ы — Өфө райыныны Ҡыҙылъяр ауылы янында, 363‑ө — Өфөлә, 144‑е — Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылы янында). Башҡорттарҙа аҡса ролен мал, ҡиммәтле йәнлек тиреһе (тин һүҙе тейендән килеп сыҡҡан; мал шул уҡ муллыҡ, байлыҡ, мөлкәт мәғәнәһен бирә) үтәгән. Ҡиммәтле йәнлек тиреһе менән ғәҙәттә үҙҙәре ингән дәүләт ( Нуғай Урҙаһы, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы, Рәсәй) файҙаһына һалым ( яһаҡ) түләнгән. Тәңкә һуҡҡанда башлыса көмөш файҙаланыу “аҡса” (аҡ төҫ) һүҙендә сағыла. “Һум”, “һумлыҡ” һүҙенең килеп сығышы Алтын Урҙала йөрөгән сомға бәйле.

Хәҙерге заман фиат аҡсаһының бурыс нисбәтле сығышы[үҙгәртергә]

Банкылар аҡса һәм башҡа ҡиммәтле нәмәләрҙе һаҡлау урыны булараҡ барлыҡҡа килгән, һәм улар өсөн квитанция, сертификат бирелгән. Шул ҡағыҙ ярҙамында кеше һалынған ҡиммәттәрҙең билдәле суммаһын ала алған. Сертификаттарҙан (квитанцияларҙан) ҡағыҙ аҡса килеп сыҡҡан да инде. Банкнота һүҙе инглиз телендәге «bank note»,«банк яҙмаһы» тигәнгә тура килә.

Аҡса реформалары[үҙгәртергә]

Харам аҡсаны хәләл тип күрһәтеү[үҙгәртергә]

Дөйөм һәм донъя аҡсалары (валюта)[үҙгәртергә]

Донъя аҡсалары — илдәр араһында халыҡ-ара түләүҙәрҙә ҡулланыу функцияһы.

Аҡса коллекциялары[үҙгәртергә]

Аҡса, этика, дин[үҙгәртергә]

Ҡалып:См. также

Сәнғәттә - аҡса[үҙгәртергә]


{{{заголовок}}}

Библия (Тәүрат) сюжеттары[үҙгәртергә]

Аҡсаға һәйкәлдәр[үҙгәртергә]

Ҡалып:См. также

Аҡсаға ҡәбер таштары[үҙгәртергә]

Сауҙагәрҙәр, һалымсылар, аҡса алмаштырыусылар[үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

Википедияла «Экономика» порталы бар.
  • Иҡтисад
  • Микроэкономика
  • Макроэкономика
  • Финансы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

В квадратных скобках указано сокращенное название источника из раздела «Литература». Например, [КРФ] — «Конституция Российской Федерации».

  1. Карл Маркс «Капитал», том I, глава III.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

В квадратных скобках указано сокращение, используемое в примечании. Например, [КРФ] — «Конституция Российской Федерации».

Рәсәй Федерацияһының аҡса тураһындағы закондары[үҙгәртергә]

Балалар өсөн[үҙгәртергә]

  • Что такое деньги — М.: Начала-Пресс, 1992. — (Комиксы Федерального резервного банка Нью-Йорка (Federal Reserve Bank of New York) «Идем к рынку»). — [КЧТД]
  • Что такое чеки и электронные деньги — М.: Начала-Пресс, 1992. — (Комиксы Федерального резервного банка Нью-Йорка (Federal Reserve Bank of New York) «Идем к рынку»). — [КЧТЧ]
  • Что такое банки и сберегательные кассы — М.: Начала-Пресс, 1992. — (Комиксы Федерального резервного банка Нью-Йорка (Federal Reserve Bank of New York) «Идем к рынку»). — [КЧТБ]
  • Что такое инфляция — М.: Начала-Пресс, 1992. — (Комиксы Федерального резервного банка Нью-Йорка (Federal Reserve Bank of New York) «Идем к рынку»). — [КЧТИ]
  • Что такое торговля и мировой рынок — М.: Начала-Пресс, 1992. — (Комиксы Федерального резервного банка Нью-Йорка (Federal Reserve Bank of New York) «Идем к рынку»).

Фундаменталь хеҙмәттәр[үҙгәртергә]

Тарихи[үҙгәртергә]

Белешмә сығанаҡтар[үҙгәртергә]

Нәфис әҫәрҙәр[үҙгәртергә]

Башҡалар[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]