Аҡсабан
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Аҡсабан | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Mergellus albellus (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||
| Синонимдары | ||||||||||||||
|
Аҡ өйрәк, аҡсабыр, аҡсумғыс
|
||||||||||||||
|
Аҡсабан (Луто́к, или ма́лый кроха́ль) (лат. Mergellus albellus) — Өйрәктәр ғаиләһенән булған һыуҙа йөҙөүсе ҡош.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Һуна өйрәктән бәләкәйерәк. Яңғыҙ, парланып, йәки күмәкләшеп йөрөйҙәр, яҡшы сума. Һырты, ҡанаттарының сите, күҙ эргәләре, елкәһе ҡара, ҡойроға һорғолт ерән. Башында ҙур ғына аҡ бүрке бар.Инә өйрәктең башы һәм бүрке ерән, арҡаһы, ҡабырғалары һоро. Башҡа өйрәктәр менән бутау мөмкин түгелТауышы- киҫкен: "кйәк" йәки "кррр". Ите, мамығы өсөн аулайҙар.
[үҙгәртергә] Йәшәгән урыны
Балыҡлы йылғала, күлдәрҙә йәшәй. Һирәк осраған күсмә ҡош. Ағас ҡыуыштарында оялай.
[үҙгәртергә] Үрсеүе
6-12 йомортҡа һала.
[үҙгәртергә] Туҡланыуы
Балыҡ, һыу бөжәктәре һәм үҫемлектәре менән туҡлана.
[үҙгәртергә] Диалекттарҙа
Аҡ өйрәк, аҡсабыр, аҡсумғыс
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө-1986 йыл.65-се бит.