Аҡсарлаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Аҡсарлаҡтар
Larus ridibundus
Аҡсарлаҡ
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Laridae

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   176802
NCBI   8910
EOL   8001

Аҡсарлаҡтар (лат. Laridae) — диңгеҙ киңлектәрендә йәки эске һыу ятҡылыҡтарында тереклек итеүсе ҡоштар. 88 төрө билдәле. : күл аҡсарлағы (Larus ridibundus), көмеш аҡсарлаҡ (Larus fuscus) һ.б. Һыулыҡтарҙа (һыуһаҡлағыс, йылға, күл, быуаларҙа) тереклек итә. 9 төрө күсенеү ваҡытында ғына күренә, 8 төрө оя ҡора. Тығыҙ тәнле, йоморҡа һымаҡ, оҙонлоғо 17 -нән алып 55 см-ға, ауырлығы 55 г -дан 800 г -ға ҡәҙәр. Ҙур коштар араһында аҡ, һоро, ҡара төҫтәгеләре күпселекте тәшкил итә.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Томшоғоы тура, яндан ныҡ кыҫылған һәм осо ырғаҡтай кәкере. Оҙаҡлап осоу өсөн яйлашҡан оҙон ҡанатлы. Ҡойрығо киң, ҡыҫҡа. Яхшы йөҙә. Ҡаурыйҙары тығыҙ, һыуға сыланмай. Утрауҙарҙа оя ҡора . Ояларын кипкән ҡуралар араһында йәки түмгәктәрҙә яһайҙар. Ояла 2-3 һарғылт-йәшел йәки ҡыҙғылт-көрән йоморҡа була. Ата һәм инә аҡсарлаҡ коштар улар өҫтөндә ултырып бәбкә сығара. Күбеһенсә балык, шулай ук бөжәк, баҡа, моллюсклар менән туҡланалар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]


Сығанаҡ[үҙгәртергә]