Аҡһаҡ Тимер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Аҡһаҡ Тимер
200pxpxpx
Тимуридтар империяһы әмире
1370 — 1405
Алдан килеүсе: Хөсәйен (1364–1370)
Дауамсыһы: ХәлилСолтан (14051409)
 
Тыуған: 8 апрель 1336(1336-04-08)
Хужа Илгәр ауылы, Кеш (Шахрисабз, Үзбәкстан)
Вафат: 18 февраль 1405(1405-02-18)
Отрар, Чимкент янында(Шымкент, Ҡаҙағстан)
Ерләнгән: Гүр Әмир, Сәмәрҡәнд, Үзбәкстан
Атаһы: Тарағай
Әсәһе: Текина-хатун
Ҡатыны: Тормош аға, Үлжәй Торҡан аға, Сарай мүлк ханым, Олос аға, Ислам аға, Томан аға, Туғдиби, Дилшад аға, Чолпан мүлк ага, Туҡал ханым, Ҡутлуғ аға, Туғлуҡ текин
Балалары: Жаһангир, Үмәршәйх, Мираншах, Шахрух, Уҡабегим, Солтан Бахт аға, Бигижан, Саадат солтан, Мусалла

Аҡһаҡ Тимер, Тимер ибн Тарағай Барлас ( урыҫ. Тиму́р; Тамерлан) — ( 8 апрель[1][2] 1336, Хужа Илгәр ауылы, хәҙерге Үзбәкстан — 18 февраль 1405, Отрар, хәҙерге Ҡаҙағстан; чагатайское تیمور (Temür‎, Tēmōr) — «Тимер») — Урта, Көньяҡ һәм Көнбайыш Азия,шулай уҡ Кавказ, Волга буйы һәм Русь тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес, яулап алыусы. Атаҡлы йыhангир, әмир ( 1370 йылдан). Баш ҡалаһы Сәмәрҡәнд булған империяға һәм Тимуридтар династияһына нигеҙ һалыусы.

Аҡһаҡ Тимерҙең исеме[үҙгәртергә]

Риүәйәттәргә , ғөмүмән, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына ҡарағанда, уны халҡыбыҙ Аҡһаҡ Тимер тип йөрөткән. Тулы исеме Тимер ибн Тарағай Барлас (Tīmūr ibn Taraġay Barlas — (аләм-насәб-нисба) ғәрәп традицияһына ярашлы Барластан Тимер Тарағай улы .Сығатай һәм монгол телдәрендә (икеһе лә алтай телдәренән) Temür йәки Темир - аңлашылып тора, башҡортса ла «тимер».

Сыңғыҙ хан нәҫеленән булмағас, Тимер бөйөк хан исемен йөрөтә алмаған, үҙен тик әмир тип кенә атаған. Ләкин 1370 йылда сыңғыҙыйҙар менән туғанлашып, Тимер Гурган исемен алған[3] (Timūr Gurkānī, (تيموﺭ گوركان), Gurkān — күрүгән йәки хүргән, «кейәү»; монголсанан фарсылашҡан вариант. Бынан һуң Тимер, хан нәҫеле сыңғыҙыйҙар менән туғанлашып, уларҙың йорттарына иркен инә һәм теләгәнен эшләй алған [4]. Фарсы телендәге күп кенә сығанаҡтарҙа Тимур-э Лянг (Tīmūr-e Lang, تیمور لنگ) «Аҡһаҡ Тимер» тип аталғаны күренә, мыҫҡыллы ҡараш булғандыр инде[5] Был көнбайыш телдәргә (Tamerlan, Tamerlane, Tamburlaine, Timur Lenk) һәм урыҫ теленә лә ингән,әммә исемдә кире ҡараш сағылмай һәм «Тимер» исеме менән ҡатар йөрөй.



Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Жан-Поль Ру. Тамерлан. М., 2005
  2. Джастин Мароцци. Тамерлан: Завоеватель Мира. М., 2008
  3. Султанов Т. И., Поднятые на белой кошме. Потомки Чингиз-хана. Алматы: Дайк-пресс, 2001, с.97
  4. Ибн Арабшах. История амира Темура. Т., 2007
  5. Статья о Тимуре в энциклопедии Britannica