Аҡ ала тумыртҡа, аҡ сыбар тумыртҡа(урыҫ. Белоспи́нный дя́тел, лат. Dendrocopos leucotos) — тумыртҡалар ғаиләһенән булған оҙон үткер суҡышы менән ағасты соҡоп тапҡан ем менән туҡлана торған урман ҡошо.
Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Кәүҙәһе¬нең аҫҡы яғы аҡ, .һырты ҡара таплы аҡ. Ҡанаттары, ҡой¬роғо аҡ һыҙыҡлы ҡара төҫтә. Түбәһе һәм ҡойроҡ аҫты сағыу ҡыҙыл. Башҡа тумыртҡаларҙан аҡ төҫтәге һырты менән айырыла. Көслө һәм әсе тауышлы: «кик-кик-кик» 'йәкн яңғырауыҡлы: «ҡыжжжҡ-ҡыжжжҡ».
Ағас бөжәктәре, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. 5—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы (була. Зарарлы бөжәк¬тәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
Ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Ағас ҡыуышында оя ҡоралар. Үҙағасты суҡышы менән соҡон алған ҡарышлауҡтар менән туҡлана. Инә һәм ата тумыртҡа тотороҡло пар төҙөйҙәр. Йомортҡана икеһе лә алмашлап баҫалар.
- А. И. Иванов, Е. В. Козлова, Л. А. Портенко, А. Я. Тугаринов. 2. // Птицы СССР — М.: Издательство Академии наук СССР, 1953. — 344 с. (урыҫ.)