Аҡ бәшмәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Аҡ бәшмәк
Boletus edulis EtgHollande 041031 091.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Boletus edulis Bull., 1782

Синонимдар
  • Leccinum edule (Bull.) Gray 1821
  • Dictyopus edulis (Bull.) Forq. 1890
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
NCBI   36056
EOL   195761
MB   356530
Foodlogo3.svg

Аҡ бәшмәк, топош (лат. Boletus edulis) — базидиомицеттар класының болет һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк.

Ҡыҫҡаса белешмә[үҙгәртергә]

Эшләпәһенең диам. 10—20 см (һирәгерәк 30 см), ҡабарынҡы, ҡоро, яланғас йәки бәрхәт һымаҡ, төҫө аҡһылдан ҡараһыу һороға тиклем, аҫҡы яғы тәүҙә аҡ, һуңынан йәшкелт һары. Һабының оҙонлоғо 10—20 см, ҡалынлығы 4—5 см, һарғылт һоро төҫтә, селтәр һүрәтле. Ауырлығы — 400 г тиклем (ҡайһы ваҡыт 4 кг етә). Итсәһе аҡ, тығыҙ, хуш еҫле. Спора онтағы һорғолт йәшел. Аҡ бәшмәк бер‑береһенән төҫө менән һәм имән, ҡайын, ҡарағай, шыршы (улар менән симбиоздан тыш бәшмәклек үҫешһә лә, емешлек тәне барлыҡҡа килмәй) тамырында үҫеүенә ҡарап айырылған яҡынса 20 төрҙө берләштерә.

Таралышы[үҙгәртергә]

Башлыса Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда ылыҫлы, япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа майҙан октбргә тиклем осрай. Ҡиммәтле ашарға яраҡлы бәшмәк, составында аҡһымдар, ферменттар, витаминдар, микроэлементтар, антиканцероген матдәләр бар. Киптереүгә яраҡлы.

Аҡ бәшмәктең ҙурлығы буйынса рекорды[үҙгәртергә]

  • 1961 йылда Мәскәү радиоһы 10 кг ауырлыҡтағы, эшләпәһенең диаметры 58 см булған бәшмәк тураһында хәбәр иткән.[С 1]
  • 1964 йылда Владимир ҡалаһы янында 6 кг 750 г ауырлыҡтағы бәшмәк табылыуы тураһында хәбәр итә «Советская Россия» гәзите 28 июль 1964 йыл.[С 1]

Дауаланыу үҙенсәлеге[үҙгәртергә]

Аҡ бәшмәктә шешкә ҡаршы үҙенсәлекле матдә табылған[1],элегерәк тәненең экстракты менән туңған ерҙәрҙе дауалағандар [2].

Сығанаҡтарға һылтанмалар[үҙгәртергә]

  • Семёнов А. И. О грибах и грибниках.
  1. 1,0 1,1 стр. 91
  • Меркулова В. А. Очерки по русской народной номенклатуре растений — М.: «Наука», 1967.
  • Таксономия

  1. Шиврина А. Н., Низковская О. П. и др. Биосинтетическая деятельность высших грибов. Л., 1969
  2. Васильков Б. П. Изучение шляпочных грибов в СССР. М.—Л., 1953

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Аҡ бәшмәкте үҫтереү буйынса:

  • Всё о грибах / сост. В. Булдаков — Донецк: ПФК «БАО», 2000. — С. 247—249. — ISBN 966-548-124-X.
  • Всё о грибах / ред.-сост. Н. Г. Лебедева — Харьков: «Реликт», 1997. — С. 187—188. — ISBN 9984-9011-0-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]