Аң (психология)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Аң — кешенең ысынбарлыҡты идеаль төшөнөү, белеү, фекер итеү һәләте; философия, психология һәм социологияныңтөп төшөнсәләренең береһе[1].

Аң шәхси һәм ижтимағи, кешеләр араһындағы барлыҡ мөнәсәбәттәрҙә сағылыш ала һәм сәйәси, хоҡуҡи, әхлаҡи, дини, ғилми һ.б. булараҡ билдәләнергә мөмкин. Урыҫ дини философтары (С.Н.Булгаков, В.С.Соловьёв, П.А.Флоренский һ.б.) аң Аллаһ тарафынан барлыҡҡа килтерелгән идеаль субстанция булараҡ ҡарала; материализм һәм позитивизмда (П.Л.Лавров, И.М.Сеченов, Н.Г.Чернышевский) — рефлекслы эшмәкәрлеккә нигеҙләнгән һәм мейе м‑н бәйле психик функция; диалектик материализмда (Н.И.Бухарин, В.И.Ленин һ.б.) — мейе функцияһы, объектив ысынбарлыҡтың сағылышы. Д.И.Дубровский һ.б. Аң кибернетика һәм юғары нервы эшмәкәрлегенең физиологияһы ысулдары ярҙамында ҡарай. Э.В.Ильенков кешенең ижтимағи‑практик эшмәкәрлегенең үҙенсәлекле продукты булараҡ аң идеаллеге концепцияһын тәҡдим итә, был психологтар Л.С.Выготский, П.Я.Гальперин, В.В.Давыдов, А.Н.Леонтьев хеҙмәттәрендә сағылыш таба.

Башҡортостанда аң проблемалары А.Й.Зарипов һәм Ф.С.Фәйзуллин (этник үҙаң), Ю.А.Калиев (мифол. А. һәм уның этномәҙәни статусы), Д.Г.Курачёв (дини үҙаң һәм конфессиональ мөнәсәбәттәр), С.М.Поздяева, И.В.Фролова (аң тибы булараҡ социаль утопия), В.К.Сәмиғуллин (хоҡуҡи аң) һ.б. хеҙмәттәрендә тикшеренеү предметы булып тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Сознание (ru) (html). Психологический словарь. Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 март 2012. 11 июль 2011 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]