Бабасыр уты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бабасыр уты
Горечавка лёгочная
Бабасыр уты
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Бабасыр уты L., 1753

Номенклатура тибы
Бүлендек таксондар
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   29963
NCBI   21496
EOL   38326
GRIN   4903
IPNI   16570

Бабасыр уты —— (Gentiana), бабасыр уты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Ҡыҫҡаса тасуирлама[үҙгәртергә]

Бер йәки күп йыллыҡ үлән. Һабағы үрмәле йәки төҙ, ябай, бейеклеге 15—60 см. Япрағы ҡыяҡ, киң ланцет, еңсә формаһында, ҡапма‑ҡаршы. Сәскәһе күк, шәмәхә йәки зәңгәр төҫтә, яңғыҙ, ҡуйын йәки ос ярымсатырҙарға йыйылған. Тажы көпшәле йәки буранка һымаҡ. Июнь—августа сәскә ата. Емеше — ҡумта, август—сентябрҙә өлгөрә.

Бабасыр уты сәскәһе

Таралышы[үҙгәртергә]

Яҡынса 400 төрө билдәле,[1] киң таралған, ләкин башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә үҫә. Башҡортостанда 3 төрө: ятыусан йәки түшәлмә бабасыр уты, сатраш бабасыр уты, үпкә бабасыр уты. Һирәкләп тау болондарында, аҡландарҙа, урман ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтар араһында республиканың бөтә территоряһында осрай.

Файҙаһы[үҙгәртергә]

Баллы, буяу, декоратив үҫемлектәр. Составында әсе матдәләр бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Реликт түшәлмә бабасыр уты БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]


Имән япрағы Был ботаника тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.